Өфө ҡалаһында йәшәгән күп балалы Шәһәрғәзиндәр күптән инде үҙҙәрен талантлы, татыу, өлгөлө ғаилә итеп танытҡан. Рухлы башҡорт ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Барыһына ла матур мәғәнәле исемдәр һайланған: Заһиҙә, Нурмөхәмәт, Гөлнәзирә, Мәҙинә.
Ғаилә башлығы Заһир Рәхимйән улы Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуып үҫкән. Өфө ҡалаһында Урта махсус музыка мәктәбен, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Әлеге көндә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай һәм флейта класында уҡыта, Эске эштәр министрлығының тынлы музыка ҡоралдары оркестрында ла эшләй.
Ҙур ғаиләнең ҡото ла, нуры ла булған Гөлсәсәк Урал ҡыҙы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан. Ул да Өфө сәнғәт училищеһында, артабан сәнғәт институтында белем алған. Бөгөн тормош иптәше менән бер мәктәптә балаларҙы думбыра серҙәренә өйрәтә.
Шәһәрғәзиндәрҙең өлкән ҡыҙы Заһиҙәгә – 17 йәш. Өфө ҡалаһындағы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, Урта махсус музыка колледжында белем алған. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында Рәсәй халыҡтары милли уйын ҡоралдары һәм музыка теорияһы бүлегендә уҡый.
Нурмөхәмәт 20-се башҡорт гимназияһында алтынсы класта уҡый. Ул “Бабич” фильмында төшкән. Музыка мәктәбендә флейта һәм фортепиано класында шөғөлләнә.
10 йәшлек Гөлнәзирә Өфө Урта махсус музыка колледжында белем ала, ҡыллы музыка ҡоралдары бүлегендә виолончель серҙәренә өйрәнә.
Бәләкәс Мәҙинәгә әле бер йәш тә ете ай. “Бик шаян ҡыҙ, йырлай, бейей, төрлө музыка ҡоралдарын тотоп уйнап маташа”, – ти бәхетле атай менән әсәй.
Шәһәрғәзиндәрҙең яулаған еңеүҙәрен һанап сығыу өсөн айырым мәҡәлә кәрәк булыр ине, моғайын. Иң тостарын ғына алғанда, 2017 йылда ғаилә ансамбле менән "Аманат" республика конкурсында – Гран-при, 2018 йылда Ленин районы үткәргән Музыкаль ғаилә конкурсында – I, шул уҡ йылда "Яратам мин тормошто" республика конкурсында III урынды яулағандар. Йыл һайын Өфө ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы үткәргән күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләү тантаналарында ҡатнашалар.
Күптән түгел Шәһәрғәзиндәр тағы бер конкурста алдынғылыҡ яуланы. Ноябрь аҙағында Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто үткәргән ижади ғаиләләр ҡатнашҡан видео-проекттар конкурсында II урынға һәм "Милли ҡаҙаныш" тигән номинацияла еңеүгә өлгәшкәндәр.
Талантлы, матур башҡорт ғаиләһен уңыштары менән ҡотлап, иҫәнлек, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: Шәһәрғәзиндәр ғаиләһенең шәхси архивынан.