Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәренең бишеге Башҡортостан булһа ла, уларҙы йөрөтөүселәр донъяның һәр нөктәһендә лә бар. Ҡайһылыр төбәктә башҡорттар элек-электән йәшәп, административ үҙгәрештәр арҡаһында ғына сит өлкәлә йәшәүселәр булып ҡалған. Ҡайҙалыр башҡорттар – ул ысын мәғәнәһендә диаспора, йәғни эш, ғаилә, башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында сит төбәккә күсеп килгән халыҡ өлөшө.
Ситтә йәшәһә лә, үҙен башҡорт тип таныған һәр кешенең туған телгә, моңға һәм мәҙәниәткә зауығын ҡандырыр өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен үткәрҙе. Әлбиттә, ағымдағы йылды оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалдырыр хәл – пандемия шарттары был программаның эстәлегенә лә үҙгәрештәр индерҙе. Әммә бының да үҙ ыңғай яҡтары булды.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре эстафетаһы Ҡурған өлкәһендә сентябрҙә башланды. Билдәле булыуынса, бында башҡорттар компакт рәүештә Әлмән һәм Сафакүл райондарында, аҫаба ерҙәрендә йәшәй. Ҡурған өлкәһендә йәшәгән кескәй милләттәштәребеҙ Сафакүл ауылы балалар сәнғәт мәктәбендә Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан ҡумыҙ сиртеү һабаҡтарын алды. “Ҡурған өлкәһендә үҙаллы ҡумыҙсылар ансамбле төҙөргә ниәт бар. Эш башланды инде. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән килә, бик ҡыҙыҡһына”, – тип уртаҡлашты БР халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Ҡурған өлкәһендә планлаштырылған осрашыуҙарҙы һәм киң ҡоласлы сараларҙы киләһе йылға күсерергә ҡарар ителде.
Башҡорт халҡының тарихи төбәге булмаһа ла, Ханты-Манси автономиялы округы – милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән яҡ. Бында ла оҫталыҡ дәрестәре Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең төп сараларының береһенә әйләнде. Йәш милләттәштәребеҙгә һабаҡты Башҡортостан артистары Зилиә Бәхтиева менән Айназ Низаметдинов бирҙе. Теләгән һәр кеше ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, башҡортса бейергә һәм йырларға өйрәнә алды.
“Башлыса дәрестәргә ата-әсәләр менән бергә балалар ҙа килә. Йәш араһы 6 йәштән алып 60–70-кә етә. Улар араһында музыкаль һәләте бер ни тиклем асылған үҫмерҙәр ҙә бар. “Шатлыҡ” бейеү ансамбле килеп, Айназдан дәрес алды. Бөтә хәүефһеҙлек шарттарын үтәнек, бер юлы күпләп йыйылманыҡ. Артабан да ошо бәйләнеште өҙмәй, онлайн-дәрестәр үткәреп торорға, тип һүҙ ҡуйыштыҡ”, – тип бүлеште Зилиә Бәхтиева. Программаның пленар өлөшөндә “Башҡорттар – Юграның этномәҙәни төрлөлөгөндә” темаһына онлайн-түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Унда тарихсылар, социологтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ХМАО тарихында башҡорттар роле хаҡында фекер алышты.
Артабан Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре булған төбәктәргә ҡайтты. Октябрь аҙағында бындай саралар Свердловск өлкәһендә үтте. “Урал башҡорттары: тарих һәм этнография” түңәрәк өҫтәле эшендә ике төбәктең дә профилле Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, тарихсылары һәм этнографтары, Свердловск өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева әйтеүенсә, министрлыҡ делегацияһы эш сәфәре менән былтыр Үрге Пышмаға барған. Урындағы мәғариф идаралығы менән килешелгәнсә, ата-әсәләрҙән ун ғариза килгән хәлдә, йәкшәмбе мәктәбен ҡабат асырға тейеш булғандар. Был килешеүҙең үтәлешен Мәғариф һәм фән министрлығы тикшерәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Свердловск өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмаларына мәктәпте асыр өсөн нигеҙ әҙерләргә, ғаризалар тупларға ҡушты. “Бөгөн мәғариф өлкәһендә бөтә процестар ҙа мөрәжәғәттән, ғаризаларҙан башлана. Үрге Пышмала башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу мәсьәләһен беҙ йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында тоторбоҙ”, – тип билдәләне Э. Айытҡолова. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин ҡатнашыусыларҙы “Свердловск башҡорттары” тип аталған өр-яңы брошюра менән таныштырҙы.
Киләһе нөктә Ғәйнә башҡорттары ерендә булды. 14 ноябрҙә Пермь крайының Барҙа районында данлыҡлы шәхес, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асылды. Был шәхесте, уның яҙмышын, тарихын бюста һынландырыу – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Өлфәт Ҡобағошовтың ҡаҙанышы.
“Был бюст оҙаҡ йылдарға Пермь башҡорттарының, ғәйнәләрҙең төп символына әйләнәсәк. Тарихи шәхестең йөҙөн һынландырғанда, ғәйнә башҡорттарының типаждарын өйрәндем. Старшина кейгән башлыҡ та, кейеме лә ошо тарихи осорға тап килә”, – тине Өлфәт Ҡобағошов. Композицияны тулыландырып, Туҡтамыш Ишбулатовтың шәжәрәһе лә асылды.
Башҡортостан делегацияһы Ғ.Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһында асылған йәкшәмбе башҡорт мәктәбенең эше менән танышты. БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева мәктәпкә башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы. Пермь крайында шулай уҡ бай йөкмәткеле “Урал башҡорттары – Пермь крайының мәҙәни байлығында” тигән онлайн түңәрәк өҫтәл үтте. Уның төп өлөшө Ғәйнә башҡорттарының милли кейемен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә бағышланды. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, тарих фәндәре докторы Александр Черных Барҙа башҡорттарының түбәтәй сигеү технологияһы Рәсәй Матди булмаған мираҫ федераль каталогына индерелгәне хаҡында хәбәр итте.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен Ырымбур өлкәһе 27 – 28 ноябрҙә ҡабул итте. Эшлекле саралар башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә арналды. Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 – 2021 уҡыу йылында Ырымбур өлкәһенең 11 мәктәбендә 283 бала башҡорт телен өйрәнә. Өс йыл элек 12 мәктәптә 301 бала өйрәнгән. Мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнгән балалар арта.
Эш делегацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә эшләп килгән башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге менән яҡындан танышты. Ул 2019 йылда ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң барлыҡҡа килгән.
Н. Крупская исемендәге өлкә үҙәк китапханаһында “Ырымбур башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте” түңәрәк өҫтәле үтте. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәл ителергә тейеш булған мәсьәләләр шәлкемен яңғыратты. Уларҙың иң киҫкене – Ырымбур мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар һанының кәмеүе. Өлкә мәғариф министры Алексей Пахомов түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһап, башҡорт телен уҡыған балалар иҫәбенең кәмеүен тәбиғи демографик хәл, мәктәптәрҙе оптимизациялау менән аңлатты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова: “Балалар ҙурыраҡ, матди яҡтан яҡшы йыһазландырылған, педагогик состав камилыраҡ булған белем усаҡтарына күсә бара. Әммә был хәлдә лә башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡалырға мөмкин”, – тип билдәләне.
Сараларҙың аҙаҡҡы туҡталышы – Силәбе өлкәһе. Башҡорттар борондан йәшәгән был төбәктә лә сараның төп маҡсаты – башҡорт телен уҡытыуҙы ҡәнәғәтләндерерлек тәртипкә һалыу.
“Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен уҙғарыу яҡшы ғәҙәткә инде. Күп кенә саралар, Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерттар ниәтләнгән ине, әммә тормош үҙенекен итә, шуға беҙгә онлайн-форматта һөйләшеүҙәр уҙғарырға ҡала. Киләсәктә күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуҙар өмөт итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта онлайн-осрашыуҙарҙың да уңайлылығын, киң форматын баһаламай булмай”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов.
Ысынлап та, әйтеп кителгәнсә, ағымдағы йылдың пандемия шарттары Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә бер ни тиклем файҙа ла килтерҙе кеүек. Ни өсөн тиһәң, сикләүҙәр был сараны концерт һәм фестивалдәр шәлкеменә әйләнеүҙән аралап, тап эшлекле осрашыуҙар һәм йөкмәткеле онлайн-кәңәшмәләр теҙмәһенә әйләндерҙе. Ә бындай сараларҙың сағыулығы һайыраҡ булһа ла, ғәмәлдәге файҙаһы күберәк булыры шикһеҙ.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре программаһын киләһе йылда ла тормошҡа ашырыу ниәте менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президент Гранттары фондына заявка тапшырҙы.
ХМАО башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов: “Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре ХМАО-ла беренсегә үтте. Әле Юграла бер нисә башҡорт класы эшләй. Уларҙың береһе быйыл Лянтор ҡалаһының өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә асылды. Шулай уҡ бындай класс Түбәнге Сортым ҡасабаһында дөйөм белем биреү учреждениеһы нигеҙендә эшләй. Күптәр уйлағанса, Себергә башҡорттар оҙон аҡса эҙләп сығып китә. Ысынында иһә Юграла йәшәгән башҡорттарҙың күпселеге бында тыуған, ә ата-әсәләре заманында аҡса тип түгел, ә төбәкте үҫтерергә тип бында күскән. Себер тәбиғәте ҡырыҫ, шуға бында күптәр оҙаҡҡа ҡалмай, кире ҡайта. ХМАО-ла иң ныҡлы һәм рухлы кешеләр генә берегеп, эшләп китә ала. Югра башҡорттарының әлеге әүҙемлеге һәм тырышлығы, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуы, рухлы итеп йәшәүҙәренең сәбәптәре лә шундалыр».
Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Төмәнцева: “Свердловск өлкәһендә 31 меңдән ашыу башҡорт йәшәй тип иҫәпләнә. Ҡасандыр өлкәнең алты мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу ҡаралған ине. Әле беҙ Үрге Пышма ҡалаһында башҡорт теле буйынса йәкшәмбе мәктәбенең эшен тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ”.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов: “Был һәйкәл беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡтың күптәнге хыялы ине. Хәҙер беҙ алдыбыҙға яңы маҡсаттар ҡуябыҙ. Ғәйнә башҡорто, руда сәнәғәтсеһе, Санкт-Петербургтағы тәүге тау университетына нигеҙ һалған Исмәғил Тасимовҡа ла һәйкәл кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Пермь крайы ярҙамында был ниәт тә тормошҡа ашыр, тип ышанам”.
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин: “Ҡыуандыҡ районынан Илшат Дәүләтшин исемле егет ҡыҙын башҡортса уҡытыр өсөн ғариза яҙҙы. Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы уға бәйләнешкә сығып, эште күҙәтеү аҫтына алды. Уртаҡ тырышлыҡ менән уҙған йылдың көҙөндә үк Ҡыуандыҡта ошо түңәрәк эшләй башланы”.