Сорғот ҡалаһында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең даны Себер тарафтарында күптән билдәле, сөнки был коллектив ҡалала ғына түгел, Ханты-Манси автономиялы округында үткән барлыҡ ҙур сараларҙы биҙәй.
Сығышы менән бәрәкәтле Баймаҡ еренән, бейеүселәр нәҫеленән булған Рияз Байегетов етәкселегендәге “Шатлыҡ” – бихисап халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре еңеүсеһе. Мәҫәлән, быйыл ғинуарҙа Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә улар төрлө номинацияларҙа беренсе, икенсе урындар һәм Гран-при яулай.
Был коллективтың барлыҡҡа килеүендә Сорғот ҡалаһындағы башҡорт диаспораһы, “Ҡурай” Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы (рәйесе Зөлфирә Италмасова) ҙур роль уйнай.
– Беҙҙең ансамблгә башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре – татарҙар, рустар ҙа йөрөй, улар ҙур теләк менән башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәт өлгөләре менән таныша, бейеүҙәребеҙҙе өйрәнә, – ти балетмейстер Лилә Камил ҡыҙы Ғәрифуллина.
“Шатлыҡ”тар Сорғотта үткән “Гөлләмә” милли мәҙәниәттәр фестивалендә, Ҡала көнөндә, Һабантуй, Халыҡтар берҙәмлеге көнө кеүек байрамдарҙа башҡорт халҡының бейеү сәнғәте менән таныштыра. Коллектив әүҙем эшмәкәрлеге өсөн күп тапҡыр Сорғот ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт департаментының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Башҡортостан Республикаһының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Бөгөн ансамбль ете йәштән 32 йәшкәсә 35 кешене берләштерә. 2018 йылда “Шатлыҡ”тың айырым балалар ансамбле булдырыла, унда бөгөн башҡорт бейеүе менән ҡыҙыҡһынған биш йәштән туғыҙ йәшкәсә 18 бала шөғөлләнә.