Башҡорт донъяһы
2 Декабрь 2020, 18:00

Нисек йәшәйһегеҙ, милләттәштәр?

Иртәгә Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана.

Иртәгә Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында үтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ойошторған сараға ярашлы, 3–5 декабрҙә онлайн-осрашыуҙар, «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙәр уҙасаҡ. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы, «Башҡорт ойошмалары ассоциацияһы» социаль-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының Силәбеләге өлкә союзы ҡатнаша.
3 декабрҙә 19.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе ата-әсәләре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәренең онлайн-осрашыуы башлана. Уның барышында башҡорт телен уҡытыу проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары, Силәбе өлкәһенең ата-әсәләр комитетын булдырыу мәсьәләһе ҡарала, ата-әсәләр менән диалог ойошторола.
4 декабрҙә 11.00 сәғәттә Рәсәй субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн «Бизнес-ҡоролтай» үтә. Онлайн осрашыуҙа башҡорт бизнесын, брендтарын үҫтереү, туристик маршруттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелә, «Урал легендалары» этнополисы фильмы презентацияһы, «Яҡут күле» һауыҡтырыу комплексы проекты менән таныштырыу ойошторола.
Шул уҡ көндә 15.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре менән онлайн-осрашыу ҡаралған. Унда төбәктәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре тураһында һүҙ барасаҡ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проекттары менән танышыу уҙасаҡ.
5 декабрҙә 11.00 сәғәттә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе министрлыҡтары, ведомстволар етәкселәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Силәбе өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге осор» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» планлаштырылған. Ул онлайн тәртиптә үтә.
Сара барышында Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының милли мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлегенә, Силәбе өлкәһендә йәшәгән халыҡтың милли составы тураһында уникаль мәғлүмәттәргә, тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре исемдәрен мәңгеләштереүгә арналған сығыштар тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ башҡорт ырыуҙары, ауылдары картаһы презентацияһы үтәсәк.
Барлыҡ саралар Zoom платформаһы аша ойошторола.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020
Читайте нас