Башҡорт донъяһы
9 Ноябрь 2020, 20:15

Ҡурайсы тигән бөйөк исемгә тоғро ҡалды

Бөгөн Белорет районының Рысыҡай ауылынан атаҡлы ҡурайсы Талип Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Бөгөн атаҡлы ҡурайсы Талип Латиповтың тыуыуына 100 йыл. Ул Белорет районы Рысыҡай ауылында тыуып үҫкән. Иҙел башының мәшһүр ҡурайсыһы 70-80-се йылдарҙа үҙенең ҡурай көйҙәренән ике ҙур пластинка сығара.

Белореттар үҙ улын онотмай. Сосновка ауылы мәҙәниәт йортонда Талип Латипов исемендәге ҡурайсылар классы асылды, Шығай ауылы мәҙәниәт йортонда уның хөрмәтенә ҡурайсылар бәйгеһе ойошторола.
Ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов атаҡлы Талип Латипов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты:
– Талип Хәйретдин улы Латипов - ижады ҙур иғтибарға лайыҡ булып, танылыу яулаған ҡурайсыларҙың береһе. Ул башҡарған башҡорт халыҡ көйҙәре яҙмаларының бер нисә тиҫтәһе Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор фондында (үткән быуаттың 70-се йылдарында Хәмзә Сабир улы Ихтисамов магнитофонға яҙҙырған), ике тиҫтәгә яҡыны Башҡортостан радиоһы фондында, шулай уҡ “Хазина” тапшырыуы архивында һаҡлана. 1975 йылда “Мелодия” фирмаһы уның яҙмаларының ҙур грампластинкаһын сығара. Талип Латиповты тәүге тапҡыр 1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 1-се республика ҡурайсылар конкурсында күрҙем. Лауреат булғайны. Мине уның башҡарыу тәрәнлеге, тыңлаусыны йыраҡ ата-бабаларыбыҙ тарихына "ҡайтарыу" һәләте һоҡландырҙы.
Студент йылдарынан таныш Мөхәмәт Түләбаевтан Талип Латиповтың атаһының - Хәйретдин мулланың - билдәле ҡурайсы булғанын белдем. 101 йәшкә тиклем тыуған ауылы Рысыҡайҙа йәшәй. Улдары Талип, Мөбәрәк, Мәғзүм һәм Мохтар атайҙарынан ҡурайҙа уйнау һәләтен, репертуарын мираҫ итеп ала. Ҡыҙыҡ факт: 1969 йылда Баймаҡ, Белорет, Бөрйән райондарының 50 ҡурайсыһы араһында ағалы-ҡустылы Латиповтар Ленинградта БАССР-ҙың 50 йыллығына арналған Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Ҡурайсының, ҡағиҙә булараҡ, үҙ төбәгенә генә хас музыкаль өлгөләре ингән, һирәк осраған бай репертуары була. Ул башҡарған көйҙәрҙең тарихын белә, йыр варианты булһа, йырлап та ебәрә. Халыҡ нәҡ шундай оҫталарҙы ысын талант эйәһе тип һанаған.
Талип Латипов ҡатнашлығында “Хазина” тапшырыуын әҙерләгән ваҡытта уның ысын ҡурайсы икәненә инандым. Унда “Ямантау”ҙы, “Иҫке Урал”ды ҡурайҙа башҡарып йырланы. Ошондай бөйөк әҫәрҙәр Талип Латипов кеүек оҫталар арҡаһында халыҡ күңелендә мәңге йәшәй. Ике билдәле ҡурайсы, төрлө быуын вәкилдәре - Мөхәмәт Түләбаев (оҫта ҡурайсы менән уны туғанлыҡ ептәре бәйләй) һәм Роберт Юлдашев бәләкәйҙән Талип Латипов башҡарған көйҙәрҙе ишетеп үҫә һәм милли музыка ҡоралына ғашиҡ була. Һөҙөмтәлә улар мәртәбәле конкурстарҙа, сараларҙа ҙур ҡаҙаныштарға, юғары исемдәр алыуға өлгәшә, башҡорт ҡурайының данын тотош донъяға таратыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Талип Латипов 2009 йылдың 6 мартында вафат була. Ошо уҡ йылда белореттар билдәле яҡташтары исеменә ҡурайсыларҙың район конкурсын да ойоштора. Хәҙер был мәҙәни сара билдәле шәхестәрҙең - Талип Латиповтың һәм Абдулла Хәлфетдиновтың тыуған ауылдары Шығайҙа даими үткәрелә.
Бөгөн Талип Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ул атаһынан ҡабул итеп алған бурысты йәш быуынға лайыҡлы тапшырҙы. Үҙ халҡының музыкаль йылъяҙмаһын быуындан быуынға еткереп, Ҡурайсы тигән бөйөк исемгә тоғро ҡалды.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас