Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2020, 18:30

Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арта

Илебеҙҙең һәр субъекты башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙенсәлекле һәм бер-береһенән айырыла.

Өфөлә “Мегаполиста башҡорт теле: тенденциялар һәм перспективалар” тигән он-лайн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған мәртәбәле сара Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙғарылды.
Илебеҙҙең һәр субъекты башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙенсәлекле һәм бер-береһенән айырыла. Мәскәү башҡорттары ла туған телен өйрәнеүҙә алдынғы. Һөйләшеүҙә ҡыҙыҡлы күп сығыштар тыңланды. Мәҫәлән, баш ҡала эксперттары башта берәй төркөм ойошторорға, унан инде китаптар, бүтән төрлө алымдар ярҙамында был эшкә “йән өрөргә” тәҡдимен индерҙе. Һүҙ ҙә юҡ, был тәңгәлдә өфөләргә етеүсе юҡ. Тарих фәндәре кандидаты, ғалим Юлдаш Йосопов иһә ырыуҙар буйынса уйын ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәйсә Сырлыбаева, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира Сәхипова һәм башҡалар ялҡынлы телмәр тотто. Шулай уҡ “Башҡортостан кешеләре” проекты авторы етәксеһе, “Башҡортостан яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Инга Юмашева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм башҡалар тос фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин “Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәте көндәре” төбәк-ара проектының штандартын Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимоваға тапшырҙы.
Фото: “Ашҡаҙар” радиоһы сайтынан.
Читайте нас