Башҡорт донъяһы
27 Ноябрь 2020, 18:30

“Республикабыҙҙың төп баҫмаһына дәррәү яҙылдыҡ”

– Беҙҙең башланғысты башҡа райондарҙағы ҡоролтай ағзалары күтәреп алыр, – тигән ышаныста ойошма рәйесе Фәнил Бүләков.

Учалы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ҙур эштәр атҡара. Милли матбуғатты пропагандалау, таратыу буйынса ла әүҙемлек күрһәтә улар.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылдылар.
"Сер түгел, һуңғы ваҡытта баҫма матбуғат саралары, шул иҫәптән милли матбуғат ауыр осор кисерә. Был тәү сиратта кешеләрҙең, бигерәк тә йәш быуындың бар мәғлүмәтте интернет селтәре аша алыуына бәйле. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр, йәш быуыны ла аңлап була, әммә гәзитте ҡулға алып, уны тойоп уҡыуға бер ни етмәйҙер. Беҙҙең әлеге башланғысты башҡа райондар ҡоролтайҙары ағзалары ла күтәреп алыр тип ышанабыҙ. Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы уҡыйыҡ, таратайыҡ", - тигән теләктәрен еткерҙе Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков.
Фото Ф. Бүләковтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас