Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бынан алты тиҫтә йыл самаһы элек, анығыраҡ әйткәндә, 1959 йылда хәҙерге Ханты-Манси автономиялы округында 94 кенә башҡорт ғаиләһе йәшәгән. Ул саҡта был төбәк Төмән өлкәһе составында була һәм 1993 йылда ғына, автономиялы округ булараҡ, Рәсәйҙең айырым субъектына әйләнә. Бөгөн Юграны (урта быуаттарҙа Себер төбәген һәм унда йәшәгән халыҡтарҙы ошо һүҙ менән атайҙар, бөгөн ул төбәктең икенсе исеме булараҡ ҡулланыла) 36 меңдән ашыу башҡорт төйәк иткән. Милләттәштәребеҙ Себер киңлектәрен үҙләштереүгә, нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, шул уҡ ваҡытта сит тарафтарҙа милли рухты юғалтмай, традицияларға тоғролоҡ һаҡлап йәшәй.
Югра башҡорттары тарихи тамырҙарын онотмай
Октябрь айында Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Программаның йомғаҡлау сараһы булараҡ, Башҡортостанда һәм Ханты-Манси автономиялы округында эшләгән башҡорт йәмәғәт ойошмаларының онлайн-осрашыуы уҙҙы. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, уның Югралағы бүлексәһе, Ханты-Мансийск, Сорғот ҡалаларындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономиялары, Лянтор, Нижневартовск, Түбәнге Сартымда йәшәгән башҡорт йәмәғәтселәре, Сорғот ҡалаһында быйыл булдырылған Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостандың район һәм ҡалаларында эшләп килгән ҡоролтайҙар, республиканың төрлө учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Донъялағы һәм илдәге хәл-торош арҡаһында фекер алышыу онлайн-алымда үтте.
Иң тәүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡуповтың сығышы тыңланды. Ул ҡоролтай тарафынан алып барылған эштәр, Башҡорт теле йылының барышы, ошоға ярашлы башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында ентекле һөйләне.
Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов бөгөн округта 36 меңдән ашыу башҡорт йәшәүен, башҡорт халҡының Себер киңлектәрен үҙләштереүгә, нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне һәм милләттәштәребеҙҙең сит тарафтарҙа милли рухты юғалтмай, традицияларға тоғролоҡ һаҡлап йәшәүе, был йәһәттән матур эштәр башҡарыуы хаҡында әйтеп үтте. Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Сорғот, Лянтор ҡалаларында, Түбәнге Сартым эшселәр ҡасабаһында башҡорт кластары эшләүе, балаларҙың “Шатлыҡ”, “Задоринка”, “Нур” кеүек милли ансамблдәрҙә, ҡурай, вокал буйынса түңәрәктәрҙә ҙур теләк менән шөғөлләнеүе, округтың ҡалалары һәм райондары менән Башҡортостандың Ишембай, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлектең әүҙем дауам итеүе хаҡында ла һөйләне. Шулай уҡ ул башҡорт йәмәғәт ойошмаларына, башҡорт ҡоролтайына Ханты-Манси автономиялы округы етәкселеге, хөкүмәте тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүен билдәләне.
“Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре тәүге тапҡыр үтә, – тине Рәүҙәт Абдулхаҡ улы. – Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә һәр ваҡыт Югра власының хәстәрен тоябыҙ. Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан етәкселеге тарафынан да иғтибарҙың артыуы ҡыуандыра, был беҙҙең эшебеҙгә дәрт һәм көс өҫтәй.
Бөгөн беҙҙә башҡорт кластары булдырылған. Быйыл шуларҙың береһе Лянтор ҡалаһында өҫтәмә белем биреү үҙәге ҡарамағында асылды. Шулай уҡ Түбәнге Сартым эшселәр ҡасабаһындағы дөйөм белем биреү учреждениеһында ла башҡорт класы эшләп килә.
Уҡ атыу милли спорт төрө үҫешә, ҡурай түңәрәктәре барлыҡҡа килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостанда тыумаған, ғүмер буйы Юграла йәшәгән башҡорттар ҙа тарихи тамырҙарын онотмай.
Күптәр уйлауынса, Себерҙә йәшәгән һәм эшләгән башҡорттар оҙон аҡса эҙләп сығып китә. Ысынында иһә Юграла йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ҙур өлөшө бында тыуған, ә уларҙың ата-әсәһе заманында аҡса тип түгел, ә төбәкте үҫтереү маҡсатында күсеп килгән. Себер тәбиғәте ҡырыҫ, шуға бында күптәр оҙаҡҡа ҡалмай, кире ҡайта. Ханты-Манси автономиялы округында ныҡлы һәм рухлы кешеләр генә берегеп, эшләп китә ала. Югра башҡорттарының әлеге әүҙемлеге һәм тырышлығы, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуы, рухлы итеп йәшәүҙәренең сәбәптәре лә шундалыр”, – тип һөйләне Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.
Берҙәм булһаҡ, эшебеҙ ҙә берәгәй булыр
“Бөгөн Ханты-Манси автономиялы округында башҡорттар һан йәһәтенән дүртенсе урында килә. Әлбиттә, милләттәштәребеҙ был төбәктең иҡтисади үҫешенә, нефть заводтарын төҙөүгә, сығанаҡтарҙы эшкәртеүгә ҙур көс һалған. Әлеге ваҡытта унда йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәте үҙенә күрә бер һоҡланғыс күренеш, беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ”, – тип округ ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улының һүҙҙәрен хупланы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы Италмасова, ХМАО-Югра Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Динә Фәнил ҡыҙы Бүләкова, Нижневартовск районының “Ҡурай” башҡорт һәм татар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рина Сәрүәр ҡыҙы Йәлилева, “Югра башҡорттары” төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Әмир улы Кинйәбаев һәм башҡалар Ханты-Манси автономиялы округында эшләп килгән башҡорт ойошмаларының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы, шулай уҡ бергәләп хәл итәһе мәсьәләләргә лә туҡталды.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре – Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зиннуров, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһы директоры Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин беҙҙең тарафтан сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған маҡсатлы эштәр менән таныштырҙы. Был йәһәттән эштәр яйға һалына, йылдан-йыл һөҙөмтәлерәк була бара. Бының өсөн бер-ике миҫал килтереү ҙә етә.
Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙең китапханалары фондын башҡорт китаптары, мәктәптәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре менән тәьмин итеү, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, башҡорт уҡыусыларын олимпиадаларға, гимназия-интернаттарға йәлеп итеү йәһәтенән бихисап эш башҡарыла. Мәҫәлән, былтыр милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә 4680 китап тапшырылған, быйыл иһә был һан 18353 дана тәшкил иткән. Онлайн-алымда ойошторолған “Йәйләү” лагерында Рәсәй ҡалаларынан һәм төбәктәренән 235 бала ҡатнашҡан. Бөгөн республиканың инновациялы белем биреү ойошмаларында (лицей һәм гимназияларҙа) сит төбәктәрҙән 208 бала белем ала, шуларҙың 121-е – башҡорт милләтенән (уларҙың 47-һе – Ырымбур, 58-е Силәбе өлкәһенән, 9-ы ХМАО-Югранан).
Белеүебеҙсә, быйыл февраль айында Башҡортостан Хөкүмәте милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был үҙәктәрҙең ойошторолоу маҡсаты һәм бурыстары тураһында БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Замфир улы Солтанморатов әйтеп үтте.
“Түңәрәк өҫтәл” янындағы һөйләшеүҙең төп мәғәнәһе милли асылыбыҙҙы һаҡлау өсөн берҙәм булыу, һәр эште уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп башҡарыу, хеҙмәттәшлек даирәләрен арттырыу зарурлығына ҡайтып ҡалды.
Йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, ҡурайҙа ла уйнайҙар
Ханты-Манси автономиялы округында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы оҫталыҡ дәрестәре лә уҙҙы. Уларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.
Талантлы башҡорт артистары Зилиә Бәхтиева менән Айназ Низаметдинов йыр һәм бейеү сәнғәте нескәлектәренә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, уҡ атырға өйрәтте. Был оҫталыҡ дәрестәре Лянтор, Сорғот, Нижневартовск ҡалаларында бик ойошҡан рәүештә үткән.
“Балалар дәрестәргә башлыса ата-әсәһе менән килде. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға алты йәш ине, шул уҡ ваҡытта 60–70 йәш араһындағы ололар ҙа булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында музыкаль һәләтлеләр, сәнғәткә тартылыусылар байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, “Шатлыҡ” ансамблендә шөғөлләнгән балалар Айназ Низаметдиновтан бейеү серҙәренә төшөндө. Беҙ бәйләнеште өҙмәҫкә, киләсәктә онлайн-дәрестәр үткәрергә килештек”, – тип һөйләне Зилиә Бәхтиева.
Мәҫәлән, Лянтор ҡалаһында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә 25 кеше ҡатнашҡан. Бындағы ҡурайсылар ансамбле милли инструментта уйнау нескәлектәрен тағы ла нығыраҡ үҙләштереп, “Байыҡ” һәм “Марш” көйҙәрен уйнарға өйрәнгән. Йырсылар менән дөрөҫ тын алыу, тауышты көйләү буйынса эш алып барылған һәм “Хәтирә” йыры өйрәнелгән.
Сорғоттағы оҫталыҡ дәресенә 70-тән ашыу кеше килгән. Улар ҡурай, ҡумыҙ уйнау серҙәренә төшөнгән, башҡорт бейеүенең төп хәрәкәттәрен ҡабатлаған. Бындағы йыр һәм бейеү ансамблдәренә “Кинйәкәй”, “Байсауыл”, “Сума өйрәк, сума ҡаҙ” кеүек халыҡ йырҙары, “Түритләү”, “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүҙәре өйрәтелгән. Ошондай уҡ күнекмәләр Нижневартовск ҡалаһында ла ойошторолған. Шулай уҡ һәр урында милләттәштәребеҙ уҡ атып, үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡарай алған.
Республикабыҙ етәкселеге быйыл “Һылыуҡай”, “Йәшлек-шоу” кеүек сараларҙы Бөтә Рәсәй масштабында, дөрөҫөрәге, киң илебеҙҙең башҡорт халҡы күпләп йәшәгән төбәктәрендә лә үткәрергә ҡарар итте. Был сараларҙың һайлап алыу турҙары Ханты-Манси автономиялы округында ла гөрләп уҙҙы. Мәҫәлән, Сорғот ҡалаһында үткән “Йәшлек-шоу-2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу турында Нижневартовск ҡалаһынан Аида Ибраҡова – беренсе, Сорғоттан Динар Ғәлимов икенсе урынды яулаған.
Йәш быуындың һәләтен үҫтереү, уларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу эше йәкшәмбе мәктәбендә лә дауам итә. Сорғот ҡалаһындағы шундай мәктәптә, ял көнө тип тормайынса, йыйылып, ҡурай уйнау серҙәренә төшөнгәндәр.
“Шәмбе көн иртә менән йәкшәмбе мәктәбендә шөғөлләнгән балалар дәррәү генә йыйылды. Әлбиттә, уларҙың шөғөлөн хуплаған, балаларын милли мөхиттә үҫтереү өсөн тырышҡан ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ”, – тине ХМАО-Югралағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Гөлсирә Әбдрәшитова.
Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн округтың күпселек ҡалаларында бихисап башҡорт йәмәғәт ойошмалары, милли үҙәктәр эшләй, башҡорт кластары асылған, ансамблдәр, студиялар булдырылған. Әүҙемлек йәһәтенән Себерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ республикабыҙға күрше генә урынлашҡан ҡайһы бер төбәк башҡорттары өсөн дә өлгө булырлыҡ. Ә бит был ерҙәр тарихи Башҡортостан биләмәһе лә түгел. Ҡасандыр ошо төбәкте үҙләштереү өсөн белгестәр булараҡ барып төпләнгән, артабан уҙған быуат аҙағында, яңы быуат башында етеш, мул тормошта йәшәү маҡсаты менән юлланған милләттәштәребеҙҙең сит тарафтарҙа үҙ асылына тоғролоҡ һаҡлап, милли йөҙөн юғалтмай, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүе һоҡландыра ла, ғорурландыра ла.