Сорғот ҡалаһындағы “Ирәндек” вокаль-фольклор ансамбле ошо төбәктәге башҡорт милли коллективтары араһында иң йәшелер, моғайын. Ул быйыл ғинуарҙа ғына барлыҡҡа килгән.
– Ижади коллектив булдырыу эшенә мине Сорғот ҡалаһындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы Италмасова дәртләндерҙе һәм ярҙам итте. Бөгөн балалар төркөмөндә – 15 ҡыҙ һәм малай, өлкәндәр төркөмөндә 12 кеше шөғөлләнә, – тип һөйләй ансамблдең етәксеһе Наилә Батыр ҡыҙы Зөлҡәрнәева.
Ансамбль ағзалары башҡорт халыҡ йырҙарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә. “Халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен башҡарған мәлдә балалар дөрөҫ тын алырға, башҡорт һүҙҙәрен акцентһыҙ дөрөҫ әйтергә, көйҙө дөрөҫ башҡарырға өйрәнә. Ғөмүмән, оҙон көйҙөң кешенең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо белгестәр тарафынан күптән билдәләнгән. Был бөгөнгө шарттарҙа айырыуса көнүҙәк. Йырлау баланың үпкәһен нығыта, йәш организмдың дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә”, – ти музыка уҡытыусыһы Наилә Батыр ҡыҙы.
Быйыл ғына эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа ла ҡатнашып өлгөргән “Ирәндек”тәр. Ансамблдә иң бәләкәйе һаналған биш йәшлек Сафия Сырлыбаева, шулай уҡ Тимур һәм Булат Үзбәковтар атайҙары Илдар менән ҡала күләмендә үҙҙәрен һынап ҡараған.
“Башҡортса бөтөнләй һөйләшмәгән йәки насар аралашҡан балалар ансамблдә шөғөлләнә башлау менән күҙгә күренеп үҙгәрә, уларҙың акценты юҡҡа сыға. Улар ана шулай йыр аша туған телен дә өйрәнә”, – тип билдәләне Наилә Зөлҡәрнәева.
Яңы барлыҡҡа килгән коллективҡа уңыштар теләйек! Алда бихисап матур эштәр, сығыштар, уңыш һәм ҡаҙаныштар көтә “Ирәндек” вокаль-фольклор ансамблен.