Быйылғы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәр менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу, уларҙағы милли йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ситтә йәшәгән башҡорт халҡының тормош-көнкүреше менән танышыу, проблемаларын хәл итеү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара. Төрлө төбәктәрҙә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре лә – шуға асыҡ миҫал. Сираттағыһында – Пермь крайында уҙған сараларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары шәхсән ҡатнашты, шулай уҡ онлайн-алымда ла түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.
Йәкшәмбе башҡорт мәктәбенә – сертификат
Октябрь айында Пермь крайында Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең эш башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан крайҙың Барҙа районындағы Ғ. Туҡай исемендәге гимназияһында асылған йәкшәмбе башҡорт мәктәбендә тәүге дәрес үткәйне. Ноябрь айында уҙған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә ҡатнашыусылар был мәктәптә булып, уның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Башҡортостан делегацияһын, Пермь крайы һәм Барҙа районы етәкселеген, урындағы ҡоролтай әүҙемселәрен йәкшәмбе мәктәбендә байрамса мөхит ҡаршы алды. Әлеге көндә бында 30 бала шөғөлләнә.
“Һеҙ – иң тәүгеләр. Һеҙ – йәкшәмбе башҡорт мәктәбенең тәүге уҡыусылары. Туған телдә матур итеп һөйләшергә өйрәнеүегеҙҙе теләйем. Һеҙҙең алда яңы юлдар асыла. Беҙ әле һеҙҙең исемдәрегеҙҙе ишетәсәкбеҙ һәм ғорурлыҡ менән: “Улар – Ғәйнә ырыуы вәкилдәре”, – тип әйтәсәкбеҙ. Тырышып уҡығыҙ, Туҡтамыш Ишбулатов менән Исмәғил Тасимов кеүек билдәле Ғәйнә башҡорттарына тиңләшегеҙ”, – тине уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Йәкшәмбе мәктәбендә дәрестәр һәр аҙнаның шәмбеһендә үтә. Әлегә ике төркөм булдырылған: яңы башлаусы 3-4-се кластар һәм дауам итеүсе 5-6-сы кластар. Башҡорт теле дәрестәрен Тәтешле районында Үрге Тәтешлеләге 1-се мәктәп уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина һәм Альбина Әүхәҙиева алып бара.
“Беҙҙең мәктәп Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын яуланы. Тәҡдим иткән проектыбыҙ “Туған тел – халыҡтың йәне” тип аталды. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй. Әлегә башҡорт алфавитын, туған телдә шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ”, – тип эштәре менән таныштырҙы проекттың кураторы Альбина Әүхәҙиева.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Барҙалағы йәкшәмбе мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы.
Туҡтамыш Ишбулатов – билдәле Ғәйнә башҡорто
Пермь крайындағы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең сараларына ярашлы, Барҙа районының Барҙа ауылында билдәле башҡорт шәхесе, Ғәйнә улысы старшинаһы, Уложенная комиссияның (Рәсәйҙә XVIII быуаттағы коллегиаль орган) тәүге депутаты, Е. Пугачев ғәскәре полковнигы Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст һәм уның нәҫеленең шәжәрә ағасы асылды. Скульптураның авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов. Билдәле Ғәйнә башҡортона бюст булдырыу башланғысы менән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Үҙенсәлекле скульптураны асыу тантанаһы башҡорт халҡының гимны “Урал” көйө менән башланды. Сарала Пермь крайы губернаторы хакимиәте, Барҙа районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
“Бөгөн оҙайлы эшебеҙҙең дауамын күрәбеҙ. Был һәйкәлде асыу беҙҙең край халҡының күптәнге хыялы ине. Әлеге бюстың ҡалҡып сығыуы яңы пландарыбыҙға юлдар асты. Мәҫәлән, Пермь крайында билдәле Ғәйнә башҡорто, Санкт-Петербург ҡалаһында тәүге тау училищеһы асҡан шәхесебеҙ Исмәғил Тасимовҡа ла һәйкәл булырға тейеш. Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Пермь крайы етәкселегенең ярҙамы менән был ниәтте лә тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ”, – тине үҙ сығышында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә ҡатнашҡан Башҡортостан делегацияһы исеменән тәбрикләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.
– Туҡтамыш Ишбулатов – легендар тарихи шәхес. Йөҙәр йыл ваҡыт үтһә лә, ул ике төбәкте – Башҡортостан менән Пермь крайын берләштерә. Уның мираҫы өйрәнеүҙе талап итә. Халҡыбыҙҙың тарихи үҫешенә тос өлөш индергән Ғәйнә башҡорттары тураһында өйрәнәһе нәмәләр күп әле. Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары араһында иң әүҙеме булған Пермь крайы башҡорттарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст һәм уның нәҫеленең шәжәрә ағасы асылғандан һуң Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә ҡатнашыусылар эште түңәрәк өҫтәл янында һөйләшеүҙә дауам итте.
“Урал башҡорттары Пермь крайының мәҙәни байлығында” тип аталған түңәрәк өҫтәлдең эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова алып барҙы. Ул иң тәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. “Башҡортостан Республикаһы менән Пермь крайын элек-электән күршеләрсә изге мөнәсәбәттәр бәйләй. Был төбәктә милләттәштәребеҙ – Ғәйнә башҡорттары күпләп йәшәй. Ғәйнә башҡорттары Ватаныбыҙға батыр яугирҙәр, билдәле руда сәнәғәтселәрен, сәйәси эшмәкәрҙәр, мәғрифәтселәр биргән. Беҙ уларҙың эштәре менән ғорурланабыҙ, йәштәрҙе ошо лайыҡлы өлгөлә тәрбиәләйбеҙ.
Бөгөн Пермь крайында 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар туған телен, милли мәҙәниәтен, традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайына тарихи Ватан менән бәйләнеште нығытыуға индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт һәм киләсәктә лә һеҙҙең башланғыстарҙы яҡлаясаҡбыҙ, тип белдерәм”, – тигән юлдар бар ине ҡотлау сәләмендә.
Пермь крайы етәкселеге исеменән крайҙың мәҙәниәт министры В.М. Торчинский, мәғариф министры Р.А. Кассина, Барҙа районы хакимиәте башлығы Х.Ғ. Алапанов тәбрикләне. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы исеменән мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева сығыш яһап, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек юлдары, уларҙы үҫтереү алымдары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, октябрь айында ошо хеҙмәттәшлек емеше булып Барҙа районында йәкшәмбе башҡорт мәктәбе асылыуы хаҡында өҫтә әйтеп үттек. Быйылғы “Йәйләү” онлайн-лагерында Рәсәй төбәктәренән 235 бала ҡатнашҡан, шул иҫәптән Пермь крайынан – ун уҡыусы. Төбәктең китапханалары фонды бихисап башҡорт китаптары менән байыған. Мәҙәниәт өлкәһенә килгәндә, Башҡортостандың сәнғәт коллективтары даими рәүештә Пермь крайына гастролдәр ойоштороп килә.
Артабан түңәрәк өҫтәлдең төп темаһына ярашлы, Ғәйнә башҡорттарының тарихына, мәҙәни мираҫына, милли костюмдарының үҙенсәлектәренә, был төбәктә таралған башҡорт ырыуҙарына арналған йөкмәткеле сығыштар тыңланды.
Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Пермь ғилми үҙәгенең Тарих, археология һәм этнография бүлегенең этнологик тикшереүҙәр секторы мөдире, тарих фәндәре докторы Александр Черных кәңәшмәлә Пермь башҡорттарының этник мәҙәниәте үҙенсәлектәре тураһында сығыш тәҡдим итте. “Пермь крайы башҡорттары нисектер айырымланған шарттарҙа үҫешкән. Был уларға үҙҙәренең рухи һәм матди мираҫын иң боронғо һыҙаттарҙа һаҡларға булышлыҡ иткән. Улар тотош башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн дә үҙенсәлекле мираҫ булып хеҙмәт итә ала.
Пермь крайы башҡорттарына хас тағы бер һыҙат – уларҙағы “төньяҡ характеры”. Быға урындағы климат үҙенсәлектәре лә тәьҫир иткән. Таҫтамалдарҙағы “Ғәйнә” йәки “Барҙа биҙәктәре”, үҙенсәлекле түбәтәйҙәр эшләү технологияһы был төбәк башҡорттарына ғына хас милли мираҫ төрө булып һанала. Рәсәй Фәндәр академияһының Пермь ғилми үҙәгенең тарих, археология һәм этнография бүлеге милли костюмдың был үҙенсәлектәрен Матди булмаған мираҫ объекттары федераль каталогына индереү өҫтөндә эшләй”, – тип белдерҙе Александр Васильевич.
Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин институт ғалимдары тарафынан әҙерләнеп, Ғәйнә башҡорттары этнографияһы буйынса бер брошюраға тупланған методик материалдар һәм хәҙерге Пермь крайын төйәк иткән башҡорт ҡәбиләләренең картаһы менән таныштырҙы.
“Был әлеге йүнәлештәге беренсе хеҙмәтебеҙ түгел, әммә эш барышында башҡорттарҙың Ғәйнә кеүек үҙенсәлекле ҡәбиләһе хаҡындағы этнография материалдарының ныҡ күп булыуын асыҡланыҡ. Әлеге брошюраны эшләгәндә был төбәк башҡорттарының тарихын, мәҙәниәтен, һөйләшен ҡыҫҡа, сағыу итеп күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Брошюра ярҙамында һәр кем шәжәрәне нисек төҙөү, уның өсөн Өфөлә һәм Пермдә ҡайҙа мөрәжәғәт итеү хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә”, – тип һөйләне Рәфил Рифғәт улы.
Үҙ сығышында Рәфил Аҫылғужин, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының бер өлөшө булған Ғәйнә һөйләше мәғариф системаһында үҙ урынын табырға тейеш, уны Барҙа ауылындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең уҡытыу программаһына индереү йәш милләттәштәребеҙгә асылын табырға ярҙам итер ине, тип билдәләне.
Түңәрәк өҫтәл янындағы һөйләшеүҙә бик күп фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр еткерелде, киләсәктә яҡтар улар буйынса маҡсатлы эштәр алып барырға, хеҙмәттәшлек ептәрен тағы ла нығытырға килеште. Сарала Пермь крайында әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге алып барған милләттәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Был юғары наградаға Пермь районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Замира Ғәбделбарова, Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүлекәйева һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рушан Шәрипов лайыҡ булды.
Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Сәриә Ураҙбаева, Пермь районы Башҡолтай ауылы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фаил Сәйҙәшев, Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлиә Сафинаның әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
– Был юғары наградалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, урындағы милләттәштәребеҙҙе берләштереп, ҡоролтай эшмәкәрлеген ойоштороуға тос өлөш индергән милләттәштәребеҙгә тапшырылды. Шулай уҡ уларҙың һәр береһенә “Башҡорттар” китабын да бүләк иттек. Рухлы милләттәштәребеҙгә мәҙәниәтебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Маҡсат – башҡорт эшҡыуарлығын үҫтереү
Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы көндөң икенсе яртыһында “Бизнес-ҡоролтай” тип аталған түңәрәк өҫтәл янында һөйләшеү ойошторолдо. Уның эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Рифҡәт улы Ғилманов алып барҙы.
Түңәрәк өҫтәлдең эшендә Башҡортостандан һәм Пермь крайынан ауыл хужалығы тармағы белгестәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, билдәле башҡорт эшҡыуарҙары ҡатнашты.
Ҡоролтайҙың Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Рифҡәт улы эшҡыуарҙарҙы берләштереп, уларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм аныҡ ярҙам күрһәтеү майҙансығы булырлыҡ кооперация төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе, бының буйынса алып барылған эштәр менән таныштырҙы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Пермь крайының Барҙа районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Рәмиз улы Исмаҡаев үҙҙәрендәге хәл-торош менән таныштырҙы. “Бөгөн Барҙа районында туғыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы, 100-гә яҡын фермер хужалығы, 12 мең шәхси хужалыҡ алып барыусы теркәлгән. Районда һөтсөлөк, ит етештереү тармаҡтары үҫешкән, шулай уҡ балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр бар”, – тине ул сығышында.
Артабан һүҙ эшҡыуарҙарға бирелде. Билдәле йырсы, йәш эшҡыуар, ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Ринат Рамаҙанов туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән “Урал легендалары” этнополисы проекты, шуға бәйле пландары менән таныштырҙы. Был турист проектында Башҡортостандың бай тәбиғәте һәм бер ыңғай башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижади, мәҙәни мираҫы менән таныштырыу күҙ уңында тотола.
“Солтан. Бында ауылды тергеҙәләр” проектының авторы һәм инвесторы Камил Хәйруллин нисек итеп ауыл ерендә производствоны яйға һалыу, эшҡыуарлыҡҡа тотоноу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Айырым район масштабында туризмды үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында Көйөргәҙе районындағы “Яҡут” һауыҡтырыу комплексы миҫалында уның генераль директоры Рәмил Юлбарыҫов бәйән итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Башлығы советнигы Рәсих Хәмитов “Башҡортостандың йәшмә, алтын һәм баҡыр ҡайышы” турист кластеры хаҡында сығыш яһаны. Был проект Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтары ятҡылыҡтары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Артабан йәнле фекер алышыу ойошторолдо. Бәләбәй ҡалаһынан эшҡыуар Раян Хәлиуллин бөгөн башҡорт эшҡыуарлығы алдында торған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡтың ниндәй төрҙәренә иғтибар йүнәлтеү зарурлығы тураһында ҡыйыу фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү, сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт эшҡыуарҙарының үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы тәҡдимдәр яңғыраны.
Рәсил Тимерғәзи улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә – Пермь башҡорттарына ҡарата бик ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Былтыр крайыбыҙҙа эшләгән тарихи-мәҙәни үҙәк менән берлектә Башҡортостан Башлығының грантын яулап, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы айҡанлы “Билдәле Ғәйнә башҡорттары” тигән ҙур сара ойошторҙоҡ. Унда бик матур күргәҙмә материалдар тупланды, фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Быйыл да “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” тигән проект эшләп, Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса методик ҡулланмалар, “Ғәйнә диалекты һүҙлеге”, яҡташ яҙыусыбыҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәйнә ырыуы башҡорто Наил Ғәбдүшевтең үҙебеҙҙең диалектта сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығын нәшер иттек.
Әлеге сара – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре лә бик ойошҡанлы, матур үтте, уға ярашлы шундай ҙур эштәр башҡарылды: күптән хыял иткән һәйкәл асылды, йәнле аралашыуға ҡоролған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.
Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы – ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен!
Бөгөн беҙҙә “Пермь башҡорттары” гәзите донъя күрә, “Нурлы Барҙа” мосолман гәзитендә диалект телендә “Ғәйнә башҡорттары” тигән ҡушымта нәшер ителә. Халыҡ араһында аңлатыу алып барыуҙа был баҫмаларҙың да роле ҙур.
Башҡорт тигән бөйөк халыҡтың вәкилдәре булыуыбыҙҙы белеп, шуның менән ғорурланып йәшәйбеҙ, тарихыбыҙҙы өйрәнәбеҙ һәм киләсәктә лә үҙебеҙҙе юғалтмау өсөн берҙәм булырға тейешбеҙ, тигән изге маҡсатта эшләйбеҙ.
Зәүиә Фәрит ҡыҙы МАХАТОВА, Чернушка районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Пермдәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре шундай матур тәьҫораттар бүләк итеп, беҙҙе яңы эштәргә ҡанатландырып, дәртләндереп үтеп китте. Уның барлыҡ ойоштороусыларына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙ – Пермь крайы башҡорттары, төбәктең төрлө райондарында эшләп килгән ҡоролтайҙар милли мираҫыбыҙҙы, асылыбыҙҙы, тел байлығын, тарихыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынға тапшырыу йәһәтенән дәртләнеп эшләйбеҙ.
Әлеге көндә үҙем ике фольклор коллективын етәкләйем. Ололар тупланған “Ғилмияза” ансамбленә 15 – 20 кеше йөрөй. Ә “Сулпан” балалар фольклор коллективы төрлө йәштәге 50 – 60-лап баланы берләштерә. Был коллективтар сағыу сығыштары менән төрлө байрамдарҙы биҙәй.
Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмдәренән алынды.