Бөгөн Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙыуы, уның барышында өлкәнең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең, әүҙемселәрҙең Башҡортостан һәм Силәбе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән дискуссия-осрашыуы ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Сарала Силәбе башҡорттарын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов урындағы башҡорт баҫмаларының бөгөнгө хәле тураһында ла һөйләне.
Бөгөн Силәбелә “Уралым” тип аталған башҡорт гәзите нәшер ителә, шулай уҡ урындағы телевидениела ошо исем аҫтында тапшырыу донъя күрә.
— “Уралым” гәзите Силәбе халҡына яҡшы таныш. Өлкә телевидениеһында айына ике тапҡыр ошо исемдә сыҡҡан тапшырыуҙы ла кешеләр яратып ҡарай. Башҡортостан тарафынан күрһәтелгән ярҙам иҫәбенә дүрт телетапшырыу әҙерләп эфирға сығарҙыҡ. Әммә был йәһәттән беҙ Башҡортостаныбыҙҙан да, Силәбе өлкәһе етәкселеге яғынан да ҙурыраҡ булышлыҡ күрһәтелеүен теләр инек. Интернет, яғыулыҡ, ҡуртым һәм башҡа сығымдарға бик күп аҡса китә. Башҡорт баҫмаларына ярҙам күләме арттырылһа, “Уралым” гәзитенең матди хәлен яҡшыртыу, тиражын күтәреү, телетапшырыуҙарҙың һанын һәм дауамлылығын күбәйтеү хаҡында уйлар инек», — тине Морис Харис улы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов быға яуап итеп, Башҡортостандан ситтә нәшер ителгән башҡорт телле матбуғатҡа ярҙам күрһәтеү — республиканың башҡа субъекттар менән эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө, тип белдерҙе.
"Күптән түгел мин республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына куратор итеп тәғәйенләндем. Киләһе йылға субсидиялар мәсьәләһен хәл итербеҙ. Силәбе өлкәһендә башҡорт телендә киң мәғлүмәт сараларын ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Улар башҡорт халҡын берләштереүгә ҙур өлөш индерә", — тине Азат Бадранов.
Фото “Уралым” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.