Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2020, 11:30

Ҡоролтай интернет-конкурстарға йомғаҡ яһаны

Еңеүселәр кемдәр?

Башҡорт теле йылы һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткәйне. Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, уларҙың һөҙөмтәләре иғлан ителде.
“Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстарҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡаралды, ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк. Барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!” – тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
«Әсәм теле — сәсән теле» конкурсына 60-тан ашыу эш ҡабул ителгән. Был бәйгелә балалар ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Әммә, конкурстың талаптарына ярашлы, ойоштороусылар 18 йәштән өлкән ҡатнашыусыларҙың яҙмаларын ғына баһалаған. Конкурс ике номинацияла — башҡорт телен туған теле булараҡ белеүселәр һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында үтте. Тәүге номинацияла – Салауат районынан Светлана Вәлиева, ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында Өфө ҡалаһындағы 52-се лицейҙан Гейт Маргарита еңеүсе тип табылған. Светлана Вәлиева Факиһа Туғыҙбаеваның «Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто...» шиғырын, Гейт Маргарита Кәтибә Кинйәбулатованың «Туған телем» шиғырын һайлаған. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мәжит Ғафури, Кәтибә Кинйәбулатова, Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарын тәҡдим иткән.
Йүнселдәр араһында ойошторолған «Тырыш!» конкурсында ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырылғайны. Был номинацияға туғыҙ эш килгән. Еңеүсе итеп Балтас районынан Садыҡов Рәфис билдәләнде. Ул мебель эшләү менән шөғөлләнә.
«Матур донъя» видеояҙмалар конкурсы йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде. Был номинацияға ике тиҫтәнән ашыу яҙма килгән. Иң яҡшыһы тип Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы табылған.
“Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ! Туған тел артабан да тоғро юлдашығыҙ булып ҡалһын, ә уны белеү тормош ҡаҙаныштарығыҙҙың бер сәбәпсеһе булһын! Беҙҙең конкурсҡа ижади эштәрен юллаған барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт!” – тигән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Материал Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас