Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2020, 15:53

Үҫмерҙәр беләҙектәр яһарға өйрәнде

Владимир ҡалаһында үткән “Тылсымлы тырыз” халыҡ кәсептәре фестивале барышында башҡорт биҙәктәре менән семәрләнгән күн беләҙектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сара Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы булышлығында уҙҙы.

Владимир ҡалаһында үткән “Тылсымлы тырыз” халыҡ кәсептәре фестивале барышында башҡорт биҙәктәре менән семәрләнгән күн беләҙектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сара Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы булышлығында уҙҙы.
“Борон башҡорт яугир­ҙәре, бигерәк тә уҡ атыу ярыштарында, байрам бәйгеләрендә ҡатнашҡан егеттәр ошондай күн бе­ләҙек кейеп йөрөгән. Кү­лдәктең киң еңе уҡ атҡан мәлдә ҡамасауламаһын өсөн уны беләҙек менән ҡыҫтырып ҡуйғандар”, – тип аңлата оҫталыҡ дә­ресен ойошто­роусы­ларҙың береһе Лиана Әхмәтшина. Ул ҡатнашыусыларға бе­лә­ҙекте дөрөҫ итеп йыйыу һәм биҙәү серҙәрен төшөндөрҙө.
Күн беләҙектәр эшләү мөмкинлеге үҫмерҙәрҙе генә түгел, олораҡ йәштә­геләрҙе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, Венера Димакова инде 35 йылдан ашыу Владимир ҡалаһында йәшәй һәм урындағы башҡорт ҡоролтайы уҙғарған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Оҫталыҡ дәресе ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһында “Күп милләтле Владимир” проектына ярашлы уҙғарылған. “Балаларға дәрес бик оҡшаны. Күн беләҙектәргә башҡорт биҙәктәре һалдыҡ, һәр биҙәктең мәғәнәһен аңлаттыҡ. Мәҫәлән, ҡусҡар – байлыҡҡа, муллыҡҡа, өсмөйөштәр күҙ тейеүҙән һаҡлай, шуға күрә бындай беләҙек матурлыҡ өсөн генә түгел, ә балаларҙы төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы бетеү һымаҡ та”, – ти ойоштороусылар.
Читайте нас