Быйыл июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы сайты эшләй башланы. Һуңғы яңылыҡтар, үткәрелер саралар хаҡында мәғлүмәт алыу хәҙер күпкә еңелләште. Сайтта Ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашҡан барлыҡ ойошмаларҙың яңылыҡтары урын ала: район, ҡала, төбәк ҡоролтайҙары, сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙҙән хәбәрҙәр һәм башҡалар. Бында шулай уҡ аналитик мәҡәләләр, фекерҙәр ҙә баҫыла. Сайттың йөкмәткеһен территориаль ҡоролтай етәкселәре баһалап өлгөрҙө инде.
“Беҙ мәғлүмәттәр заманында йәшәйбеҙ, шуға ла тиҙ арала кешеләргә кәрәкле, актуаль мәғлүмәтте еткереү – көнүҙәк мәсьәлә. Быны гәзит-журналдар, телевидение, радиоканалдар ғына түгел, йәмәғәт ойошмалары ла яҡшы белә. Беҙ, стәрлетамаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы сайтынан ифрат ҡәнәғәт, сөнки ул мәғлүмәтле һәм бик уңайлы интерфейслы. Кәрәкле материалды тиҙ табырға була. Бынан тыш, мәғлүмәттәр, яңылыҡтар башҡа киң мәғлүмәт сараларынан айырыла, актуаль һәм тиҙ сыға. Мәҫәлән, сара тамамланып та өлгөрмәй, ҡыҙыу мәлен сағылдырып, иң мөһим урынын билдәләп, тиҙ генә ҡуйыла бара”, – тип ҡәнәғәтлек белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Ләйсән Йосопова.
Сайттың тәүге битендә — мөһим проекттар хаҡында мәғлүмәт, яңылыҡтар, видео, саралар календары, документтар. “Ҡоролтай тауышы” рубрикаһында мәҡәлә, интервью, аналитик материал, хәтирәләр, ғөмүмән, сайт ике телдә – башҡортса һәм русса. Ҡулланыусы өсөн бик уңайлы. Теге йәки был мәҡәләне уҡығанда, асыҡ биттән китмәйенсә, тексты япмайынса, иң өҫтәге “баш” йәки “рус” һылтанмаһын һайлап, шунда уҡ тәржемәне уҡырға мөмкин.
Сайтта мәғлүмәт тег системаһы буйынса бүленгән. Теге йәки был яңы тегты һайлап, уҡыусы үҙенә оҡшаған темалар даирәһен киңәйтә йәки кәметә ала. Тег зәңгәр төҫтә икән – тимәк, һеҙ ул күрһәткән темала. Тегка баҫып, уны әүҙемләштерергә йәки һүндерергә мөмкин. Тег системаһы алфавит буйынса тәртипкә килтерелгән.
“Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләй башлағас, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булдырған сайтта тупланған барлыҡ мәғлүмәттәр саралар ойошторғанда ҙур ярҙам булып тора. Бында бөтә райондарҙың ҡоролтайҙары эшмәкәрлеген күрһәткән бәйләнештәр селтәре лә урын алған. Инеп ҡарап, әүҙем эшләгән райондарҙың башҡарған эштәрен күреп, үҙебеҙгә өлгө итеп алабыҙ. Мәҙәниәт, спорт, тарих, башҡорт теле, ислам, башҡорт милли аштары һ.б бүлектәр, “Бәйләнештә” селтәре, инстаграм, фейсбуктағы яңылыҡтарҙы уҡып, халҡыбыҙға, башҡорт теленә ҡарата көндән-көн иғтибар артыуына күңел һөйөнә. Был сайтты көн һайын яңыртып, мәғлүмәт һалып барған хеҙмәттәштәргә эштәрендә уңыштар теләйем!” – тине Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илшат Сибәғәтуллин.
Донъяның етеҙ ағышынан артта ҡалмаҫ өсөн, үткән саралар ғына түгел, ә үтәсәктәре тураһында белеү ҙә зарур. Халҡыбыҙ ошо турала “Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ” тип бик тапҡыр әйткән.
Башҡорт мәҙәниәтендә һәм йәмәғәт тормошонда көтөлгән бар ваҡиғалар ҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сайтында “Календарь” бүлегендә урын ала. Уны даими күҙәтеп барырға һәм тулыландырырға булышлыҡ итеү тәбрикләнә.
Был мәҙәни-ижтимағи календарь Өфөлә булған концерт, башҡа сараларҙы ғына түгел, ә Башҡортостанда, Рәсәйҙә үткән һәм халҡыбыҙҙың тормошона туранан-тура ҡағылған ваҡиғаларҙы туплай. “Календарь” рубрикаһында сараны уҙғарыу положениеһы, урыны, ваҡыты, пресс-релиздары урын ала.
– Календарь – урындағы сараларға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү ысулы ла. Һәр мәғлүмәт сараһы еткерәсәк мәғлүмәтте махcус сығанаҡтар – агрегаторҙар аша таба. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының календары – башҡорт ваҡиғаларын бер ерҙә туплаған тап шундай агрегатор. Әгәр үҙегеҙ йәшәгән яҡта ниндәйҙер сара әҙерләнә һәм һеҙ уға мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә теләйһегеҙ икән, был сараны Календарға индерегеҙ. Бының өсөн мәғлүмәтте media@kurultai.ru электрон адресына ебәрегеҙ, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының медиаүҙәге етәксеһе Ғәзиз Әбделмәнов.
“Видео” рубрикаһы – Ҡоролтай, шулай уҡ Ҡоролтай фекерҙәштәре сығарған яҙмалар өсөн.
Һул яҡ өҫкө мөйөшкә баҫыу ҡулланыусыны төп биткә ҡайтарыр. Ҡоролтайҙың сайтына ҡағылышлы һорауҙар, тәҡдимдәр булһа, admin@kurultai.ru адресына яҙырға мөмкин. Шулай уҡ хатты сайттың үҙенән, “Беҙгә яҙығыҙ” бүлегенән ебәрергә мөмкин.