“Тамыр” телеканалы тарафынан “Әсә йөрәге” төбәк ойошмаһы менән берлектә “Бишек” бәйгеһе ойошторолоуы тураһында быға тиклем дә таныштырып барғайныҡ. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙе, туған телебеҙҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған матур башланғыс Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Был проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.
Конкурс өс номинация буйынса үтте: бала башҡарған бишек йыры; бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры; бишек эшләү оҫтаһы.
Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар бишек йыры башҡарылған видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡан оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән бишек менән төшкән фотоларын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендәге «Бишек» төркөмөнә шәхси хәбәрҙәр ебәрҙе.
Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, тыуған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала рухына һеңдергән ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алған. Кисә «Башҡортостан» концерт залында проектҡа йомғаҡ яһалды.
Абруйлы ҡунаҡтар – Республика Башлығының тормош юлдашы Каринэ Хәбирова, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Әсә йөрәге» советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева еңеүселәрҙе тәбрикләне. Улар барыһы ла был сараның бәләкәс балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади фантазияһын үҫтереүҙә, милли рух тәрбиәләүҙәге роленә ҙур баһа бирҙе. “Бишек” те киләһе йылда бөтә Рәсәй кимәленә сығарырға, башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә уҙғарырға тәҡдим иттеләр.
“Бишек” проекты үҫеш алһын, бишектә бәүелеп үҫкән көслө рухлы киләсәгебеҙ үҫһен, тип теләне был сарала ҡатнашыусылар.
Сараны биҙәп кескәй генә балалары менән бергәләп сәхнә йондоҙҙарыбыҙ сығыш яһаны. Пандемияға бәйле сикләүҙәр сәбәпле, “Бишек” бәйгеһенең финалы тамашасыларһыҙ ойошторолдо. Проекттың йомғаҡлау сығарылышын Башҡортостан юлдаш телеканалында 30 декабрҙә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Фото: “Тамыр” телеканалы.