Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2020, 19:30

Студенттарға бүләккә – “Башҡортостан”!

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов Башҡорт теле көнө алдынан үҙенсәлекле акция ойошторҙо.

Былтырҙан башлап декабрҙә рәсми рәүештә күркәм һәм әһәмиәтле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Мәғлүм булыуынса, был дата бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә.
Байрамдың тарихына килгәндә, 2016 йылдан алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты башланғысы менән Башҡорт теле көнө уҙғарыла килһә, 2019 йылда Өфөлә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика Башлығы Радий Хәбиров форум делегаттарының Башҡорт теле көнөн йыл да ойошторорға кәрәк тигән тәҡдимен хупланы һәм 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө булараҡ рәсми указы менән раҫланы. Унан тыш, ағымдағы йыл да Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.
Шуныһы ҡыуаныслы – йәмәғәтселек был яңылыҡты бик яратып, ихлас ҡабул итте һәм былтыр төрлө саралар менән киң билдәләне, быйыл да шулай буласаҡ.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте Башҡорт теле көнө алдынан үҙенсәлекле акция ойошторҙо: башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн көс түккәндәргә әһәмиәтле бүләк яһаны. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, хакимиәт башлығы Илвир Мәҙғәт улы Нурдәүләтов Башҡорт дәүләт университетының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеттарына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу сертификаты бүләк итте. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 ғинуарынан республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите бишәр дананан ике юғары уҡыу йортона ла киләсәк, уҡытыусылар һәм студенттар араһында таратыласаҡ.
Билдәле булыуынса, был ике юғары уҡыу йорто Киров районы биләмәһендә урынлашҡан, унда республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған студенттар белем ала. Мәғлүм булыуынса, башҡорт филологияһы факультеттарында тиҫтәләрсә йылдар дауамында киләсәктә халҡыбыҙҙың аҫыл шәхестәрен тәшкил иткән, төрлө тармаҡтарҙа юғары ҡаҙаныштар яулаған меңәрләгән билдәле миләттәштәребеҙ белем туплаған, тап ошонда илһам шишмәләренең рухи нигеҙен нығытҡан.
Илвир Мәҙғәт улы туған телгә һөйөүҙең бала саҡтан килеүен, әсә телендә һәр саҡ иркен һәм рәхәтләнеп аралашыуын (ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәгән Асҡын районынан), шәхсән үҙенең һәм ғаилә ағзаларының Милли кейем, Башҡорт теле көндәрендә ихлас ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Киров районы хакимиәте менән юғары уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлек күпере күптән булдырылған: студенттар район сараларында әүҙем ҡатнаша, үҙ-ара ярҙам, хәстәрлек күрһәтелә.
Үҙ сиратында БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина ла буш ҡул менән килмәгән: ул Киров районы хакимиәтенә быйыл сентябрь айында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан нәшер ителгән “Эшлекле башҡорт теле” йыйынтығын бүләк итте. Баҫма ике бүлектән тора, унда теоретик һәм ғәмәли материалдар тупланған.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы урынбаҫары, доцент Раушания Солтаҡаева ла биш дана “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу сертификатын бик әһәмиәтле бүләк тип атаны, был ғәмәл баҫмабыҙҙы студенттар араһында таратыуға булышлыҡ итәсәк, тине.
Сараға БДУ аспиранты, йәш ғалим, ҡурайсы Ғаяз Бикбулатов та килгәйне. Башҡорт теленә арналған сараны ул ҡурай уйнап, тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Мәҙғәт улы Нурдәүләтовҡа Башҡорт теле көнө алдынан һәм матбуғат сараларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро барғанда шундай әһәмиәтле акция ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт белдерә һәм артабан да хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуға өмөтләнеп ҡала.
Фотолар: Киров районы хакимиәте.
Читайте нас