Төньяҡ-көнбайыш башҡорто, “Без – башҡортлар” ойошмаһы ағзаһы, элекке хәрби, хәҙерге шәхси эшҡыуар, “Патриот” спортты һаҡлау һәм үҫтереү үҙәгенең генераль директоры Адис МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ менән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты, халҡыбыҙҙың тарихы, шәжәрә, үҙ тамырҙарыңды барлау хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе?
– Мин Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫтем, әле лә ошонда йәшәйем. Элек хәрби хеҙмәткәр булһам, әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм. Быларҙан тыш, ҡала янында үҙ хужалығым да бар.
– Һеҙ – төньяҡ-көнбайыш башҡорто. Тамырҙарығыҙҙы барлау йәһәтенән нимә әйтерһегеҙ?
– Элек-электән тарих фәне оҡшай, үҙемде белгәндән алып тамырҙарым менән ҡыҙыҡһындым, өләсәйемдең ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеше хаҡында һөйләгәндәрен тыңлап үҫтем. Ул һәр ваҡыт “Беҙ татар түгел, башҡорт” тип әйтә торғайны.
Аҙаҡ килеп тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың “Башҡортостан тарихы” тигән китабы менән танышҡас, ике йыл самаһы элек ата-бабаларымдың тормошон өйрәнеп, шәжәрәмде төҙөй башланым. Нәҫелемдең йәшәйеше хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырҙым.
Архивҡа мөрәжәғәт иткәс, атайымдың да, әсәйемдең дә яғынан нәҫелемдең бик бай тарихлы булыуына инандым. Хәрби хеҙмәткә тартылыуымдың да сәбәбен асыҡланым: ата-бабаларым тотош быуын булып тормошон хәрби хеҙмәткә арнаған, әсәйем яғынан ата-бабаларым башҡорт казактары булған, мин үҙем дә бөгөн Ырымбур казак ғәскәре сафындамын.
– Өләсәйегеҙ һеҙгә бәләкәйҙән “Беҙ татар түгел, ә башҡорт” тигән. Һөйләшегеҙ үҙенсәлектәренән сығып, һеҙгә башҡаларҙың “Һин татар бит” тип иҫбат итергә маташҡаны булдымы?
– “Һин бит элек татар инең, хәҙер башҡортҡа әүерелдең” тигәндәр бар, уларға “Мин һәр ваҡыт үҙемдең башҡорт икәнемде белдем” тип яуаплайым һәм тыуыу тураһында таныҡлығым менән хәрби билетымды күрһәтәм, был ике документта ла милләтем башҡорт тип яҙылған, йәғни мин ике йыл элек шәжәрәмде төптән өйрәнә башлағанға тиклем үк үҙемдең ҡайһы милләт вәкиле икәнемде яҡшы белә инем.
– Тарих менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, башҡорттар хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Башҡорттар элек-электән күсмә тормошта йәшәгән тигән ҡараш булһа ла, уларҙың сәнәғәтсе булыуы хаҡында ла тарихта иҫбатлауҙар байтаҡ. Халҡыбыҙҙың элек-электән файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу менән шөғөлләнгәне, тимерлектәр тотоуы – быға асыҡ миҫал.
Ун туғыҙынсы быуаттың яҡынса 17-се йылдарында Ғәйнә башҡорттарының, көнбайыштан килеп заводтарын тартып алыусыларға ҡаршы сығып, суд ярҙамында был заводтарҙы үҙҙәренә кире ҡайтарғаны хаҡында уҡығайным. Был дәлилдәр башҡорттарҙың яугир генә түгел, ә сәнәғәтсе халыҡ булыуын да иҫбатлай. Башҡорттар ауыл хужалығы менән дә шөғөлләнгән, ҙур күләмдә булмаһа ла, йылҡы малын үрсетеү өсөн электән төрлө ярмалар ҙа сәскәндәр. Быларҙан тыш, башҡорттар, әлбиттә, малсылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнгән, мәғлүм булыуынса, күберәк йылҡы малы көткәндәр.
1917 йылда булған халыҡ иҫәбен алыу документтарында башҡорттарҙың йылҡы малынан тыш, күберәк ҡош-ҡорт аҫрауы ла теркәлгән.
– Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалекты хаҡында һөйләшеп алайыҡ. Һеҙ үҙегеҙ урындағы һөйләш төрөндә иркен аралашаһығыҙмы?
– Әлбиттә. Шул уҡ өләсәйемдең бәләкәй саҡтан уҡ “Беҙ башҡорт телендә, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәбеҙ” тигәнен ишетеп үҫтем, ҙурайғас, уның хаҡлы булыуына инандым. Элек күберәк был диалектты татар теле менән бутайҙар ине, ә төньяҡ-көнбайыш диалекты татар теленән айырыла бит. Татарстанға беренсе тапҡыр барғанымда уҡ, ундағы халыҡ һөйләшеүемде ишеткәс тә: “Был башҡорт теле, һин бит башҡорт”, – тине.
Беҙҙең диалект Башҡортостандағы башҡа һөйләштәрҙән дә айырыла. Мәҫәлән, Балтас районында бүтәнсәрәк һөйләшәләр. Яңауылға барһаң, ундағы һөйләштә лә айырма табырға була. Төньяҡ-көнбайыш диалектындағы һөйләштәр ҙә, шулай итеп, бер-береһенән айырыла.
Ғөмүмән, кеше ниндәй генә милләт вәкиле булмаһын, үҙ тамырҙарын, ата-бабаларын белергә тейеш тигән фекерҙәмен.
– Һуңғы осорҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалекттарына ҡарата иғтибар арта башланы... Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр был диалектта һөйләшкән башҡорттарҙы татар милләтенән тип иҫбатларға тырыша. Был күренешкә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Ҡайһы берәүҙәр башҡорттарҙы ғына түгел, башҡа төрки халыҡтарҙы ла үҙ милләтенә индерә. Был йәһәттән һәр халыҡтың генетикаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк – ул төрлө халыҡта төрлөсә. Ә беҙҙең ысын мәғәнәһендә башҡорт булыуыбыҙ фән менән раҫланған.
– Һеҙ – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттарҙың “Без – башҡортлар” ойошмаһы ағзаһы, был ойошманың башында тороусыларҙың береһе лә. Был берләшмәлә йәмәғәт эшегеҙ нисек башланды?
– Яҡынса биш йыл элек беҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, берләшеп, үҙебеҙ хаҡында донъяға танытырға булдыҡ, был йүнәлештә эш башланыҡ. Ул ваҡытта Башҡортостандың көньяҡ башҡорттары беҙҙе татар тиһә, Татарстандағы татарҙар беҙҙе башҡорт ти ине.
“Без – башҡортлар” ойошмаһының төп бурысы тарихи тамырҙарыбыҙҙы асыҡлауға, башҡаларға ла был йәһәттән дөрөҫ мәғлүмәтте еткереүгә ҡайтып ҡалыуҙан тыш, туғандаш халыҡтар менән дә, башҡорт теленең башҡа диалекттарында һөйләшкән милләттәштәребеҙ менән дә үҙ-ара ныҡлы бәйләнеш булдырыуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ был ойошма нәҫел тамырҙарын белеп еткермәгән, аптырап ҡалған милләттәштәребеҙгә тарихи асылдарын асыҡларға ярҙам итә. Был йәһәттән күп эш башҡарабыҙ, бының өсөн махсус төркөм төҙөлгән.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһында билдәле кешеләр ҙә бик күп, ғөмүмән, тарихыбыҙ бик бай.
– “Без – башҡортлар” ойошмаһы төҙөлгәс, быға йәмәғәтселектең ҡарашы нисек булды? Был ҡараш хәҙергеһенән айырыламы?
– Битарафтар булманы, төрлө ҡараштар осраны. Шуны билдәләргә кәрәк: бик күптәр был ойошманың эшмәкәрлеге һәм Салауат Хәмиҙуллиндың китаптары ярҙамында асылдарына ҡайтты. Мин үҙем шәхсән Салауат Хәмиҙуллинды ныҡ хөрмәт итәм, уның Башҡортостан тарихына индергән өлөшө бик ҙур. Был өлөш әле тейешенсә баһаланып бөтмәгән, тип һанайым. Тап уның тарафынан үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе раҫлауға табан ҙур аҙым яһалды.
Бөгөн бурыстарыбыҙ байтаҡ, әммә барыбыҙҙы ла бер ҙур бурыс берләштерә – ул да булһа, берҙәмлеккә ынтылыу, нәҫел тамырҙарыбыҙҙы тәрәндән өйрәнеү.
– Үҙегеҙ хаҡында һөйләгәндә хәрби кеше булыуығыҙ тураһында ла телгә алғайнығыҙ. Тормошоғоҙҙоң ошо бите хаҡында ентекләберәк бәйән итһәгеҙсе.
– Мин бала саҡтан хәрби хеҙмәт хаҡында ҡыҙыҡһындым, киләсәктә тормошомдо ошо йүнәлешкә бәйләргә теләп, спорт менән етди шөғөлләндем: йүгерҙем, һикерҙем, көрәшкә йөрөнөм, ГТО биргәндә яҡшы һөҙөмтәләргә генә өлгәшергә тырыштым, уҡығанда иң һәйбәт уҡсы булып танылдым, әрме хеҙмәтенә баштан әҙер булдым. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла тиерлек сик буйында хеҙмәт иткәнгә, мин дә ошо йүнәлеште һайларға хыялландым. Теләгем тормошҡа ашты – әрмегә саҡырылғас, сик буйына эләктем.
Ғөмүмән, һәр башҡорттоң тиерлек ата-бабаһы сик буйын һаҡлауҙа хеҙмәт иткән, беләһегеҙме? Башҡортостанда ла, Ҡурған, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләрендә лә күп башҡорттар сик буйҙарын һаҡлаған.
Әрме срогы тулғас, артабан да хәрби өлкәлә ҡалырға булдым, 1985 йылда хеҙмәткә саҡырылһам, һалдат тормошом 1992 йылға тиклем дауам итте. Болғансыҡ, әммә ҡыҙыҡлы заманалар – СССР-ҙың тарҡалыуы, үҙгәртеп ҡороуҙар... Артабан да гарнизонда ҡалырға иҫәп бар ине, әммә заманалар үҙгәреп китеү сәбәпле, ҡайтырға тура килде.
– Артабан яҙмыш елдәре ниндәй тарафтарға илтте, ниндәй ваҡиғаларға юлыҡтырҙы?
– Хәрби эштән башҡа һөнәрҙе белмәйем, ә ғаиләне ҡарарға кәрәк, шуға күрә һаҡсы булып эшкә төштөм. Аҙаҡ үҙ эшемде асыу теләге тыуҙы. Шулай итеп, шәхси эшҡыуар булып киттем. Әле һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу, туризм йүнәлешендәге магазиндарым бар – асылыма тура килгән, үҙем өсөн ҡыҙыҡлы тойолған йүнәлештәрҙе һайланым.
Әлеге ваҡытта уҡ атыу спортын пропагандалау менән дә шөғөлләнәм. Ата-бабаларыбыҙ быуаттар төпкөлөнән алып шөғөлләнгән был спорт төрөн бөгөнгө көндә үҫтереү, һаҡлау бик мөһим. Ошо йүнәлештәр буйынса ентекле эш алып барабыҙ.
– Башҡортостанда үткән ниндәй сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашаһығыҙ?
– Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын да, әле телгә алған спорт төрөн дә берләштереп, даими эш алып барам: республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйлап йөрөргә, ундағы халыҡ менән аралашырға тура килә. Башҡорттар элек-электән оҫта уҡсылар булып танылған. Беҙ был спорт төрө буйынса ошо райондарҙа төрлө ярыштар ойошторабыҙ, уҡсылыҡты йәш быуын араһында таратабыҙ, популярлаштырабыҙ. Ошо уҡ йүнәлештә эштәр башҡарған “Мәргән уҡсы” ойошмаһы менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, сөнки ҡайһы бер маҡсаттарыбыҙ тура килә. Беҙ ойошторған ярыштарға уларҙың да вәкилдәре килә.
– Тамырҙарын, шәжәрәләрен яңыраҡ өйрәнә башлағандарға, был юҫыҡта көтөлмәгән асыштарға тап булғандарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– “Шәжәрәне барлау килешкән эш түгел” тигән фекерҙәге бер кешене лә осратҡаным юҡ әлегә. Шөкөр, тамырҙарыбыҙҙы барлау изге һәм мөһим эш булып ҡала килә.
Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен яҡшы белергә тейеш тип һанайым, сөнки тамырҙарын барлай башлаған кеше үҙен гел хаҡлы юлда тоясаҡ, тормошоноң ыңғай яҡтарын дөрөҫ баһалай аласаҡ. Ғүмер юлын үткәндә бындай кеше нәҫел ағасына тап төшөрмәҫкә, үҙенән һуң яҡты, яҡшы эҙ ҡалдырырға, киләсәк быуындар хаҡында хәстәрлек күрергә, уларға ыңғай өлгө күрһәтергә тырышасаҡ.
Шәжәрәһен белгән кеше ата-бабаларын хәтерҙә тотасаҡ, бөгөнгөһөндә ныҡлы баҫып торасаҡ, киләсәк быуынды ла ҡайғыртасаҡ.