Бөгөн Пермь крайында барған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы “Урал башҡорттары Пермь крайының мәҙәни байлығында” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ул иң тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. “Башҡортостан менән Пермь крайын элек-электән күршеләрсә изге мөнәсәбәттәр бәйләй. Был төбәктә милләттәштәребеҙ – Ғәйнә башҡорттары күпләп йәшәй. Улар Ватаныбыҙға батыр яугирҙәр, билдәле руда сәнәғәтселәрен, сәйәси эшмәкәрҙәр, мәғрифәтселәр биргән. Беҙ милләттәштәребеҙҙең эштәре менән ғорурланабыҙ, йәштәрҙе уларҙың лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ.
Бөгөн Пермь крайында 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар туған телен, милли мәҙәниәтен, йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайына тарихи Ватаны менән бәйләнеште нығытыуға индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә һеҙҙең башланғыстарҙы яҡлаясаҡбыҙ”, - тигән юлдар бар ине ҡотлау сәләмендә.
Пермь крайы етәкселеге исеменән урындағы мәҙәниәт министры В.М. Торчинский, мәғариф министры Р.А. Кассина, Барҙа районы хакимиәте башлығы Х.Ғ. Алапанов тәбрикләне. Башҡортостан делегацияһынан иһә мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева сығыш яһап, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек юлдары, уларҙы үҫтереү алымдары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, октябрь айында ошо хеҙмәттәшлек емеше булып Барҙа районында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башланы. Быйылғы “Йәйләү” онлайн лагерында Рәсәй төбәктәренән 235 бала ҡатнашҡан, шул иҫәптән Пермь крайынан – ун уҡыусы. Мәҙәниәт өлкәһенә килгәндә, Башҡортостандың сәнғәт коллективтары даими рәүештә күршеләргә гастролдәр ойоштора.
Артабан “түңәрәк өҫтәл”дең төп темаһына ярашлы, ғәйнә башҡорттарының тарихына, мәҙәни мираҫына, милли костюмдары үҙенсәлектәренә, был төбәктә таралған башҡорт ырыуҙарына арналған йөкмәткеле сығыштар тыңланды.
Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Пермь ғилми үҙәгенең Тарих, археология һәм этнография бүлегенең этнологик тикшереүҙәр секторы мөдире, тарих фәндәре докторы Александр Черных кәңәшмәлә Пермь башҡорттарының этник мәҙәниәте үҙенсәлектәре тураһында сығыш тәҡдим итте.
“Пермь крайы башҡорттары нисектер айырымланған шарттарҙа үҫешкән. Был уларға үҙҙәренең рухи һәм матди мираҫын иң боронғо һыҙаттарҙа һаҡларға булышлыҡ иткән. Улар тотош башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн дә үҙенсәлекле мираҫ булып хеҙмәт итә ала. Пермь крайы башҡортарына хас тағы бер һыҙат – уларҙағы “төньяҡ характеры”. Быға урындағы климат үҙенсәлектәре лә тәьҫир иткән. Таҫтамалдарҙағы “Ғәйнә” йәки “Барҙа биҙәктәре”, үҙенсәлекле түбәтәйҙәр эшләү технологияһы был төбәк башҡорттарына ғына хас милли мираҫ төрө булып һанала. Рәсәй Фәндәр академияһы Пермь ғилми үҙәгенең тарих, археология һәм этнография бүлеге милли костюмдың был үҙенсәлектәрен Матди булмаған мираҫ объекттары федераль каталогына индереү йәһәтенән эш алып бара”, - тип һөйләне Александр Васильевич.
"Түңәрәк өҫтәл"дәге һөйләшеүҙә бик күп фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр еткерелде, киләсәктә ике яҡ вәкилдәре лә улар буйынса маҡсатлы эштәр алып барырға, хеҙмәттәшлек ептәрен тағы ла нығытырға килеште. Сара һуңында Пермь крайындағы әүҙем милләттәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.