Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2020, 20:49

Учалы башҡортоноң Франциялағы эҙе

Яҡташыбыҙҙың бүләһе Джонатан сит илдә этно-ауыл төҙөгән.

Тарихсы Илдар Мәмбәтҡолов Facebook селтәрендәге сәхифәһендә һәм TARIH LIFE мәғрифәт порталында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Унда һүҙ Ишмөхәмәтов фамилиялы башҡорттоң нәҫелен дауам иткән Джонатандың (Jonathan Czödör Ichmoukametoff) Францияла башҡорт этно-ауылы төҙөүе тураһында бара.


Джонатан – сығышы менән Учалы районының Һөйөндөк ауылынан булған Әхтәм Ишмөхәмәтовтың (1880 – 1946) бүләһе. Уның ҡартатаһы Граждандар һуғышы мәлендә үҙенең бер туғаны Мирт менән аҡтар яғында була. Большевиктарға ҡаршы коалиция ҡыйратылғандан һуң, бик күп хәрбиҙәр кеүек, Ишмөхәмәтовтар ҙа сит илгә юллана һәм 1923 йылда Францияла төпләнә. Әхтәм Исидора исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡора. Советтар яғында булған өсөнсө ир туғандары бында, Башҡортостанда, ҡала.


Икенсе донъя һуғышы осоронда Әхтәм Ишмөхәмәтов француз яугир­ҙәре сафында фашист Германияһына ҡаршы көрәшкә ҡушыла һәм фашис­тарға ҡаршы хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе була. Ул хатта немец исемлектәрендә иң ныҡ эҙәр­лекләнгән антифашистар хәрәкәте ағзаһы булараҡ билдәләнә. Яҡташы­быҙ 1946 йылда 66 йәшендә вафат була.


1992 йылда Советтар Союзы тар­ҡалғас, ағаһы менән бергә сит илгә юлланған Мирт тыуған яҡтарына ҡай­тып, туғандарын эҙләп таба. Әммә төр­лө мөхиттә йәшәү, донъяуи ҡараш­тар айырымлығы арҡаһында туғандар араһы артыҡ эҫенеп китә алмай. Артабан ул Ҡаҙағстанда төпләнә һәм ғүмеренең һуңғы йылдарын шунда үткәрә.


Бөгөн Әхтәм Ишмөхәмәтовтың дүртенсе быуын нәҫеле булған Джонатан ата-бабаларының тарихын өйрәнеп, традицияларға тоғролоҡ һаҡлап йәшәй. Уның үҙ тамырҙарын ныҡлап өйрәнеүендә, үҙендә башҡорт ҡаны ағыуын белеп йәшәүендә тап Мирт бабайының тәьҫире көслө була. Бер нисә йыл элек Джонатан Францияла башҡорт этно-ауылы булдыра һәм бөгөн унда ғаиләһе – ҡатыны Джулия һәм өс балаһы менән йәшәй.


“Ауыл йәки утар – ул айырым бер хужалыҡ кеүек, әммә ул туристар өсөн тәғәйенләнгән проект түгел, ә ысын башҡорт тормошо алып барыл­ған, башҡорттарҙың тормош-көнкү­решенә таянған тораҡ урын, – тип яҙа Илдар Мәмбәтҡолов. – Улар тирмәлә йәшәй, йылҡы малы, кәзә, һарыҡ аҫрай. Үҙҙәрендә булған баш­ҡорт милли ҡомартҡы әйберҙәрен бик ҡәҙерләп һаҡлай. Джонатан үҙен башҡорт тип һанай”.

Этно-ауыл нигеҙендә Джонатан “Batyriyya” тигән мәктәп ойоштора. Унда боронғо башҡорт йолаларын һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса баш­ҡорттарҙың көрәш алымдарын өйрәнеү өсөн Францияның төрлө төбәгенән киләләр, шулай уҡ бында туристар ҙа йыш була.


Джонатан — Францияның ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән, махсус әҙерлек үткән хәрби. Уның мәктәбендә шулай уҡ экстремаль шарттарҙа иҫән ҡалыу, эҙ алыу, ҡорал менән эш итеү, атта һыбай йөрөү, медицина ҡағи­ҙәләре өйрәтелә. Бында ябай ҡыҙыҡһыныусылар ғына түгел, француз армияһы хәрбиҙәре лә йыш булып, Джонатан Ишмөхәмәтовтан боронғо башҡорттарҙың “ҡара ҡаплан” тип аталған яу алымдары систе­маһына төшөнә.


Киләсәктә милләттәшебеҙ баш­ҡорт музейы асыу хыялы менән йәшәй һәм был эшкә өлөш индереүҙә ярҙам күрһәтә алған һәр кемгә шат буласаҡ. Сит илдә йәшәп тә, милли тамыр­ҙарына тоғролоҡ һаҡлаған Джонатан Ишмөхәмәтовтың баш­ланғысына булышлыҡ күрһәтергә теләһәгеҙ, Facebook селтәрендә Илдар Мәмбәтҡо­лов менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ.
Читайте нас: