Туймазы ҡалаһының Балалар музыка мәктәбендә “Йөрәгемдә йәшәй халҡым моңо” тип аталған бик матур сара үтте. “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы сиктәрендә ойошторолған концерт Башҡорт теле йылына һәм яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнөнә арналды.
“Был сара ысын мәғәнәһендә моң байрамы булды. Айырыуса Туймазы һәм Ҡандра балалар музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренең башҡорт халыҡ йырҙарын шундай аһәңле итеп, еренә еткереп башҡарыуына хайран ҡалдыҡ”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов.
Концертты “Оҙон көй” конкурсының тәүге, йәғни 1996 йылғы еңеүсеһе Марс Төлкөбаев, шулай уҡ төрлө йылдарҙа еңеү яулаған Ришат Вәхитов (Күмертау ҡалаһы), Рәмил Ҡотдосов һәм Рәмил Сәйфуллин (Ғафури районы), Юнир Һағынбаевтың (Өфө) сығыштары биҙәне.
Ә шулай ҙа сараның иң матур биҙәге Балалар музыка мәктәбе уҡыусыларының сығыштары булғандыр. Туймазынан Арина Хәсәншина, Морат Заһиров, Әмир Шафиҡов (уҡытыусылары – Рәмзиә Яруллина), Ҡандра ҡасабаһынан Нурислам Зәкиров, Айгизә Ғәлиуллина, Марат Әхмәтйәнов (уҡытыусылары – Әлиә Зәкирова) халыҡ йырҙарын бар тәрәнлегендә башҡарып, тыңлаусы күңеленә еткереүгә өлгәште. Ә Туймазынан Полина Пурахинаның саф башҡортсалап:
“Сәҙе буйҡайы, ай, киң ялан,
Киң яланда аҡ тирмәләр ҡороп,
Рәхәтләнеп бейә бәйләгән”, - тип башҡорт халыҡ йыры “Сәҙе буйы”н башҡарыуы һоҡланырлыҡ та, ғәжәпләнерлек тә күренеш булды.
Сараны “Родина” мәҙәниәт йорто солистары Рушания Ибраһимова, Айнур Хөснөтдинов, “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле, Туймазы Балалар музыка мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле һәм “Хазина” фольклор-эстрада төркөмөнөң сығыштары ла биҙәне.
Фотолар һәм видеояҙмалар: Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән һәм Балалар музыка мәктәбенән.