Ошо көндәрҙә Пермь крайы башҡорттары, дөрөҫөрәге был төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары матур бүләк – улар өсөн махсус рәүештә нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналын алып һөйөндө.
Балалар баҫмаһының был махсус һаны башҡорт теленең ғәйнә диалектында Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырылды.
“Грант иҫәбенә 2000 дана журнал баҫылды. Беҙ уларҙың бер өлөшөн Пермь ҡалаһындағы М. Горький исемендәге үҙәк китапханаға тапшырҙыҡ. Артабан урындағы ҡоролтайҙар менән берлектә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙең мәктәптәренә, китапханаларына тапшырыу эшен ойошторабыҙ. Шундай ҙур эште башҡарып сығыуға булышлыҡ иткән Башҡортостан етәкселегенә, республика Хөкүмәтенә, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Әлеге көндә беҙҙең Пермь крайында Башҡорт теле көнөнә арналған ҙур сараларға әҙерлек бара, Башҡортостандан да ҡунаҡтар көтәбеҙ”, - тип һөйләне Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов.
Чернушки районының Сулмаш ауылы китапханаһына ла 60 дана “Аҡбуҙат” журналы тапшырылған. “Балалар баҫмаһын тапшырыу барышында балаларҙы журнал менән таныштырҙыҡ, “Урал батыр” эпосы тураһында һөйләнек”, - тине Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы, Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Фәнил ҡыҙы Махатова.
Фотолар: Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.