Башҡорт донъяһы
1 Декабрь 2020, 06:00

Кисә студент ине, бөгөн – һалдат

Үҙҙәре теләп армияға юлланғандарға “афарин!” тиеүҙән бүтән һүҙ юҡ. Ил һаҡсыларын күреү һәр кемдә ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Үҙҙәре теләп армияға юлланғандарға “афарин!” тиеүҙән бүтән һүҙ юҡ. Ил һаҡсыларын күреү һәр кемдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Мәҫәлән, Айнур Сабиров Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағас та, хәрби комиссариатҡа барып, һалдат хеҙмәтенә әҙер булыуын белдергән.
Бөгөн сержант Айнур Сабиров Ырымбур өлкәһенең Ҡушкүл ҡасабаһында хеҙмәт итә. Башҡорт егетенең элиталы ғәскәри часкә – Рәсәй Ҡораллы Көстәр Генераль штабы Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге төркөмөнә эләгеүе, һүҙ ҙә юҡ, оло мәртәбә.
– Улыбыҙ бәләкәй саҡта бассейнға йөрөнө, кикбоксинг секцияһында күнекмәләрҙе ҡалдырманы, ҡыҫҡаһы, спорт менән ныҡлап шөғөлләнде, – тип һөйләй уның әсәһе Гөлшат Сабирова. – Сочи, Пятигорск, Ҡазан ҡалаларында ойошторолған халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар алып ҡайтты. Бынан тыш, республикабыҙҙың КВН командаһында ла уйнаны.
Айнур Сабиров белдереүенсә, армияла булғандар – тормошто, ә студент булғандар йәшлекте күргән. Үҙ сиратында ул студент рәхәтлеген татыуына ла, һалдат бутҡаһын ашауына ла ҡыуана.
Тиҙҙән яҡташыбыҙ һалдат бурысын үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ. Айнурға ата-әсәһе, туғандары һәм дуҫ-иштәре менән имен-һау осрашыуын теләйек!
Фото: Гөлшат Сабирова.
Читайте нас