Бөгөн “Башҡортостанда Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре” тип аталған үҙенсәлекле сара үтте. Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, ул Zoom платформаһында видеокәңәшмә алымында ойошторолдо.
Иң тәүҙә сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына әүҙемлек өсөн рәхмәт белдерәм. Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙарҙы, шул иҫәптән дистанцияла үткәрелгән конференцияларҙы, быға тиклем башлыса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштороп килде. Был осрашыу иһә тулыһынса Мәскәү башҡорттары башланғысы менән уҙа. Тиҙҙән беҙҙең халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә байрамды — Башҡорт теле көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был осрашыу шулай уҡ - телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуҙың бер ысулы. Ҡатнашыусыларға файҙалы эш теләйем һәм Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тигән документыбыҙ менән танышып, уға ҡарата фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе еткереүегеҙҙе һорайым», - тине Эльвира Айытҡолова.
Эльвира Ринат ҡыҙы шулай уҡ киләһе йылда үтәсәк мөһим сараға – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға айырым туҡталды. “Уға һәр йәһәттән әҙерлек дауам итә, ҡоролтай ҙа республика биләмәһендә лә, унан ситтә лә маҡсатлы эштәр алып бара. 2010 йылда үткән Халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙенең милләтен башҡорт тип иҫәпләгән кешеләрҙең 75 проценты ғына туған теле тип башҡорт телен һанауы хаҡында белдерҙе. Был йәһәттән уйланырға урын бар”, - тине башҡорт ҡоролтайы Президиумы рәйесе.
Артабан Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы әүҙемселәре төрлө темаларға арналған лекциялар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт йәмәғәтселегенең әүҙем вәкилдәре – ғалимдар, филологтар, спортсылар, юристар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары бар ине. Сығыш яһаусылар үҙҙәренең шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Һәр сессияла бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, мәғлүмәти йәһәттән яңылыҡ бирерҙәй сығыштар тәҡдим ителде.
Мәҫәлән, яман шеш менән ауырыған пациенттарҙы берләштергән «Һаумы!» тип аталған ассоциация етәксеһе Әнүзә Мырҙабаева «Онкомаяҡ» проекты менән таныштырҙы. Ул яман шеш менән сирлеләрҙең һәм уларҙың яҡындарына ярҙам, был сиргә сәбәпсе булған факторҙар, табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәүҙең хәүефе хаҡында һөйләне. Мәғлүмәти һәм психологик ярҙам сирлегә лә, уның туғандарына ла кәрәк, тип иҫәпләй ул.
«Был ауыр кисерештәрҙе үҙем дә йөрәгем аша үткәрҙем: биш йыл элек атайым яман шеш менән сирләне. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек федераль структураларҙа эш тәжрибәм булғас, яман шештән яфаланған сирлеләргә нисек ярҙам итергә беләм. Минең «Онкомаяҡ» тигән проектым бар. «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошманың 8-800 302 90 45 телефоны аша “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, мәғлүмәти ярҙам алырға мөмкин. Белгестәр кемгә мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, табип-онкологтың фекерен ишетергә, юридик һәм психологик ярҙам алырға булышлыҡ күрһәтә», - тине Әнүзә Мырҙабаева.
Билдәле скульптор, уҡытыусы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ҡатнашыусыларға һәйкәл сәнғәтенең теле, башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге хаҡында уйҙарын еткерҙе. Салауат Александр улы шулай уҡ үҙенең башҡортлоғон танып аңлау тарихы хаҡында ла һөйләне.
«Мин әллә ни йәш кеше түгел инде, ә бына башҡорт булараҡ йәшмен. Атайымдың күҙлеге аша мин һәр ваҡыт үҙемде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшө итеп күрҙем, әммә аҙаҡҡы йылдарҙа тамырҙарымды тәрәнерәк өйрәнә башланым. Шәжәрәмде төҙөнөм. Милли һыҙаттар һәм биҙәктәр асыҡ һынланмаһа ла, ижадымда һәр саҡ булған кеүек. Башҡорт һәйкәл сәнғәтенең киләсәге бик бай. Милләттәштәребеҙ араһында скульпторҙар һәм, ғөмүмән, ижадсылар күберәк булһын өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ», — тип белдерҙе Салауат Щербаков.
Бөтә донъяның дистанцияла эшләүгә күсеүен, йәнле аралашыуҙың кәмеүен иҫәпкә алғанда, Гөлнара Ибраҡованың сығыш үтә файҙалы булды. Гөлнар телмәр оҫталығы буйынса дәрестәр алып бара, диктор булып эшләй.
«Телмәр имиджы һәр беребеҙгә кәрәк. Айырыуса беҙҙең осорҙа, мессенджерҙар аша яҙышыу ныҡ таралғанда ул айырыуса көнүҙәк була бара. Бөгөнгө көндә көнкүреш телмәрҙән башҡа, беҙҙең ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеге юҡ. Ҡыҙыҡһыныуҙар һәм аралашыу мөхите тарая бара, ваҡыт ҡыҫҡара, һөйләшеүҙәр "Сәләм! Хәлдәр?“ кимәленә тиклем етә. Шуға телмәр оҫталығын камиллаштырыу бик кәрәк, ул һеҙҙе башҡаларҙан ныҡ айырып торасаҡ», — тип белдерҙе Гөлнара Ибраҡова.
Илфат Әмиров – Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән ябай башҡорт егете. Бөгөн ул - киң билдәле ММА көрәшсеһе, илебеҙҙең баш ҡалаһында бер нисә шәхси спорт клубы бар. Ул бала саҡтан дзюдо һәм ҡул көрәше менән мауыға. Мәскәүгә күскәс, ҡатнаш алыш менән етди шөғөлләнә башлай һәм ошо спорт төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшә.
«Шәхси спорт клубын асыу хыялы менән күптән яна инем. Уны тормошҡа ашырырға, инвесторҙар йәлеп итергә спорттағы уңыштарым, яуланған исемем ярҙам итте. Бөгөн Мәскәүҙең үҙәгендә клубым эшләй һәм ул баш ҡалалағы иң абруйлы клубтарҙың береһе иҫәпләнә. Бында профессионал спортсылар шөғөлләнә. Икенсе клубым фитнес-зал форматында, унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. Оҙаҡламай өсөнсө клубым асыласаҡ. Ниндәйҙер хыялды тормошҡа ашырыу өсөн теләк кенә әҙ, ошо хыял менән янырға, уға табан барырға кәрәк», — тине сығышында Илфат Әмиров.
Шул уҡ ваҡытта Илфат, Мәскәүҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүгә ҡарамаҫтан, уның клубына башҡорттарҙың әҙерәк йөрөүен билдәләп үтте. Ә яҡташтары өсөн ул айырым ваҡыт бүлгән, әлегә унда ундан ашыу ғына кеше йөрөй. Башҡорт йәштәре менән аралашыуҙан файҙаланып, спортсы уларҙы әүҙемерәк булырға, маҡсаттарына ынтылып йәшәргә саҡырҙы.
Ил кимәлендә абруйлы уҡыу йорттарының береһе булған Юғары иҡтисад мәктәбе доценты, юридик фәндәр кандидаты Булат Нәжметдинов “Рәсәйҙә юридик белем биреү” тураһында сығыш тәҡдим итте. Был өлкәлә белем алыуҙың үҙенсәлектәренә, уҡырға инеү нескәлектәренә, бюджет урындарына ҡағылышлы файҙалы мәҡлүмәттәр еткерҙе.
М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина сығышында тәбиғи билингвизм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, туған телде өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр менән таныштырҙы.
«Билингвизм – ике теллелек, кеше уларҙы бер иш кимәлдә белһә лә, улар менән тигеҙ булмаған шарттарҙа файҙаланыуы ихтимал. Был күренеште Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәренә бәйле күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, ғаиләлә, мәктәптә, социаль селтәрҙәрҙә беҙ туған телебеҙҙә аралашабыҙ, ә һөнәри эшмәкәрлек һәм башҡа тармаҡтар рус теле аша башҡарыла. Билингвизм — ул өҫтөнлөк, һәм беҙ балаларыбыҙға ошо өҫтөнлөктө бирергә тейешбеҙ. Ике тел белеүселәрҙең аҡыл ҡеүәһе бер генә тел белгәндәрҙән юғарыраҡ: улар ижади ҡарашлы, хәтерҙәре яҡшыраҡ, тиҙерәк уйлай. Тәбиғи билингвизм шарттарында тел үҙләштерелә, ә көсләп өйрәтелмәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү тышҡы һәм эске мотивация менән бәйле. Тышҡыһы кешенең ғаиләһе, уҡыу йорто, власть органдары тарафынан булдырылған шарттар арҡаһында тыуа. Шул уҡ ваҡытта эске мотивация ла мөһим. Ул кешенең үҙенең теләгенә, маҡсатына бәйле. Шуға күрә ата-әсә балалары бәләкәй саҡта ошо мотивацияны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Тәүге өс йыл – сабый өсөн тел өйрәнеүҙә иң яҡшы мәл. Өс йәштән ун йәшкә тиклем һәләттәрҙе үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ мөхиттең булыуы бик мөһим. Әгәр аралашыу өсөн ҡулай мөхит булмаһа, уны үҙебеҙ ойошторорға мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә беҙ шундай мәҙәни "утрауҙар” булдырып, балаларға башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеге тыуҙырабыҙ”, — тине үҙ сығышында Ләйсән Әхмәҙуллина.
Дөйөм алғанда, был сара илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тиңдәр араһында тиң булыуын, үҙҙәрен халҡыбыҙҙың лайыҡлы, белемле, талантлы, таһыллы вәкилдәре итеп танытыуын асыҡ күрһәтте.
(Мәҡәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты материалдарына таянып әҙерләнде).
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.