Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле йылына арнап матур йөкмәткеле, үҙенсәлекле интернет-конкурстар иғлан итте. Уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
«Әсәм теле — сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар 2020 йылдың юбиляр шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Ш. Бабич, М. Ғафури, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Ф.Туғыҙбаева, Ф. Аҡбулатова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын һайларға мөмкин. Конкурста 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша.
Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуйырға һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләргә тейеш. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Был конкурста башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Улар яҙмаларын #ШиғриТел2 хештегы менән билдәләргә тейеш.
Еңеүселәр ике номинацияла – башҡорт телен туған теле булараҡ һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында айырым билдәләнә.
Видеояҙма 3 минуттан артмаҫҡа тейеш. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған, эшләгән урыны (ҡала, районды яҙырға), әҫәр исеме, авторы мотлаҡ яҙылырға тейеш.
Икенсе конкурс – «Матур донъя» видеояҙмалар бәйгеһе йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста 14-30 йәштәгеләр ҡатнаша ала.
Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сәхифәлә (“Бәйләнештә” йәки “Инстаграм”да) #МатурДонъя хештегы менән билдәләп, видеояҙма һалырға кәрәк. Роликта тыуған яғығыҙҙың матур урынын төшөрөгөҙ, сәфәрегеҙ тураһында тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Шарттары: тревел-видео жанрында оҙонлоғо 3 минуттан артмаған видеояҙма төшөрөрөгә һәм монтаж эшләргә. Роликта туристар өсөн ҡыҙыҡ булырлыҡ берәй матур урынды һүрәтләргә. Яҙма башҡорт телендә булырға тейеш.
Ижад даирәһе сикләнмәй: видеоны текст, слайд-шоу, тауыш эффекттары менән байытырға мөмкин. Жюри телмәр таҙалығы, мәғлүмәт тулылығы, юмор, видео сифаты, монтаж кимәле кеүек сифаттарға иғтибар итәсәк.
Был конкурс буйынса эштәр шулай уҡ 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
«Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурс. Йүнселдәр араһында үткәрелгән был конкурсҡа шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмәғәт ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, үҙмәшғүлдәр саҡырыла. Улар үҙ эше хаҡында видеояҙма төшөрөп, социаль селтәрҙәге асыҡ сәхифәһенә ("Бәйләнештә" йә "Инстаграм"да) #Тырыш хэштегы менән ҡуйырға тейеш. Иң яҡшы видеояҙма Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтына ҡуйыласаҡ. Эштәр башҡорт телендә, оҙонлоғо йәһәтенән бер минутҡа тиклем булырға тейеш. Был конкурсҡа ла видеояҙмалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
«Матур донъя», «Әсәм теле — сәсән теле», «Тырыш!» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтайҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.