Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Ноябрь 2020, 20:30

Нәҫел тамырҙары – Ейәнсурала

Рәсәй автоуҙышсыһы Даниил Квят әле Төркиәлә ярышта. Билдәле спортсы тураһында ниҙәр беләбеҙ?

Рәсәй автоуҙышсыһы Даниил Квят, йәш булыуына ҡарамаҫтан, донъяла киң билдәле спортсы. “Формула-1” командаһы өсөн сығыш яһаған егет 2013 йылда GP3 серияһында чемпион исемен яуланы.
Ул Өфөлә тыуып үҫкән, бәләкәйҙән техникаға тартылған. Уҡытыусылары әйтеүенсә, мәктәптә уҡығанда теннис түңәрәгенә йөрөгән, бала саҡтан лидерлыҡ һәләтенә эйә булған.
Атаһы бер тапҡыр уны Мәскәүҙәге картинг үҙәгенә алып барған, шунан алып Даниил автоспорт менән әүҙем шөғөлләнә. Яҡташыбыҙ инглиз, итальян, испан телдәрендә иркен аралаша.
Әйткәндәй, 26 йәшлек Даниил Квят - Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Эрик Мусиндың ейәне, ә Эрик Ғәфүр улы сығышы менән Ейәнсура районының Байыш ауылынан.
Ошо көндәрҙә Төркиәнең “Истанбул-парк” автодромында ойошторолған халыҡ-ара ярышта Даниил Квят тәүге көндәрҙән үк уңышлы сығыш яһай башланы.
"Асфальт ныҡ тайғаҡ – был минең өсөн яңылыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Даниил. – Ярыш бик сәмле булмаҡсы, иң мөһиме - киләһе көндәрҙә лә тәгәрмәстәр һынатмаһын". Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Фото: twaku.com
Читайте нас в