Дүртөйлө районы Бөрө кантонының Әсән, Исмаил, Мәскәү улустары ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Йәлдәк, Ҡаңлы һәм Йылан ырыуҙары вәкилдәре йәшәй бында. Әйткәндәй, был районда Йәлдәк исемле ауыл да бар.
Дүртөйлө - республикабыҙҙағы үҙенсәлекле тәбиғәтле райондарҙың береһе ул. Бында бик уңған халыҡ йәшәй. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан Дүртөйлө районы Ағиҙел буйының убалы тигеҙлеген, урман-дала зонаһын биләй. Бына ошо бәрәкәтле ерҙә күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабич, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр тыуып үҫкән.
Бөгөн Дүртөйлө районы башҡорттары тарихы буйынса ғилми-методик пособиелар һәм материалдар менән таныштырыу буйынса онлайн форматта үткәрелгән сарала республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Без башҡортлар” методик әсбабы һәм уның Дүртөйлө районына арналған баҫмаһы менән таныштырҙылар.
– Был брошюраларҙың маҡсаты – кешегә үҙ тарихын өйрәнеүҙә, тамырҙарын белеүҙә ябай итеп аңлатыу, – тине республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.
“Без башҡортлар” брошюралары, “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Дүртөйлө районы башҡорттары” документтар йыйынтыҡтары тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғөмүмән, тарихи һәм нәҫел ептәрен белергә теләгәндәрҙе яҡшы белеү өсөн кәрәк. Был методик пособиелар тарих-архив документтары донъяһын байҡау мөмкинлеген аса, быуын сылбырҙарын өҙмәҫкә булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, уңайлы булһын өсөн брошюралар сайт (http://bashkortlar.ru/yanaul) формаһында бирелгән. Теләгәндәрҙең улар менән танышыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, хәҙер Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн йыйынтыҡтар аңлайышлы һәм таныша алырлыҡ булды. Дүртөйлө районының Исмаил урта мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәлиә Закирова Исмаил ауылы вариҫтары хаҡында һөйләне. “Ауылыбыҙҙың бер өлөшөн "башҡорт яғы" тип йөрөтәләр. Биш метр оҙонлоғондағы һәм ике метр киңлектәге шәжәрәбеҙҙе лә төҙөгәнбеҙ”, – тине сығышында ул. Быға тиклем ауылда музей ҙа уңышлы эшләп килгән. Тик һуңғы йылда ул ташландыҡ хәлдә булған. Хәҙер уны тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнәләр. “Берҙәм булһаҡ, барыһы ла булыр”, – ти исмаилдар. Әйткәндәй, онлайн үткәрелгән сарала йәш быуын вәкилдәренең ҡатнашыуы ла күңелдә киләсәктә тарихҡа тағы ла иғтибар артыр, тигән уйҙы ҡуҙлатты.