Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре башланды.
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә асылған башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге эше менән танышты. Бөгөн бында алты - ун йәшлек балалар башҡорт телен, халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнә. Программа 72 сәғәткә иҫәпләнгән.
"Былтыр башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Ырымбур менән Башҡортостандың мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо, ошо саранан һуң беҙгә иғтибар бермә-бер артты", – тине Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин.
Баҡтиһәң, Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт түңәрәген асыу ябай ғына ғаризанан башланған: уны ошо районда йәшәгән Илшат Дәүләтшин ҡыҙын башҡортса уҡытыу маҡсатында яҙған. Үҙ сиратында Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы был үтенесте күҙәтеүгә алған. Ҡыҫҡаһы, атай кешенең һәм урындағы ҡоролтайҙың ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә түңәрәк эшләй башлаған.
Йәғәфәр Яманһарин билдәләүенсә, Гай районының Воронеж ауылы мәктәбендәге 240 баланың 176-һы - башҡорт ғаиләһенән, ижтиһад һалғанда, унда ла туған телде өйрәнеү үҙәге асырға мөмкин.
Фото: Бөтә донъя башҡорттарының ҡоролтайы.