Быйыл Яҡын Көнсығышта тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында беренсе консул, революционер, дипломат Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тула.
Башҡорт ерен, халҡыбыҙҙы данлаған бихисап билдәле шәхес араһында донъяуи кимәлдә танылыу яулаған арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр совет илсеһе булып Кәрим Хәкимов айырым урынды биләп тора.
Мәшһүр милләттәшебеҙҙең иҫтәлеген оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Хәйер, был йәһәттән бихисап эш башҡарыла килә. Мәҫәлән, быйыл Мәскәүҙә билдәле дипломат тураһында китап нәшер ителде. 300 дана китап төбәк китапханаларына таратылған. Унан тыш, яҡташыбыҙ тураһында тағы бер документаль фильм да төшөрөргә тейештәр.
Шулай уҡ Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында Кәрим Хәкимов исемендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм Көнсығышты өйрәнеү институты ла барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Ә Башҡортостан китапханалар ассоциацияһында Кәрим Хәкимов тураһындағы мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереүҙең заманса ысулын тапҡандар: комикстар рәүешендә нәшер ителгән беренсе баҫма “Әбдел-Ғәзиз һәм Кәрим: заман геройы” тип атала. Әлеге мәлдә 44 битлек комикс 3160 данала донъя күргән, улар республика китапханалары фондтарына башҡорт һәм рус телендә берәр дана бүленгән.
Бөгөн, 20 ноябрҙә, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо үҙенсәлекле баҫманың – “Кәрим Хәкимовтың тере китабы” проектының исем туйы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, билдәле карикатурасы, ижади шәхес Камил Буҙыҡаев һәм даны бөтөн Рәсәйгә таралған “Муха” студияһының ижади төркөмө ҡатнашты.
“Кәрим Хәкимовтың тере китабы” проектын Башҡортостан китапханалар ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грант аҡсаһына тормошҡа ашырған. Ҡатмарлы тарихи материалды ябай, аңлайышлы ысул менән рус, башҡорт телдәрендә еткерә алған был эш башҡа социаль һәм сәйәси яҡтан йәһәттән әһәмиәтле проекттар араһында тап шуныһы менән айырылып тора. Авторҙарҙың маҡсаты — республика китапханаларына йәштәрҙе йәлеп итеү, башҡорт телен популярлаштырыу, тарихыбыҙға ҡарата йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
"Бөгөнгө сара бик ҡыҙыҡлы, сөнки презентацияланған комикстар иҫ киткес үҙенсәлекле яҙмышлы кешегә – Кәрим Хәкимовҡа арналған. Беҙ уны билдәле пьеса аша “Ҡыҙыл паша” хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарған, сағыу сәйәсмән булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик фажиғәле тамамланған.
Ғөмүмән, халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, яҙмыш юлдары алыҫҡа алып киткән мәшһүр шәхестәр күп, Кәрим Хәкимов та – улар иҫәбендә. 2000 йылдар башынан республика Хөкүмәте, энтузиастар, маҡсатҡа тоғро кешеләр ярҙамында уның иҫтәлеген тергеҙеү өсөн бихисап эштәр атҡарылған һәм әле лә дауам итә. Бөгөнгө сара ла – ошоға асыҡ миҫал", – тине Радий Фәрит улы сара барышында.
Карикатурасы Камил Буҙыҡаев комикстар эшләү идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килеүен, Кәрим Хәкимов шәхесен өйрәнеү өсөн байтаҡ архив материалдарын өйрәнеүен, комикстар эшләү бик ныҡ мауыҡтырғыс, яуаплы эш икәнлеген билдәләне. “Кәрим Хәкимов легенда булырға тулы хоҡуғы булһа ла, был тормошҡа ашмаған. Уның иҫтәлеген тергеҙеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ, пландарҙа фильм һәм йәнһүрәт эшләү ниәте бар”, – тине Камил Буҙыҡаев.
“Муха” студияһы етәксеһе Артур Абдрахманов был проектта ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәтен еткерҙе, студияның утыҙ йыллыҡ тарихында власть органдары тәүге тапҡыр уларҙың эшенә иғтибар һәм әһәмиәт биреүҙәрен, был студия эшен бик йәнләндереүен билдәләне.
Әйткәндәй, комикс презентацияһын дистанциялағы технологиялар ярҙамында ойошторҙолар, уның яҙмаһын теләгән һәр кем Интернет селтәрендә, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә ҡарай ала.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.