Башҡорт донъяһы
15 Декабрь 2020, 15:30

Ғафуриҙар икеләтә шатлыҡ кисерҙе

Милли матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса уларҙан өлгө алырға саҡырҙылар.

Билдәле булыуынса, кисә, 14 декабрҙә, Өфөлә Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. Унда төрлө номинациялар буйынса бүләкләүҙәр булды.

Ғафури районы вәкилдәре ике номинацияла бүләкләп үтелде. Милли матбуғат баҫмаларына иң күп яҙылғандар араһында улар, Өфө һәм Ҡалтасы халҡынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды яуланы. "Башҡортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров башҡа райондарҙы ошо алдынғылар өлгөһөнә эйәрергә саҡырҙы.

"Беҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, башҡорт ҡоролтайы, редакциялар менән бер төптән эш алып барабыҙ, шуға ла күрһәткестәр һөйөнөрлөк", - тине диплом алған мәлдә район Советы рәйесе - район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов.

Ғафуриҙарҙың тағы ла бер ҡыуаныс кисерҙе: ошо уҡ сарала Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (директоры - Гөлсөм Монасипова) Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломына һәм сертификатҡа лайыҡ булды. Барлыҡ республиканың белем биреү учреждениелары араһында тәүге унау иҫәбенә инеү ҙур мәртәбә булып тора. Гимназия коллективы милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән эш һөҙөмтәләре өсөн бүләкләнде.
Фото район хакимиәтенән.
Читайте нас