Башҡорт донъяһы
1 Декабря 2020, 16:32

Байҡы буйҙарының балҡышы

Асылдарында – милләтебеҙҙең матур һыҙаттары.

Оҙаҡ йылдар беләм мин уны. Яҡты йөҙлө, асыҡ ҡарашлы, бар ҡиәфәтенә сыҡҡан әҙәплелегенә һәр саҡ һоҡланам. Яҡындан танышып киткәс, Ҡариҙел башҡорто икәнен белеп ҡалдым. Шунан һуң уға үҙ итеп, яратып, гелән “Ҡариҙелем-башҡортом!” тип өндәшәм. Уның бар асылында милләтебеҙҙең матур һыҙаттары: баҫалҡылыҡ менән ихласлыҡ. Бына инде нисәмә йыл ул “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы өсөн тапшырыуҙар әҙерләй, ҡунаҡтарҙы тәғәйенләй, саҡыра, программалар йөкмәткеле булһын өсөн күңел йылыһын һала. Һүҙем үҙ эшенең оҫтаһы, итәғәтле замандашым, юғары рухлы, тәрән эске мәҙәниәтле милләттәшем Вәрисә НИҒМӘТУЛЛИНА хаҡында.
Күптән яҙырға йыйына инем. Был юлы ла шул юбилейһыҙ булманы. Ни өсөндөр беҙ, журналистика өлкәһендә эшләгәндәр, бер-беребеҙ хаҡында бары тик тыуған көндәр мәлендә генә иҫкә төшөрәбеҙ. Вәрисә менән әңгәмә барышында уны үҙем өсөн яңынан астым. Элекке һоҡланыуҙарымдың ерлеген әсәһе, тыуған яғы, Ҡариҙел башҡорто булған йөҙөндә ҡайтанан таптым. Әңгәмәне уҡығас, бына ҡайҙан килә икән был тәрәнлек, тиерһегеҙ һеҙ ҙә, уның фекерҙәренә һоҡланып!
– Тыуған яғың хаҡында күберәк белге килә. Ошо хаҡта телгә алыу­ҙан башлайыҡмы һөйләшеүҙе, Вәрисә?
– Тыуған ауылым тарихы бик боронғо Унлар ырыуы тарихына барып тоташа. Был хаҡта ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр, Унлар – Башҡортостандың төньяғында көн иткән башҡорт ырыуы. Был ҡеүәтле ырыу, үҙ сиратында, Ҡыр-Унлар, Һыу-Унлар тармаҡтарына бүленә. Унлар ырыуы башҡорттары XIII – XIV быуаттарҙа Көньяҡ Урал алдына, Ағиҙел йылғаһының урта ағымы буйына, XVI быуат уртаһында төньяҡҡа күсенә. Улар Тере Танып үҙәненә, Ҡариҙел йылғаһының уң яҡ яры буйына – Йүрүҙән йылғаһы ҡойған урында төпләнә. Был инде бөгөн Ҡариҙел районы биләмәһе.
Ауылдар аҫаба башҡорт ерҙәрендә – Унлар, Йәлдәк, Танып улысы ерҙәрендә нигеҙләнә. Унлар улысы Йәнсәйет һәм Байҡы түбәләренә бүленә. Байҡы түбәһенә аҫаба башҡорт ауылдары – Яҡуп, Ташмәсет, Хәлил, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Юлдаш, Туйыш, Тегермән, Абдулла ауылдары инә. Яҡуп ауылы халыҡта Уртауыл тип тә йөрөтөлә. Боронғо тарихи документтарҙа уны хатта Артауыл тип тә телгә алғандар. XIX быуат башында 10-сы башҡорт кан­тонының штабы урынлашҡан була. 1816 – 1829 йылдарҙа был ауылға беренсе булып килеп ултырған Яҡуп Сынмырҙиндың ейәне Дәүләтбай Йосоп улы Яҡупов була. Яҡуптың бер туғаны Хәлил дә була. Тәүгеһе бында ҡалһа, икенсеһе күсенеп ултыра. Уның исеменән ауыл да Хәлил тип йөрөтөлә башлай. Ни өсөн был ауылға айырым иғтибар биреп туҡтаным? Сөнки өләсәйем, йәғни атайымдың инәһе, ошо Яҡуп ауылынан. Әйткәндәй, беҙҙә өләсәйҙе ҡартый тиҙәр. Ә мин тыуып үҫкән Яңы Аҡбүләк ауылы 1795 йылда тарихта телгә алына.
Иҫке Аҡбүләк ауылына иң берен­селәрҙән булып Аҡбүләк исемле ҡарт килеп ултыра. Шунан инде ул ауыл, бүленеп сығып, Яңы Аҡбүләк бар­лыҡҡа килә. Бында аҫаба башҡорт­тарҙың ере ныҡ ҙур булған, улар бик ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир булып ингән тарихҡа. Элекке сығанаҡтарҙа уларҙың уҡ-һаҙаҡ, йәйә эшләүҙәре тураһында мәғлүмәт бар.
Рәсәй империяһының яуҙарына, походтарына улар бик йыш йәлеп ителгән. 1757 йылда Пруссияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан йөҙбашы Йосоп Күскилдин, Әбделсәлим Төкәев тигән кешеләрҙең исеме халыҡ араһында яҡшы билдәле. Хәҙерге көндә Унлар ырыуы ерҙәре – Асҡын, Ҡариҙел, Балтас һәм Мишкә райондарына ҡарай.
Һуңынан инде колхозлашыу осоро башланғас, ошо Яҡуп, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Мәлик, Хәлил, Әлмәш тигән ауылдар бөтәһе лә бергә ойошоп, Салауат исемендәге колхоз ойоштора. Ул райондың иң алдынғы колхоздарының береһе булды. Беҙҙең ауылда ҙур һөтсөлөк фермаһы урынлашҡайны, ерҙәр иҫ киткес күп ине. Урманлыҡтарҙың иге-сиге булмаған. Ололар уны хатта былай тип әйтә ине: “Аяуһыҙ урманлыҡтар булған!” Атайым һөйләүе буйынса шуны хәтерләйем: совет осоронда ана шул сикһеҙ урмандарҙы ҡырҡып, тамырынан йолҡоп, сәсеүлектәр эшләгәндәр. Иген игеп, колхозыбыҙ миллионер була торғайны.
– Һин әҙәби башҡорт телендә шундай матур итеп һөйләшәһең. Ә ниндәй телдә уҡыттылар? Ҡыйын булманымы урындағы һөйләштән әҙәби телгә күсеүе?
– Байҡы буйында урынлашҡан ауылдарҙың һөйләше бик үҙенсә­лекле. Әҙәби телдән айырылып тора. Беҙ мәктәптә саҡта башҡортса уҡы­маныҡ. Билдәле сәбәптәр арҡаһында беҙ татарса белем алдыҡ. Ҡайһы бер кешеләр хатта: “Мин бында килгәндә балтаны “палта”, бысҡыны “пычкы” тиҙәр ине”, – тип әйткәндәрен дә хә­терләйем. Һөйләшебеҙҙе “матурлау­ҙары” тураһында шулай әйтерҙәр ине.
Хәҙер мин быларҙың барыһын да аңлайым, заман да, тарих та үҙ ба­һаһын бирҙе. Беҙҙең һөйләш башҡорт теленең үҙенсәлекле бер тармағы булған. Иҫ киткес бай, матур диалект ул беҙҙең яҡтың телмәре. “П”, “ҡ” ме­нән һөйләшкәндәр бит инде күберәк. Аҡбүләк тигәнде “Аҡпеләк” тип кенә әйткәндәр. “Ти” тип әйтергә яраталар ине һөйләм аҙағында. Ололарҙың үҙ-ара аралашыуын тыңлаһаң, төбәк телмәренең үҙенсәлеге күренеп тора ине. Әлбиттә, беҙҙең яҡтың диалекты бөгөнгө һөйләштән бик айырыла. Хәҙер телебеҙҙә башҡорт теленең үҙенсәлеге лә бар, оҙаҡ йылдар татар телен өйрәнеү сәбәпле, татар теленә лә тартҡан.
– Һеҙҙең яҡтағы ер-һыу атамалары тураһында белге килә. Моғайын, уларҙа ла халыҡ тарихы сағыла торғандыр?
– Беҙҙең колхоздың үҙәге Иҫке Аҡбүләк булды. Уртауыл, Иҫке Аҡ­бүләк ауылдарында – 8, Хәлил ауылында 10 йыллыҡ урта мәктәп бар ине, шуға күрә Уртауыл, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Әлмәш ауылдары балалары Хәлилдә белем алды.
Әлмәш тигәндән, ул бер урамлы ғына ҙур булмаған ауыл. XVIII быуатта барлыҡҡа килгән, йәғни 1764 йылда. Беренсе килеп ултырған кеше – Мәүлит Юлдашевтың улы Әлмәш Юлдашев. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға тиклем барып еткән, Изге Георгий ордены, ике көмөш миҙал менән әйләнеп ҡайтҡан, шуға күрә ауыл рәсми документтарҙа Юлдаш тип йөрөтөлһә лә, халыҡ телендә ул – Әлмәш.
Шунан Яңы Аҡбүләк менән Иҫке Аҡбүләк араһында Янтыҡ тауы бар. Борон олатайҙар ҡайырынан үлә эшләгәндәр. Ҡабыҡ яһап, үлә менән тау шыуғандар. Янтыҡ тауынан шыуғандар, үләһе янтайып китә. Бәлки, Янтыҡ тигән тауға исем дә ана шунан бирелгәндер инде.
Яҡуп, Туйыш, Ташмәсет – бөгөн өсөһө бер ҙур ауыл, документтарҙа Яҡуп булып йөрөй. Халыҡ хәтерендә Ташмәсет ауылына бәйле бик ҡыҙыҡлы тарих йәшәй. Уны беҙҙең яҡта бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Инәйемдәр, атайымдар һөйләгәндән дә беләм. Туйыш ҡарт, йылғаның икенсе яғынан бер үҙе таш ташып, мәсет төҙөгән. Септәнән генә булған уның кейеме, әммә ошо тиклем яуаплы һәм ауыр эште бер үҙе атҡарып сыҡҡан. Бала саҡта ошо аҡ кейемле, ап-аҡ һаҡаллы бабайҙы һөйләй башлаһалар, мин уны әкиәти зат итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Итәгенәме, ҡулынамы таш тейәп, йылға кисеп сығып килгән ошо яҡты ниәтле бабай һәр саҡ күҙ алдымда йөрөнө. Ул, ысынлап та, таш мәсет төҙөгән. Уны халыҡ хөрмәт итеп, шул урынды Туйыш бабай зыяраты тип йөрөтә. Шунан инде бынан бер нисә йыл элек, халыҡ ошо таш мәсетте матурлап, заманса итеп төҙөп ҡуйҙы. Туйыш бабайҙың яҡты рухына, ата-бабаларыбыҙ иманына тоғролоҡ билдәһе булды был күренеш.
Бында инде таш ҡәберҙәр, боронғо яҙыуҙар һаҡланған. Бында Туйыш бабай рухына тип, көмөш аҡса ҡалдырып китә торған булғандар. Был беҙҙең төбәктең изге урыны! Ул элек-электән шулай булған, хәҙер килеп заман шарттарына ярашлы йүнәтеп, ул үҙенә күрә этнотурист маршруты нөктәһенә әйләнде, тип әйтергә лә була, сөнки халыҡ белә, йөрөй. Тарих, үткәндәр менән ҡыҙыҡһыналар.
Мәктәптә тарихыбыҙҙы, ер-һыу атамаларын ныҡлап өйрәнмәһәк тә, йәшәй-йәшәй кеше барыбер үҙенең асылы, ата-бабалары, уларҙың көнитмеше тураһында ҡыҙыҡһына башлай. Тыуған ереңдең тарихын өйрәнеү менән күптәр шөғөлләнә. Бындай ҡыҙыҡһыныуҙы яҡташтарым­дың эшмәкәрлегендә лә күрәм. Улар шәжәрәһен төҙөй, нәҫел-нәсәбен барлай. Тарихи дөрөҫлөктө юллап, уны тергеҙергә теләүселәр күбәйә бара.
Бына, мәҫәлән, Йәнсәйет ауылында тыуған Альберт Кәримовты айырым телгә алып китергә теләйем. Ул бөгөн Пермь өлкәһендә йәшәй. Альберт, маҡсат ҡуйып, төбәк халҡынан ҡан алып, йәғни ДНК анализы эшләтеп, үҙҙәренең ҡан хәтерен тергеҙеп, тарихи мәғлүмәттәрҙе туплап, асыҡлап, башҡортлоҡтарын раҫланы. Был бик ҙур эш булды. Ырыу китаптарынан “Унлар” томының сығыуы күптәрҙең күҙен асты.
Беҙҙең Хәлил урта мәктәбендә 1983 йылдың көҙөнән башҡорт теле һәм әҙәбиәте туған тел булараҡ өйрәнелә башланы. Тап ошо йылда мин мәктәпте тамамлап сығып киткәй­нем. Балалар диалектта һөйләшһә лә, башҡорт әҙәби телен, Башҡорт­остан тарихын өйрәнеп үҫә. Ниһайәт, рухи йылғабыҙ үҙәненә ҡайтты.
Үҙебеҙҙең тарихты өйрәнеүгә, тергеҙеүгә билдәле тарихсылар, профессиональ оҫталар ғына түгел, райондаштарым да күп көс һала. Яҡуп ауылынан Өлфәт Ҡыямовты ла билдәләп китмәксемен. Ул минең ике туған ағайым. Балмаҙы ауылынан Фидаил Сафинды республика халҡы маһир шағир тип тә белә. Ул да тарихты етди өйрәнә. Инәйем яғынан ул да миңә ике туған була. Фидаил тыуған яҡ тарихын өйрәнә, уҡытыусы. Ул Ҡариҙел районы тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған. Быны айырыуса ғорурлыҡ менән әйтәм.
– Үҙең тәрбиәләнеп үҫкән ғаиләгеҙ менән дә таныштыр әле...
– Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылында тыуып үҫкәнмен. Байҡы буйынанмын. Беҙҙең районды шартлы рәүештә урман яғы, ялан яғы тип бүлеп йөрөтәләр. Беҙ ялан яғынан булабыҙ: колхоздар байтаҡ, иген үҫтерәләр ине. Ә инде урман яғында, әлбиттә, ағас күп. Беҙҙең Байҡы буйын “Байҡы буйы – ҡырын бүрек” тип тә атап йөрөткәндәр, мәрәкәләп. Егеттәре “фартовыйыраҡ” булғандыр инде, күрәһең. Ҡартинәйем Яҡуп ауылынан, тип әйткәйнем бит инде. Яңы Аҡбүләккә уны олатайыма димләп кейәүгә биргәндәр. Йолаһы шулай булған. Башҡорттоң барлыҡ милли ғөрөф-ғәҙәте беҙгә борондан килгән һәм ул һаҡланған да. Бына, мәҫәлән, ҡартинәйемде боронғо йола буйынса кейәүгә биргән көндә генә улар олатай менән бер-береһен тәүге тапҡыр күргән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бик татыу йәшәгәндәр, туғыҙ бала тәрбиәләгәндәр.
Матур ғүмер кисергәндәр, эшкә шәп булғандар, бал ҡорто тотҡандар. Аттары, малдары күп булған. Золом йылдарында барыһын да тартып алған саҡта, ике баш икмәк менән самауырҙы өй башында йәшереп алып ҡалдым, тип һөйләй торғайны ҡартинәйем. Колхозлашҡан осорҙа бар малын тартып алып, колхозға биргәндәр. Ярай бер һыйыр тороп ҡалған әле. Инәйем – Әмбиға Әхмәтсафа ҡыҙы – Балмаҙы ауылынан, Балыҡсы ырыуы ҡыҙы. Мин Унлар һәм Балыҡсы ырыуҙары затынан.
Инәйемдең тыуған ауылына барырға ярата торғайным. Иҫ киткес хозур тәбиғәтле Ҡариҙел буйында ғына ултыра ул ауыл. Бәләкәйерәк саҡта “Павлин” тигән теплоход йөрөй торғайны. Ул район үҙәгенән Балмаҙыға сама менән 30-40 минут бара торғайны. Шул теплоходтың икенсе ҡатына менеп, тәбиғәтте күҙәтеп барырға ярата торғайным. Ул яй ғына бара, иҫ киткес күренеш була торғайны был бейеклектән! Мәғрур ҡаялар, ҡарағай урманы, йәйелеп ятҡан Ҡариҙел һыуы – былар барыһы ла әле лә йөрәгемдә. Инәйем менән туғандарына барып йөрөй торғайныҡ. Бер ваҡыт ул мине ҡалдырып ҡайтты, ҡалаһым килгәндер инде. Ике-өс көн үттеме-юҡмы, һағындырҙы бит. Бына Иҙел буйына киләм дә, инәйемде, теге теплоходты көтәм.
Бер ваҡыт шулай тилмереп көтә торғас, пристань юлынан килгән инәйемде күреп ҡалдым. Мин уға ҡаршы йүгерәм, шул ваҡыт апайым шаяртып, мин тотоп алды. Шул ваҡыт асырғанып илауым! Инәйем: “Ҡуй, ебәр инде баланы!” – тигәс, апайым ысҡындырҙы. Шул ваҡыттағы инәй ҡосағының йылыһы, шул мәлдең рәхәтлеге мәңгегә хәтеремдә. Шул тиклем һағыныу, яратыу ине был!
Инәйем бик ихлас, йыр-моң яратҡан йор һүҙле кеше булды. Уның һәр һөйләгәнендә мәҡәл, әйтем, сағыштырыу була торғайны, теле шундай бай ине. Йырға, бейеүгә оҫта булды. Сәнғәткә ынтылышы балаларына ла күскән, шуға күрә ағайҙарым һүрәтте матур төшөрҙө, йырға маһир булды. Тимер, ағас эшенә лә оҫталар.
Минең һөнәр һайлауымда ла инәйемдең ауыҙ-тел ижадына бай булыуы бик ҙур йоғонто яһаны. Бәйеттәрҙе бик матур итеп, көйләп һөйләр ине. Таҡмаҡҡа ла оҫта. Торған еренән берәй күренешкә таҡмаҡ әйтеп ебәрә. Үҙем дә бәләкәйҙән бик әүҙем булдым. Мәктәптең бер сараһынан да ҡалманым: октябрят та, пионер ҙа, комсомол да булдыҡ. Мәктәп сараларының барыһын ойоштороу, үткәреү әүҙемселәр иңендә ине, мин ул сараларҙың уртаһында ҡайнаным. Шунан инде концерт, спектаклдәр ҡуябыҙ. Китапханала эшләгән Фәйхүнә апа драма түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. М. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” әҫәрен ҡуйғаныбыҙ хәтерҙә. Бала ғына килеш тәрән йөкмәткеле әҫәргә тотонғанбыҙ бит әле. Ауылдан-ауылға шул спектаклде күрһәтеп йөрөнөк. Байрам булһа, уҡытыусылар концерт, спектакль ҡуя торғайны.
Балаларҙы ундай сараларға бик индермәйҙәр ине. Ә беҙҙең күрәһе килә бит инде. Концерт башлан­ғасыраҡ клуб тәҙрәләренән ҡарап йөрөгән булабыҙ. Ишек төбөндә ҡарап тороусы киткәс, барыбер инеп, мәҙәни сараны ҡарарға тырыша торғайным. Сәнғәткә ынтылыш ана шулай бала саҡтан килде.
– Бик йәнле мәҙәни тормош менән йәшәне совет осоро...
– Йырлап-бейеп кенә йөрөмәнек инде. Колхоз эшенә бала-саға тип тормайҙар, беҙҙе лә йәлеп итәләр ине. 7-се, 8-се, 9-сы кластарҙа йәй буйы бесәндә йөрөйбөҙ. Уңыш йыйыу осоро етһә, ырҙынға сығабыҙ. Колхозда элек сөгөлдөр ҙә, бәрәңге лә үҫтерә торғайныҡ. Ғөмүмән, ауыл ерендә кеше тормоштоң бар төр хеҙмәтен күреп үҫә, минеңсә. Эштең рәтен, аштың тәмен белеп үҫте ауыл балаһы. Беҙҙе агитбригадалар менән дә йөрөтәләр ине: йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғыр һөйләйбеҙ. Малсылар, игенселәр алдында сығыш яһайбыҙ.
Шунан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына барырға теләк тыуҙы. Инәйемә әйттем. Атайың нимә тиер бит, ти. Ә ул риза түгел. Атайым Рәхимйән Шакирйән улы артист һөнәрен бик хупламай ине. Уға әйтмәй генә документтарҙы, аҙаҡ имтихан тапшырып, уҡырға инеп ҡайттым. “Үҙешмәкәр театр режиссеры” бүлеген һайлап, 1983 йылда белем ала башланыҡ.
2-се курста уҡығанымда Урал армиянан ҡайтып төштө. Ул “Хорға дирижерлыҡ итеү” бүлегендә белем ала ине. Шунда танышып, аралаша башланыҡ. 1985 йылда техникумды тамамлап, Ғафури районына йүнәлт­мә буйынса эшкә китте. Унда район мәҙәниәт йортонда 12 йыл эшләнек.
Ғаиләбеҙ менән Өфөгә күстек, Баш­ҡорт дәүләт университетын тамамланым, “Башҡортостан” дәүләт те­лерадиокомпанияһында эш башла­ныҡ. Әле тормошомдо байҡап ултырам да, гелән һағынып иҫкә алырлыҡ, матур мәлдәр генә хәтергә төшә. Мәктәп осоро, йәшлек йылдары, киске уйындар, түңәрәк бейеүҙәр... Ул ва­ҡыт­та халыҡ та, йәштәр ҙә дәртле ине. Иртәгәһе көнгә ышаныс ҙур булды. Ғафури районының Сәйетбаба ауы­лына килен булып төшкәс, инә­йемдең тәрбиәһе шул тиклем көслө булған икән, тинем. Итәғәтлек, ҡайны-ҡәйнәңә ҙур ихтирам, сабырлыҡ тө­шөн­сәләрен һеңдереп үҫтергән ул беҙгә!
– Инәй тәрбиәһендә – халҡыбыҙ асылы...
– Инәйемдең ҡулынан килмәгән эш булдымы икән ул?! Ул гөл үҫте­рергә яратты. Беҙҙең урамдан оло юл үтә торғайны. Хатта таныш түгел кешеләр ҙә беҙҙең яндан үткәндә тәҙ­рә төбөндә матур гөлдәр күреп, миңә бир әле, тип керә торғайны. Уның бәйләмдәре, боронғоса һырлап бәйләгән бирсәткәләре, шәлдәре, сигеүле әйберҙәре иҫ киткес матур ине. Беҙҙе лә сигергә өйрәтте ул. Ә ниндәй аш-һыу оҫтаһы ине! Ҡунаҡ килһәме, килен төшһәме, туй бул­һамы, инәйемде ярҙамға саҡыра тор­ғайнылар. Майаш бешерергә, бауыр­һаҡ әҙерләргә уға мөрәжәғәт итәләр ине. Емеш-еләк йыйыуға ла оҫта булды ул. Шул тиклем тилбер, физик яҡтан көслө лә ине. Ирҙәр менән бергә эш башҡарып йөрөгән кеше ул.
Атайым ҡартатайымдың төпсөк балаһы булғас, инәйем ҡайны-ҡәйнәһе менән йәшәне. 27 йыл ҡәйнәһен ҡараны. Һуңғы йылдарҙа күтәреп йөрөп баҡты хатта. Олоғайып, 97 йәшкә етеп, донъя менән хушлашты ҡартинәйем. Инәйем бер ҡырын һүҙ әйтмәйенсә ҡәйнәһен ҡараны. Был да үҙенә күрә тәрбиә өлгөһө бит! Шулайтырға кәрәк, былайтырға кәрәк, тигәндән генә кешенең башына бер нимә лә һеңмәй. Ул үҙ миҫалында балаларының башына фәһем һалған, күңеленә һеңдергән.
Колхоз осоронда бесәнде ҡул менән сапҡандар бит инде. Инәйем шунда ла алдынғылыҡты бирмәгән. Ирҙәрҙе лә алға сығармай торғайным, тип һөйләй ине ул.
Атайым менән инәйем бик татыу булды. Ир һүҙе, атай роле беҙҙең ғаиләлә иң алда йөрөнө. Инәйем үҙе 5 йәштән етем ҡалғас, әүлиәләй бер туған апаһы тәрбиәһендә үҫкән. Апайҙары бик уҡымышлы була торғайны. Инәйем 5 кенә класс уҡыған. 13 йәшенән Свердловск өлкәһенә урман киҫергә ебәрәләр. Бөгөн мин үҫмерҙең урман киҫеүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бер аҙна йәйәү ҡайттыҡ, тип һөйләр ине. Инәйем 1931 йылғы. 1944 йылда сығып китеп, 1947 йылда өйөнә кире әйләнеп ҡайтҡан.
Ул быуын кешеләренә егәрлелек хас, улар сабыр, булдыҡлы, тормошто яратыусан, ихлас. Инәйем бигерәк ҡунаҡсыл, ярҙамсыл, оло йөрәкле ине. Атайым төпсөк булғас, уның бөтә апайҙары беҙгә килер ине. Бер ваҡыт та уларға ҡараңғы йөҙ күрһәтмәне, яҡты сырай менән ҡаршылап, ҡунаҡ итер ине. Улар ҙа “килен” тип өҙөлөп торҙо. Туған йәнле булыу сифаты беҙ­гә лә күскән. Атайым күп һүҙле бул­маһа ла, ғүмер буйы колхоз эшен­дә, йәшерәк сағында төҙөлөш брига­даһында, аҙаҡ малсылыҡта алдынғы булды. Биш йыллыҡтар еңеүсеһе булғанын ғорурланып хәтерләйем.
– Үҙең ҡорған донъяңа килгәндә, һеҙ ижади ғаилә лә бит әле. Алып барыусы, журналист, йырсы Урал Ниғмәтуллин менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ...
– Мин тормошта яҡшы кешеләрҙән уңдым. Бала сағымдан уҡ сер һөйләр, күңелдәген уртаҡлашыр әхирәттәрем булды. Мәктәптә уҡығандан алып дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән яҡындарым бар. Бөгөн дә улар менән аралашып, йөрәктәге ышаныслы тойғоларға тоғро булып йәшәйбеҙ. Стәрлетамаҡ мәҙә­ниәт-ағартыу техникумына уҡырға барғас, төрлө төбәктән йыйылған башҡорттар менән аралашып, яҡын кешеләр булып киттек. Аралашыу әле лә дауам итә.
Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәгәндә район мәҙәниәт йорто директоры Әлфирә Әмирова, Зәйтүнә Зәйнәшева, Кәбир Монасипов, Әнүәр Ғәзизов кеүек ижадҡа, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыу, эшләү бәхете тейҙе. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем: саралар ойошторорға, халыҡ менән аралашырға. Бер ҡараһаң, ҡәҙимге генә нәмәләр һымаҡ, икенсе яҡтан, уны ла эшләй белергә кәрәк! Донъя көтөргә өйрәндем, тип тә әйтергә була. Мин уларҙы һәр саҡ һағынып иҫкә алам, сәләмемде еткерәм.
Яҙмыш елдәре баш ҡалаға килтергәс, телевидениеға эшкә урынлашҡас, Шәүрә Ғилманова, Венера Йомағолова, Йәркәй ағай Яҡшыдәүләтов, Луиза Фархшатова кеүек ижади асыллы оҫталар менән эшләү бәхете тейҙе. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Телевидениела администратор булып эш башланым, сөнки был ижади донъяның асылы күмәк хеҙмәттең көсөнә бәйле. Бында бер тапшырыу өсөн анау тиклем кеше эшләй. Был хаҡта программа аҙа­ғындағы титрҙар ҙа һөйләй. Экран­дағы матур проекттар, үҙенсәлекле тапшырыуҙар, тетрәндергес программалар – ҙур ижади коллективтың емеше. “Тамаша”, “Музыка” ижад берекмәләрендә эшләүем ҙур тәжрибә бирҙе. 2001 йылдан 2010 йылға тиклем “Сәләм” программаһында үткән осором – күңелемә иң яҡын мәлдәр. Татыу коллектив менән эшләнек, республикабыҙҙың бөтә райондарын урап сығырға насип булды. Ошо “Сәләм” программаһында эшләгән йылдарҙа мин үҙем тыуған Ҡариҙел районының ауылдарын, ундағы ихлас, яҡты асыллы, хеҙмәт һөйгән халыҡты яңынан астым. Тыуған яғыма эш сәфәренә барырға бик яраттым.
Яҡташтарым менән аралашыу күңелде үҫтерә, байыта ине, шуға күрә үҙемдең районыма ҡабаттан ғашиҡ булдым. Был хәл әле лә дауам итә. Яңынан-яңы мәғлүмәт табылып тора, урындағы халыҡтың тәрән асылы, тамырҙарға тоғролоғо һоҡландыра, ғорурландыра.
2010 йылға тиклем тура эфирҙа эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, бөгөнгәсә ижтимағи-сәйәси тапшы­рыу­ҙар бүлегендә мөхәррир булып эшләйем. Тура эфирҙа эшләү ҙур яуаплылыҡ, үҙеңә ҡарата талап­санлыҡ тойғоһон талап итә. Көнүҙәк яңылыҡтар, хәбәрҙәр тураһында белеп, ошо туралағы ҡарашты тамашасыға еткерергә тейешһең.
Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Нисек бармын – шулаймын инде. Йыр­ҙағыса. Кеше бәхетенән көнләш­мәнем, кеше ҡайғыһынан көлмәнем, иң ҡурҡҡаным – кеше хәтерен ҡалдырыу. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тигән атай-инәйемдең әйткәненә тоғро ҡалып, кешегә ярҙам итеүҙән күңелем ҡыуана.
Читайте нас