Республиканың Стратегик тикшереүҙәр институты ғалимдары Саҡмағош районы башҡорттары тарихы буйынса ғилми-методик пособиеларҙың һәм материалдарҙың исем туйын үткәрҙе.
Төбәк башҡорттары үҙ эшмәкәрлегенең объектив картинаһы тураһындағы материалдарҙы тәҡдим итте. Семинарҙа республика Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин сығыш яһаны.
Иң тәүҙә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” менән таныштырҙылар. Уларҙа тарихи документтар, картография материалдары ярҙамында мөһим мәғлүмәттәр бирелгән. Методик пособиелар тарих-архив документтары донъяһын байҡау мөмкинлеген аса. Бында шулай уҡ Саҡмағоштоң административ-территориаль бүленеше һәм башҡорт ырыуҙары хаҡында белешмә алырға мөмкин. Райондың әлеге көнсығыш өлөшөндә, Сәрмәсән, Ҡалмаш һәм башҡа йылғалар буйҙарында Дыуанай башҡорттарының ырыу ҡәбиләләре йәшәгән.
Дыуан (Дыуанай) башҡорт ырыуы тарихы яҡынса биш-алты быуатты үҙ эсенә ала. Базы йылғаһы буйҙары Йылан ҡәбиләһе башҡорттарына ҡараған. Уларҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайышында әллә күпме майҙанды биләгән. Көньяҡта улар Бишбүләк, Йәрмәкәй райондарынан башланған һәм Борайға тиклем дауам иткән.
Әлеге Саҡмағош районының төньяҡ өлөшөндә, Дүртөйлө менән Илештең сигендә, Йәлдәк башҡорттары ерҙәре. Уның исеме Йәлдәк тархандан барлыҡҡа килгән. Улар көньяҡ Башҡортостандың ҡыпсаҡ олоҫона ҡараған.
Тарих һәм генетика тикшереүҙәре менән “Без - башҡортлар” хәрәкәте сайтында ла танышырға мөмкин. Унда Башҡортостан башҡорттары, халыҡтары тарихы тураһындағы материалдар фотоһүрәттәр, таблицалар аша күрһәтелгән. Мәғлүмәттәр брошюралар рәүешендә нәшер ителгән.
“Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы башҡорттары тарихы” тигән баҫма ла ҡыҙыҡлы. Унда халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡа мәғлүмәттәр тупланған. Баҫма уҡытыусылар, уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, тыуған яғы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы өсөн дә кәрәк.
Семинар һуңында Салауат Хәмиҙуллин сарала ҡатнашыусыларҙы тарихҡа һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы, һәр мәғлүмәттең тарихи яҡтан раҫланған булыуы зарур, тине.