Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2020, 19:45

Ҡоҙаш балаларына - планшеттар

Тәтешле районының Ҡоҙаш ауылы балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған матур сара үтте.

Тәтешле районының Ҡоҙаш ауылы балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған матур сара үтте.
Унда башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, шәжәрәләр өйрәнелде.
Иң һуңынан бәләкәстәргә Башҡортостан Башлығы Грантына эшләнгән, башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән планшеттар тапшырылды.
Әйткәндәй, Ҡоҙаш ауылында Ирәкте ырыуы башҡорттары йәшәй. Улар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралаша.
Фотолар: Тәтешле районы хакимиәте.
Читайте нас