Тәбиғәттең һоҡланғыс урынында урынлашҡан башҡорт ауылы Ҡомъяҙы атамаһы ошо төбәктә ағып ятҡан йылға исеменән алынған. Эре ер биләгән башҡорттар XVIII быуаттың аҙағында ғына ауылға нигеҙ һалған. Билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров 1816 йылда Ҡомъяҙыла 17 йорт булғанын, унда 80 кеше йәшәгәнен иҫбатланы. Ә 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре 194 йортта 996 башҡорт булғанын күрһәтә.
Мөхәммәт Вәлиев – ошо ауыл уҙаманы
Балтас районының “Ҡомъяҙы” исемендәге хужалығының тарихи шәхестәренең береһе, алдынғы етәксе Мөхәммәт Вәлимөхәмәт улы Вәлиев тураһында яҙмалар сағыштырмаса аҙ. Бының сәбәптәрен мәҡәлә аҙағында аңларһығыҙ. Ул был ауылда ғына түгел, тотош Советтар Союзы күләмендә билдәле тарихи уҙаман була.
Мөхәммәт Вәлиев 1904 йылда Ҡомъяҙы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тәбиғәттән бик һәләтле, эшһөйәр кеше була. Ғөмүмән, яңылыҡҡа ынтылыш уның нәҫелендә булғандыр. Атаһының тормош юлындағы ваҡиғалар, мажаралар, уңыштар тураһында уның ҡыҙы Римма апай һөйләп бирҙе.
Мөхәммәт Вәлиев 22 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Унда сержант дәрәжәһендә үҙен өлгөлө хәрби итеп күрһәтә. 1929 – 1930 йылдарҙа үҙ теләге менән Үрге Тура ҡалаһында хеҙмәттә була. Зирәклеге, яҡшы хәтере рус телен камил үҙләштерергә ярҙам итә. Әрменән ҡайтҡас, урындағы етәкселәр, Мөхәммәттең алдынғы ҡарашлы, уңған егет икәнен күреп, 1931 йылда уны Иҫке Балтас ауыл советына рәйес итеп һайлай. Был яуаплы вазифала ул ике йыл эшләй. Ошо йылдарҙа уның шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр була – Мәүгизә исемле сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡоралар.
Халыҡ-ара хәлдең киҫкенләшеүе илдә оборона мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Мөхәммәтте “Росавиахим”ға күсерәләр. Унда оҙаҡ эшләмәй, сөнки 1933 йылдың 18 февралендә колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Ул йылдарҙың ҡайтауазы тарих биттәрендә сағыла. Ҡомъяҙы китапхана хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә Фәүзинә Фәрхуллина, Ҡауый Гәрәйшин һәм Гөлнара Солтанова ошо осор йәдкәрҙәрен – колхоз йыйылыштарының протоколдарына ҡәҙәр һаҡлаған. Документтарҙан
күренеүенсә, Мөхәммәт Вәлиев эш башлағанда колхоз амбарында ете килограмм ҡарабойҙай оно була. Хужалыҡтың тарҡау булғанын, колхозлашыу йылдары тамамланмаған осор икәнен иҫәпкә алһаҡ, яңы хужаға еңелдән булмағандыр.
1933 йыл тарихҡа ҡоролоҡ йылы булып инеп ҡалған. Ә был ваҡытта Балтас районында 100-ҙән ашыу колхоз араһында “Ҡомъяҙы” иң эре хужалыҡтарҙың береһе була. Яңы рәйескә ни бары 29 йәш. 1933 йылда Мөхәммәт 30 ҡаҙаҡ он менән яҙҙы ҡаршы ала. Сәсеү ваҡыты етә. Орлоҡто Ҡуяҙы станцияһынан күтәреп ташыйҙар.
Тарихтағы “симәнә ташыу”осоро күптәрҙең йөрәген өшөткәндер. Ҡар ирей, аяҡ аҫтын һыу баҫа. Еүешләнгән сабата таралыр-таралмаҫ булып йәйелә... Ҙур ауырлыҡтар менән булһа ла, яҙғы сәсеүҙе башҡарып сығалар. Сәсеүлектәрҙе һаҡлау һәм утау эшенә иғтибар арта. Мөхәммәттең тәүәккәллеге һәм тырышлығы күптәргә яңы көс өҫтәй.
Үткер була башҡорт егете. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ. 1934 йылдың мартында сыҡҡан “Генераль һыҙыҡ өсөн” гәзите битендә ошондай мәғлүмәт бар: “1933 йылда колхоздың 693 гектар сәсеү майҙаны булып, һәр гектарҙан 12 центнер уңыш алына. Хеҙмәт көнөнә 14 килограмм ашлыҡ бирелә. Баҫыуға 1041 йөк тиреҫ, 32 центнер көл сығарыла. 92 аты, 18 баштан торған мал фермаһы бар. Наҙанлыҡты бөтөрөүгә 120 кеше йәлеп ителгән. Колхоз рәйесе Вәлиев, парторг Усманов була. “Ҡомъяҙы” колхозы райондың “ҡыҙыл таҡта”һына индерелә. 1934 йылда туғыҙ гектар ерҙе йомшартып, ике йәшелсә баҡсаһы булдырыла. Ике ҡатлы амбар, станоклы ат аҙбары, һарыҡ, сусҡа, тауыҡ фермалары төҙөлә”.
Ауыл уртаһында ике ҡатлы идара бинаһы ҡалҡып сыға. Ошонда уҡ балалар баҡсаһы асыла. Тимерсе аласығы, оҫтаханалар, баҫыу стандары төҙөлә. Клубта даими кино күрһәтелә башлай. Һуңғараҡ төҫлө кино ҡарау бәхетенә лә өлгәшәләр. Алға китеп шуны әйтәйек: ауылда “Таш сәскә” фильмын өс көн күрһәтәләр, күрше ауылдарҙан да халыҡ ағыла.
Ул йылдарҙа колхоздарға партия һәм совет органдары етәкселәренең, күренекле революционерҙарҙың исемдәрен биреү ғәҙәти күренеш булған. 1935 йылдың 25 ғинуарында күренекле сәйәсмән, көслө оратор-трибун Валериан Владимирович Куйбышев вафат була. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында колхозды шулай атайҙар. “Ҡомъяҙы” колхозы исеме тарихта ғына тороп ҡала.
Район етәкселәре Мөхәммәт Вәлиевте башҡа тармаҡтарҙа һынап ҡарау ниәтендә район хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлегенә күсерә. Партия уставына буйһоноп, ул ошо мөһим эштә лә үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә.
Быны районда ғына түгел, республикала ла күрәләр. Башта Вәлиев ВКП(б)-ның Балтас райкомы инструкторы итеп күсерелә. Партия структураһына эләккәс, уны райкомдың өсөнсө секретары итеп һайлайҙар. Халыҡтың теләктәрен, уй-хыялдарын ишетә һәм тыңлай белеүе менән ул ҙур абруй яулай. Райком секретары вазифаһында Мөхәммәт Вәлиев үҙенең кешелекле, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн йәшәгән коммунист булыуын күрһәтә.
Илдә наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн етди көрәш бара. Мәктәптәр һаны арта. Шул иҫәптән Ҡомъяҙы ауылы уртаһында ла ике ҡатлы мәктәп бинаһы төҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозсылар Мөхәммәт Вәлиевте яңынан рәйес итеп һайлап ҡуя. Районға алдынғы тәжрибәне таратыу өсөн өлгөлө колхоз бик кәрәк. Ауыл тормошонда боролошҡа тиң ваҡиға була – хужалыҡ телефонлаштырыла. Һәр бер объектҡа, етәкселәрҙең өйҙәренә телефон аппараты ҡуйыла. Идара итеү камиллаша.
Ҡомъяҙыла китапхана, парткабинет, белгестәр өсөн айырым бүлмә, фельдшер кабинеты асыла. Былар заманына ҡарата ҙур алға китеш була.
Йәшелсә баҡсаһы 1934 йылдан алып 1997 йылға тиклем уңышлы эшләп килә. Өҫтәмә килем сығанағы булараҡ, ул халыҡ өсөн дә, хужалыҡ өсөн дә файҙалы була. Эш урындары ла булдырыла, уңыш та һөйөндөрә. Мөхәммәт Вәлиев халыҡты эшкә дәртләндерә, өндәй белә. Тау башына ҡом йәйеп, халыҡты ҡарбуз үҫтерергә лә өйрәтә.
Мөһим ваҡиғаларҙың береһе
1935 йылда колхозға “ГАЗ АА” машинаһын алалар. Юлдарҙы ҡар ҡаплау арҡаһында ул бары тик йәй айҙарында ғына файҙаланыла. Зәбир Усманов иҫтәлектәренән ошолар билдәле булды: машинаны Нурихан Шәмсиәров йөрөтә. Ҡомъяҙылар, яңы машинаны трактор санаһына тейәп, Өфөнән Балтасҡа килгән инспекторға техник күҙәтеү үтергә алып бара. Раһип ағай Хәмәтдинов түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне: “Оҫтахана беҙҙең эргәлә генә ине. Атайҙарҙың ҙур трактор санаһы яһағаны иҫтә, машинаны санаға тейәп, нығыттылар”.
Был ваҡиға 1936 йылдың март айҙарында була. Йырып сыҡҡыһыҙ ҡар, барырға юл юҡ. Әммә Вәлиевтең замандаштары бурысты үтәп ҡайта.
Әле телгә алған шәхестәр һәм район тарихында билдәле кеше Зәки Сәлим улы Хәмитов мөһим ваҡиғаларҙы яҙып ҡалдырған. Уның апаһы Ҡомъяҙыла йәшәгән, ағаһы ошо ауыл мәктәбендә уҡыған. З.С. Хәмитов был осорҙоң иң билдәле ваҡиғалары тураһында хәбәрҙар.
Әйтәйек, тулы булмаған урта мәктәптә балалар шығырым тулы була. Туҡтай, Мағашлы һәм Ҡомъяҙы ауылдарынан балалар йөрөп уҡыған. Ауылдағы был социаль мәсьәләләр районда беренсе булып хәл ителә. Һуғышҡа ҡәҙәр үк радио бәйләнеше үткәрелә. Халыҡ донъя, ил, республика, район яңылыҡтары, музыка, әҙәбиәт, сәнғәт донъяһы менән танышып торған.
1944 йылда һалына башлаған ГЭС Мөхәммәт Вәлиевтең шәхси биографияһында тәрән эҙ ҡалдыра. “Уралэлектрострой” берләшмәһе менән колхоз араһында килешеү төҙөлә. Аҡса булмау сәбәпле, колхоз идараһы ултырышында әлеге заманда “бартер” тип аталған иҫәпләшеү ысулына риза булалар. Былай эшләү ике яҡ өсөн дә файҙалы була. Колхоз төҙөүселәргә тауар биреп иҫәпләшә – он, ит, иретелгән һары май, ашлыҡ, бал... Был ваҡытта хужалыҡтың ике умарталығы була.
ФЗО-нан килеп, ”Уралэлектрострой” егеттәре үткәргес һуҙа. Эш йылдам бара. 1945 йылдың ғинуарында станция электр энергияһы бирә башлай. Ауыл халҡы өсөн был ҙур әһәмиәтле ваҡиға була. Башта 13 ватлы ғына генератор ҡуйылһа ла, урамдар, шәхси өйҙәр, йәмәғәт биналары яҡтыртыла. 1946 йылда иһә һәр йортта ут балҡый. Был районда беренсе электр станцияһы була.
1941–1946 йылдарҙа Мөхәммәт Вәлиев колхозды нығытыуға, яңылыҡтар индереүгә күп көс һала. Ул йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Семен Денисович Игнатьев СССР-ҙың Юғары Советына һайлау өсөн кандидаттар күрһәтеү башланғас та, Балтас райкомына Мөхәммәт Вәлиевтең кандидатураһын тәҡдим итә. Был фекер коммунистар, шулай уҡ партияһыҙҙар араһында ла яҡлау таба. Бына шулай Куйбышев исемендәге колхоз рәйесе Мөхәммәт Вәлиев Балтас районынан иң юғары органға һайланған беренсе депутат була.
Кандидат менән осрашыу район клубында үтә. Мөхәммәт Вәлиев шығырым тулы залда тулҡынланып сығыш яһай. Урта буйлы, ябыҡ йөҙлө, өҫтөндә хәрби китель. Нәҡ бөйөк юлбашсыбыҙға оҡшап тора. Сығышын тамамлағас, сәхнәнән төшөп халыҡ менән аралаша. Туғандарса, ысын дуҫтар араһында ҡоро вәғәҙәләрһеҙ, алда торған бурыстар тураһында әңгәмә була. Көн тәртибендәге беренсе мәсьәлә – ауыл хужалығына һуғыш килтергән зыянды тиҙ арала бөтөрөү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, етем ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү.
– Ысын коммунист ине, халыҡ өсөн йәшәне, өлгөлө атай булды. Бик тырыш ине, үҙен аямай эшләне, – ти Римма Мөхәммәт ҡыҙы атаһы тураһында. – Мәскәүҙән тынлы оркестр ҡоралдарын ҡайтартты. Йәш егеттәр репетицияларға йөрөнө. Бер төркөм армияға киткәс, улар урынына икенселәр баҫты. Был халыҡ өсөн иҫ киткес яңылыҡ ине. Йәштәрҙе өйрәтергә профессиональ музыкант-педагог саҡыртты. Ҡомъяҙы халҡы йырлы-моңло бит ул. Ауылдаштары армияға киткәндә, тантаналы байрамдарҙа оркестрҙың сығышы айырым дәрт, йәшәүгә көс, энтузиазм бирә ине.
Ваҡыт үтеү менән аҫылташтың баһаһы арта ғына. Һуғыштан һуңғы беренсе яҙҙа уҡ Ҡомъяҙыла һабантуй була. Бәлки, халыҡтың уйын-көлкөгә кәйефе лә булмағандыр, әммә Мөхәммәт Вәлиев ауылға ярты район халҡының йыйыласағын аңлай.
– Ҡарағыҙ, күрегеҙ, тырышып эшләгеҙ, емерек хужалыҡтарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырайыҡ! – тип үҙенең эше, хеҙмәт емештәре менән алға өндәй ул.
Байрамды ла өгөт-нәсихәт урынына ҡулланып була бит. Аҡыллы стратег алдан күрә. Алдынғыларҙы ултыртып, колхоз баҫыуҙарын, йәйрәп ятҡан ғәзиз тыуған еребеҙҙе күрһәтер өсөн самолет килтерткән. Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһынан килгән был “тимер ҡош” йыйылған халыҡ өсөн мөғжизә була.
Йәнә Мәскәүҙән мотоцикл ҡайтартҡан. Йәштәр өсөн бер тамаша була. Әбейҙәр уны күргәс, “шайтан арбаһы” тип ситкәрәк китә. Мотоцикл Өфө һабантуйында Куйбышев колхозы саптары – “Кедровый” ҡушаматлы юртаҡ беренсе урынды алған өсөн бүләк итеп бирелә.
Илһөйәрлек рухы бөтә халыҡҡа эшкә ынтылыш, иртәгәһе көнгә ышаныс уята. Һәр көн иртән колхозсыларҙы оркестр маршы оҙатып ҡала. Бәлки, бындай хәстәрлек үҙе үк халыҡ күңеленә дауа булып ятҡандыр.
Мөхәммәт Вәлиев рәйес вазифаһында эшләгән йылдарҙа ауылды Көнтүгеш яғына – тау буйына күсереү уйы менән яна. Ҡомъяҙы йылғаһы буйына урынлашҡан урам йыл һайын батҡаҡтан интегә. Ауыл уртаһына дүрт яҡлап ҡарағай ағастары ултыртып, йәштәр өсөн парк булдырырға уйлай. Ҡомъяҙы ауылына билдәле артистар теләп килә. Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Мөхәммәт Иҙрисов көтөп алған ҡунаҡтар була.
Бер мәл ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов ошо ерҙә хеҙмәт батырлығы күрһәтеп йәшәгән халыҡ менән осрашыуға килә. Колхоз менән танышып сыҡҡас, яҡшы кәйефтә Мөхәммәт Вәлиевтең өйөнә ҡунырға туҡтала. Секретарҙың кәйефе бик шәп булһа ла, ул Мөхәммәткә киҫәтеү һәм кәңәш йөҙөнән әйтеп ҡуя: “Юғары уңыш алыу колхоздың иҡтисадын нығыта, халыҡ икмәккә туя. Һиндә күренекле кешеләр була. Үҙеңә матур ғына бер йорт һалып ҡуй инде”, – тип кәңәш итә. Унан һуң Мөхәммәт Вәлиев бер йыл эсендә ауыл уртаһында заманына күрә күркәм генә йорт һалып сыға. Был ҡомартҡы әле лә бар.
Балалары ла атайҙарының тир тамсыһы тамған тупраҡты үҙ иткән. Коммунист булараҡ, ифрат ябай, тыйнаҡ һәм ғәҙел була ул. Мөхәммәт Вәлиевтең, ысынлап та, новатор, иманлы кеше икәненә халыҡ инана. Ул һәр кем өсөн хөрмәтле шәхескә әйләнә.
Талапсан, үтә ҡәтғи холоҡло булыуы ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та етмәй, уның эшенә көнләшеп ҡарағандар ҙа була. Ялыу яҙыусылар табыла. Улар араһында Мөхәммәт Вәлиев үҙе үҫтергән, кеше иткән, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре менән бәйләнгән әҙәм аҡтыҡтарының был “эште” ойоштороуы бик үкенесле. Изге китаптарҙа былай яҙылған: ”Ҡиәмәт көнө яҡынайған һайын, ахырызаманда урамға сығып, ышаныслы кеше тапмаҫһың”.
Шулай итеп, рәйескә ялған бәлә яғыла. Был нахаҡ мәғлүмәт район прокурорынан алып Мәскәүгә тиклем барып етә. 1952 йылда Мөхәммәт Вәлиевте – ун йылға (мөлкәтен тартып алып), рәйес ярҙамсыһы Фәхри Борхановты – һигеҙ йылға, кассир Саҙриевты 15 йылға хөкөм итеп, суд залында ҡулға алалар.
Төрмәлә ултырғанда ул күп ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрә. Һуғыш алдынан ауылға 200 ғаилә күсеп килгәнен, уларға ярҙам иткәнен, Асҡын районының Мутабаш ауылы муллаһында ялсылыҡта булып, туғандарын аслыҡтан ҡотҡарғанын да, Ураҙай ауылына барып, иген әҙерләү бинаһы бүрәнәләре ярығынан ҡанат менән һепереп, бер нисә килограмм бойҙай йыйып, грамлап шешенә башлаған халыҡҡа бүлеп таратҡанын иҫенә төшөрөп өҙгөләнә.
ГЭС төҙөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матур түңәрәк күлдә йөҙөп, моторлы кәмә тауышын баҫып шарҡылдап көлгән йәштәрҙең тауышы ҡолағынан китмәй. Донъяға фәлсәфәүи ҡараш менән йәшәһә лә, Мөхәммәт Вәлиев килеп сыҡҡан хәлгә аныҡ ҡына яуап таба алмай. Ул, эште яңынан ҡарауҙы һорап, төрмәнән кассация ялыуы яҙа һәм 1956 йылда тулыһынса аҡланып ҡайта.
Партия сафына ҡайтанан алалар, дәүләт наградалары ла эйәһенә кире бирелә. Был эштәрҙе юллап, Мөхәммәт Вәлиев Мәскәүгә дүрт тапҡыр бара. Намыҫы таҙа, халыҡ алдында ғәйебе юҡлығын иҫбатлай. Бер китапҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғалар теҙмәһе. Шул уҡ йылда Иҫке Балтас ауылы нигеҙендә ойошҡан “1 Май” колхозына етәкселек итә.
Бер нисә айҙан һуң райком секретары Мөхәмәтшин уны Куйбышев исемендәге колхоздың отчет-һайлау йыйылышына алып килә. Был бик тулҡынландырғыс йыйылышта Мөхәммәт Вәлиевкә һүҙ бирәләр, уның кире ҡайтыуын һорайҙар. “Туғандар! – ти ул. – Мин инде ике айҙан артыҡ күрше колхозды етәкләйем. Бергә эшләгән йылдар өсөн барығыҙға ла рәхмәт!”
Юлда ҡайтҡанда Мөхәмәтшинға үҙ өҫтөнә ғәйеп өйгән кешеләр тураһында былай ти: “Мин барыһын да ғәфү иткәнмен. Беҙҙән, әҙәми заттарҙан, юғарыраҡ көстәр ғәфү итһен”, – ти. Үҙе инде ғүмеренең иң матур йылдары үткән, сабый сағында тибрәлгән талбишектән генә түгел, һанап бөткөһөҙ хеҙмәт һәм игелектәрҙән айырылғанын аңлай. Фани донъяла барыһы ла ваҡытлыса шул...