Башҡорт донъяһы
14 Ноябрь 2020, 12:00

Барҙала Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст асылды

"Был беҙҙең край халҡының күптәнге хыялы ине", - ти милләттәштәребеҙ.

Бөгөн Пермь крайындағы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында Барҙа районының Барҙа ауылында билдәле шәхес, Ғәйнә улусы старшинаһы, Уложенная комиссияның (Рәсәйҙә XVIII быуаттағы коллегиаль орган) тәүге депутаты, Е. Пугачев ғәскәре полковнигы Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст һәм уның нәҫеленең шәжәрә ағасы асылды.
Скульптураның авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов. Билдәле Ғәйнә башҡортона бюст асыу башланғысы менән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Үҙенсәлекле скульптураны асыу тантанаһы башҡорт халҡының гимны булған “Урал” көйө менән башланды. Сарала Пермь крайы губернаторы хакимиәте, Барҙа районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
“Бөгөн беҙ оҙайлы эшебеҙҙең дауамын күрәбеҙ. Был һәйкәлде асыу – край халҡының күптәнге хыялы. Әлеге бюстың ҡалҡып сығыуы яңы пландарыбыҙға юлдар асты. Мәҫәлән, Пермь крайында билдәле Ғәйнә башҡорто, Санкт-Петербург ҡалаһында тәүге тау училищеһы асҡан шәхесебеҙ Исмәғил Тасимовҡа ла һәйкәл булырға тейеш. Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Пермь крайы етәкселегенең ярҙамы менән был ниәтте лә тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанабыҙ”, – тине үҙ сығышында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә ҡатнашҡан Башҡортостан делегацияһы исеменән сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.
"Туҡтамыш Ишбулатов – легендар тарихи шәхес. Йөҙәр йыл ваҡыт үтһә лә, ул ике төбәкте – Башҡортостан менән Пермь крайын берләштерә. Уның мираҫы өйрәнеүҙе талап итә. Халҡыбыҙҙың тарихи үҫешенә тос өлөш индергән Ғәйнә башҡорттары тураһында өйрәнәһе нәмәләр күп әле. Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары араһында иң әүҙеме булған Пермь крайы башҡорттарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст һәм уның нәҫеленең шәжәрә ағасы асылғандан һуң Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә ҡатнашыусылар эште “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә дауам итте.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас