Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2020, 15:52

Ҡурайсы ҡыҙ – “Мөғжизәләр яланы”нда

“Башҡортостан” дәүләт концерт залының “Ҡолонсаҡ” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ҡурайсы Земфира Рәшитова “Беренсе канал”дың “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты.

Земфира Рәшитова Бөтә Рәсәй “Таврида” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының икенсе ижади музыка йүнәлештәре антимәктәбенең грантын яулауға өлгәшә һәм Мәскәүҙә республикабыҙ исеменән сығыш яһау мөмкинлегенә эйә була. “Мөғжизәләр яланы” студияһы ҡунаҡтарына ҡурайҙа уйнап, Земфира миллионлаған телевизор ҡараусыны халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы менән яҡындан таныштырҙы, уның барлыҡ аһәңен, моңон күрһәтте.

Ул шулай уҡ ошондай матур мөмкинлек биргәне өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Халыҡтар дуҫлығы йортона, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәкселегенә һәм коллективына рәхмәтен белдерҙе. Тапшырыу эфирға 20 ноябрҙә сығасаҡ.
Читайте нас