Бөгөн Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре бара. Ошоға ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Пермь крайының “Ҡоролтай” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә бихисап сара үткәрә.
Мәҙәни һәм мәғрифәти сарала ҡатнашыусылар Барҙа районының Барҙа ауылында асылған йәкшәмбе башҡорт мәктәбендә булып, уның эшмәкәрлеге менән танышты.
Башҡортостан делегацияһын һәм Пермь крайы, Барҙа районы етәкселеген, урындағы ҡоролтай әүҙемселәрен йәкшәмбе мәктәбендә байрамса мөхит ҡаршы алды. Был мәктәп быйылғы йылдың октябрь айында ғына эш башланы. Әлеге көндә унда 30 бала шөғөлләнә.
“Һеҙ – иң тәүгеләр. Һеҙ – башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең тәүҙе уҡыусылары. Туған телдә матур итеп һөйләшергә өйрәнеүегеҙҙе теләйем. Һеҙҙең алда яңы юлдар асыла. Беҙ әле һеҙҙең исемдәрегеҙҙе ишетәсәкбеҙ һәм ғорурлыҡ менән: “Улар – Ғәйнә ырыуы вәкилдәре”, – тип әйтәсәкбеҙ. Тырышып уҡығыҙ, Туҡтамыш Ишбулатов менән Исмәғил Тасимов кеүек билдәле Ғәйнә башҡорттарына тиңләшегеҙ”, – тине уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Йәкшәмбе мәктәбендә дәрестәр һәр аҙнаның шәмбеһендә үтә. Әлегә ике төркөм булдырылған: яңы башлаусы 3-4-се кластар һәм дауам итеүсе 5-6-сы кластар. Башҡорт теле дәрестәрен Тәтешле районындағы 1-се Үрге Тәтешле мәктәбе уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина һәм Альбина Әүхәҙиева алып бара.
“Беҙҙең мәктәп Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын яуланы. Беҙ тәҡдим иткән проект “Туған тел – халыҡтың йәне” тип аталды. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй. Әлегә башҡорт алфавитын өйрәндек, башҡорт телендә шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ”, - тип эштәре менән таныштырҙы проекттың кураторы Альбина Әүхәҙиева.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Барҙалағы йәкшәмбе мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу өсөн сертификат бүләк итте.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.