Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2020, 17:30

Учалыла туған телгә дан йырланды

Сарала республиканың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо.

Бөгөн Учалы ҡалаһының сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөнә арналған ҙур байрам уҙғарылды.
Фойела урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, милли аш-һыу, башҡорт милли кейемдәре, Учалы яҙыусылары ижад иткән китаптар тупланған күргәҙмә ойошторолдо.
Башҡорт йыр-моңо, бейеүҙәре менән аралаштырып алып барылған сарала туған телгә дан йырланды. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан Учалы шәхестәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ райондың 90 йыллыҡ юбилейына арналған шиғри конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Теләгәндәр “асыҡ микрофон” аша телгә, Ватанға һөйөү тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙарын һөйләне, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Сарала республиканың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо.
Р. Солтанова фотолары.
Читайте нас