Башҡорт донъяһы
20 Ноября 2020, 08:36

“Нур” милләттәштәр күңелен нурлай

Ханты-Манси автономиялы округындағы Түбәнге Сартым эшселәр ҡасабаһы – милләттәштәребеҙ айырыуса күп тупланған төбәк. Бында башҡорт ҡоролтайы, “Ирәндек” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләй.

Ханты-Манси автономиялы округындағы Түбәнге Сартым эшселәр ҡасабаһы – милләттәштәребеҙ айырыуса күп тупланған төбәк. Бында башҡорт ҡоролтайы, “Ирәндек” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләй.


Ул 1999 йылда “Түбәнге Сартым нефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы ҡара­мағындағы коллектив булараҡ барлыҡҡа килә. Һәр төрлө милли байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа сығыш яһап, үҙен танытып өлгөргән төркөмгә 2010 йылда “Үҙешмәкәр халыҡ ансамбле” исеме бирелә.

“Нур” үҙ сафына башлыса эшсе йәш­тәрҙе берләштерә. Шулай уҡ уның янында “Буранҡай” бейеү коллективы һәм “Асса” балалар ансамбле уңышлы эшләп килә.


Коллективҡа 2012 йылдан етәкселек иткән Илдар Мөхәйәров ҡурайсылар һәм йырсылар менән әүҙем эшләй. Фәйез Усманов һәм Лена Дәүләткирәева төрлө бейеүҙәр ҡуя.


Бөгөн “Нур” үҙ эшмәкәрлегендә бер нисә йүнәлеште берләштерә: бында милләт­тәштәребеҙ бейеү, вокал, фольклор, ҡурай, ҡумыҙ сәнғәте менән теләп шөғөлләнә. Уларҙың сағыу сығыштары – һәр бай­рамдың биҙәге!


Коллективтың уңыштары ла бихисап, ул бик күп мәртәбәле конкурстарҙың еңеү­сеһе булып танылған. Былтыр улар Өфөлә үткән “ХМАО-Югра башҡорттары мәҙәниәте көндәре”ндә, “Рәсәй төбәктәре башҡорт­та­ры мәҙәниәте көндәре” төбәк-ара проек­тында уңышлы сығыш яһаған. Быйыл фев­ралдә “Нур”, Рәсәй Мәҙәниәт министрлы­ғының бойороғона ярашлы, “Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Бөгөн уға үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Лена Ғәли ҡыҙы Дәүләткирәева етәкселек итә.
Читайте нас