Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2020, 13:00

Өфө урамдарында – башҡортса баннерҙар

Шулай уҡ “Башавтотранс” автобустарында, республиканың ҡала һәм райондарындағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә Башҡорт теленә арналған видеояҙмалар күрһәтелә.

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡала урамдарына башҡорт телендә баннерҙар урынлаштырылды. Уларҙың ҡайһы берҙәре ябай ғына сәләмләү һүҙҙәренән тороп, башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Мәҫәлән, “Хәйерле көн!”, “Сәләм, дуҫ!”, “Үҙеңде һаҡла!” тигән яҙыуҙар күңелгә бик ятышлы.
“Беҙ уларҙы махсус рәүештә ике телдә әҙерләнек. Кешеләр уҡып, ниндәй һүҙбәйләнештәрҙең нимә аңлатҡанын аңлаһын, белһен, ябай ғына һүҙҙәр ярҙамында булһа ла үҙенең тел белеү кимәлен арттырһын, тигән маҡсаттан сығып эш иттек”, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Йосопова.
Баннерҙарҙың ҡайһы берҙәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең портреты һәм тел тураһында ҡанатлы һүҙҙәре, шиғыр юлдары урын алған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан йәмғеһе тиҫтәнән ашыу төрҙәге баннер әҙерләнеп, баш ҡаланың 51 урынына ҡуйылған.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә “Башавтотранс” автобустарында, республиканың ҡала һәм райондарындағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә Башҡорт теле көнөнә арналған видеояҙмалар күрһәтелә башланы. Был матур башланғыс та ябай халыҡ яңы байрам тураһында күберәк белһен, Башҡорт теле көнө хаҡында хәбәрҙар булһын өсөн эшләнә.
Киләсәктә миллионлы Өфөбөҙҙә башҡорт телмәре тағы ла йышыраҡ яңғырар, урам саттарында башҡорт телендәге баннерҙарҙы күреү ҙә ғәҙәти күренешкә әйләнер, тип ышанайыҡ.
Фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
Читайте нас: