Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре барыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы төрлө саралар оффлайн һәм онлайн режимда үткәрелә.
Мәҫәлән, бөгөн Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә асылған башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге эшен ҡарағас, милләттәштәребеҙ Һарыҡташ районының Һунарсы ауылына сәфәр ҡылды, урындағы йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашып һөйләште.
Иртәгә иһә “Ырымбур төбәге башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте” тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" ҡаралған. Сара Zoom платформаһында үтәсәк. Унда тарихсыларҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, музей етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Төштән һуң Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары менән шулай уҡ онлайн форматта осрашыу уҙа – саралар Н.К. Крупская исемендәге Ырымбур өлкә универсаль ғилми китапханаһының конференциялар залында үтәсәк. Кискә табан Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге менән таныштырыу буласаҡ.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.