Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2020, 15:07

Ҡариҙелдән башланған юл

“Без – башҡортлар” тигән һүҙҙәр йыш ишетелә бында.

Ҡариҙел районында булған һәр кем ундағы ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланмай ҡалмағандыр, моғайын. Күптәр был төбәкте хатта “икенсе Швейцария” тип тә йөрөтә. Райондағы Ҡариҙел һыуҙары, Йүрүҙән, Байҡы, Кирҙә һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, ҙур йылға булып, районды ике өлөшкә бүлә.


“Беҙ – унлар!”


Ҡариҙел районының тәбиғәте лә, унда йәшәгән халҡы ла шулай ғәжәйеп, ҡабатланмаҫ. Районда, башҡа милләт вәкилдәре менән бер рәттән, башҡорттар күпләп ғүмер кисерә. Улар үҙҙәренең үҙенсәлекле һөйләше менән айырылып тора. Шуға бында “Без – башҡортлар” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә улар.
Бына ошондай хозур тәбиғәтле райондың Иҫке Бағаҙы ауылында тыуып үҫкән Зилә Хажиева. “Ҡариҙел районындағы ауылдар Унлар, Елдәк һәм Танып улыстарының башҡорт биләмә­ләренең ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Унлар улысы иһә үҙе ике өлөшкә бүленгән. Береһе Йән­сәйет булған. Икенсеһе иһә Байҡы исеме менән билдәле, уға Яҡуп, Хәлил, Яңы Аҡбүләк, Иҫке Аҡ­бүләк, Юлдаш, Төйөш, Тигермән, Откустино һәм Абдулла ауылдары ҡараған. Ә минең тыуған ауылым Иҫке Бағаҙы Танып улысының Су-Танып түбәһенә ингән”, – ти Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты Зилә Рәшит ҡыҙы.
– Беҙ – Унлар ырыуы вәкилдәребеҙ. Атайым яғынан иһә нәҫел ептәрем ситексе араһына ҡарай. Ә был атамалы араның килеп сығыуына ата-бабаларыбыҙҙың элек-электән тирә-яҡҡа ситек оҫтаһы булараҡ танылыуы сәбәпсе. Асҡын, Нуриман, хатта Пермь һәм башҡа төбәктәрҙән уларҙың әйберҙәрен килеп һатып алғандар, ә өләсәйҙәрем иһә бына тигән тегенсе булған. Әсәйем яғынан туғандарым иһә элек-электән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, – тип һөйләй Зилә Хажиева. – Өләсәйемдең әсәһе Миңнекәй 104 йәшкә тиклем йәшәне. Уның ире – Барый олатайым – өс һуғышта ҡатнашҡан. Рус-япон, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында үҙен аямай тыныс тормош өсөн көрәшкән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө һуғыштан уның үлеме хаҡындағы хәбәр килгән. Яңғыҙ ҡалған өләсәйем тормошо, нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә тырышҡан. Йортто ла үҙе генә һалып сыҡҡан. Төҫкә бик сибәр, асыҡ сырайлы, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле ине ул. Һәр саҡ эргә-тирәһендәгеләргә йылы мөғәмәләлә булды. Беҙгә лә “күбәләктәрем” тип өндәшер ине.
Зилә Хажиева туғандары хаҡында ғорурланып һөйләй:

– Олатайҙарымдың береһе – районы­быҙҙағы Түргәнәй тигән ауылдан. Икенсеһе – Иҫке Бағаҙынан. Улар икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, – ти ул. – Атайымдың атаһы Рәхмәтулла Ғиниәтулла улы Ғиниәтуллин Дан ордены, “Фашист Германияһын еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ә әсәйемдең атаһы Нурлығаян Нуриман улы Фәрхетдинов Берлинға тиклем барып еткән, пулеметсы булған һәм уға яуҙағы батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары бирелгән. Өләсәйемдәрҙең береһе – Вәлиә Нурислам ҡыҙы Ғиниәтуллина – ғүмер буйы совхозда эшләгән, ә икенсеһе – Сания Барый ҡыҙы Фәрхетдинова – урман хужалығында көс түккән.


Башҡорт теленә һөйөү атай-әсәйебеҙҙән күсте!


Зиләнең атаһы Рәшит Рәхмәтулла улы әле хаҡлы ялда, әммә тырыш, тиктормаҫ, хәстәрлекле ғаилә башлығы ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән, шуға күрә күпләп умарта, мал тота. Зиләнең әсәһе Римма Нурлығаян ҡыҙы иһә ғүмере буйы китапханасы булып эшләгән. Хәҙер ул иренең ишле хужа­лығында төп ярҙамсы. Ул да, ата-бабалары кеүек, умартасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә.
Һәр байрам һайын ишле ғаилә бергә йыйыла: төрлө тарафтарҙа йәшәгән балалар ата-әсәһе эргәһенә һағынып ҡайта. “Башҡорт теленә һөйөү беҙгә бала саҡтан атай-әсәйҙән бирелде. Тап улар туған телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Бынан тыш, һәр саҡ ғаиләбеҙҙә туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәренең ни тиклем нескә, әммә шул уҡ ваҡытта мөһим икәнлеген белеп, күреп үҫтек”, – ти Зилә Рәшит ҡыҙы.
Римма менән Рәшит Ғиниәтул­линдарҙың татыу ғаиләһендә алты бала үҫкән. Уларҙың барыһы ла хәҙер юғары белемле. Тормошобоҙҙоң төрлө тармаҡтарында көс түгәләр, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр һәм үҙҙәренең туған теле, тыуған ере хаҡында онотмайҙар. Улдары Рөстәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Екатеринбург ҡалаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ул бына тигән ғаилә ҡорған, ҡатыны Зилә менән өс бала үҫтерәләр.
Гөлзифа Өфө дәүләт нефть техник университетында “иҡтисадсы” белгеслегенә уҡып сыҡҡан, Нефтекама ҡалаһында “Роснефть” технологик транспорт етештереү идаралығында хеҙмәт итә. Ул ире Шамил менән дүрт бала тәрбиәләй.

Әле хәрби радиостанция етәксеһе вазифаһындағы Илмира иһә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ул да, ире Айҙар менән бына тигән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бүләк итәләр.
Зиләнең тағы Әлфиә исемле һеңлеһе лә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын яҡшы билдәләргә генә тамамлай һәм Өфөлә уҡытыусы булып эшләй. Ул Вадим менән ҡорған татыу ғаиләлә өс малай үҫә.

Ә иң бәләкәйҙәре Ришат Өфө дәүләт нефть техник университетында диплом алғандан һуң, Нефтекама ҡалаһында “Роснефть” технологик транспорт етештереү идаралығында оператор булып эшләй. Яңыраҡ ул Ленара исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡорған. Шуныһы үҙенсәлекле, Римма менән Рәшит Ғиниәтуллиндарҙың балаларының һәр береһе эштә лә алдынғы, ғаиләләре лә өлгөлө.


Һәр башланғыстың нигеҙе – ғаиләлә


Шулай итеп, Ҡариҙел районында йәшәгән Римма менән Рәшит Ғиниәтуллиндар алты балаһына ла башҡорт теленә, тыуған еренә һөйөү хисе һеңдереп, туғанлыҡ, ғаилә кеүек төшөнсәләрҙең мәңгелек икәнлегенә инандырып үҫтергән. Уларҙың иң өлкән ҡыҙҙары Зилә иһә Бағаҙы урта мәктәбендә уҡыған йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында өс тапҡыр рәттән еңеү яулаған. Бала саҡтан башҡорт телендә нәшер ителгән китаптарҙағы шиғырҙарҙы тасуири уҡырға яратҡан, бынан тыш, туған телендәге йырҙарҙы йырларға яратҡан ҡыҙ. Туған телендә яҙылған шиғырҙары гәзит-журналдарҙа ла донъя күргән, шуға күрә Зиләгә “Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға?” тип оҙаҡ уйларға тура килмәгән, ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын һайлаған.
– Башланғыс кластарҙа уҡ уҡытыусы булырға хыялланғайным. Ошо уй-ниәтемде тормошҡа ашырам тип, факультеттағы баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инеү өсөн документтарҙы тапшырҙым, – ти Зилә Хажиева.
Тырыш, сәмсел, бөтмөр, уңған һәм ҡыйыу ҡыҙ имтихандарҙы уңышлы тапшырып, яратҡан туған тел нескәлектәрен ныҡлап өйрәнә башлай. Зилә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм һуңғараҡ кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

– 2002 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында рус теле һәм телмәр мәҙәниәте, эшлекле рус теле, ғилми һәм профессиональ телмәр мәҙәниәте дәрестәрен студенттарға уҡыта башланым, – тип хәтер ептәрен сисә Зилә.
Хәҙер доцент, филология фәндәре кандидаты Зилә Хажиева – һүҙлек, ғилми пособие, монография, фәнни яҙмалар авторы һәм авторҙашы. Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул. Ире Айгиз Хажиев – нефть өлкәһендә билдәле коррозия белгесе. Татыу ғаиләлә ҡыҙ менән ул үҫә. Улар ҙа, ата-әсәһе кеүек, башҡорт теленең ни тиклем ҡәҙерле, туғанлыҡ-нәҫел ептәренең ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында яҡшы хәбәрҙар.
Зилә менән Айгиз Хажиевтарҙың улдары Асҡар – Башҡорт инженер интернат-лицейының “бишле”ләргә генә өлгәшкән X класс уҡыусыһы. Ата-әсәһе кеүек тырыш, сәмсел егет, Азаматов исемендәге спорт мәктәбенә (директоры – Рәмил Юлдашев) йөрөй. Ул – беренсе разрядлы хоккейсы. Быйыл уларҙың командаһы, бәйгелә еңеү яулап, юғары лигаға сыҡҡан. Ә ҡыҙҙары Азиза 42-се лицейҙа яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ул дүрт йәшенән “Грациоза” мәктәбенең художестволы гимнастика секцияһына йөрөй. Азиза икенсе спорт разрядына эйә.
Һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына. Ә тыуған ергә һәм туған телгә һөйөү һәр кемгә ҡанат ҡуя, бар уй-маҡсаттарыңды тормошҡа ашырырға, быуын сылбырҙарын өҙмәҫкә һәм ғаилә мираҫтарын киләсәк быуынға тапшырырға ярҙам итә. Зиләнең дә Ҡариҙелдән башланған юлы оҙон, мәртәбәле һәм бәрәкәтле булһын!

Читайте нас