Бөгөн яратҡан йырсыларыбыҙҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Ҡалмырҙин тыуған көнөн билдәләне. Ижадсы белдереүенсә, 50 йәштән һуң тормош саҡ башлана ғына, айырыуса ир-ат өсөн. Шулай уҡ сәнғәт кешеләре тураһында ошолай әйтергә мөмкин – ең һыҙғанып эшләргә киң офоҡтар асыла.
Филүс Фәрүәз улы сығышы менән Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан. Ул бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ике уйламай Өфөгә юллана – сәнғәт йүнәлешендә белем алырға.
“Ирәндек моңдары”, "Яҙғы моңдар” республика конкурстарында гран-при яулаған Филүс Ҡалмырҙин “Азамат”, “Абдрахман”, “Буранбай”, “Илсе Ғайса”, "Ҡаһым түрә”, “Әрме” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, шул уҡ ваҡытта уның репертуарында дәртле йырҙар ҙа урын алған.
Йырсыны тамашасы ярата, һәр сығышын көслө алҡыштарға күмә. Филүс Фәрүәз улын тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.