Башҡорт донъяһы
17 Декабрь 2020, 09:30

“Башҡортостан”да – республикабыҙҙың йөрәк тибеше

Бәләбәй районында командировкала район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев менән осраштыҡ.

Бәләбәй районында командировкала район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев менән осраштыҡ.
– Республикабыҙҙың төп гәзите “Башҡортостан”да һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәттең барыһын да таба ала, – тпп һөйләй Азат Альверт улы. – Баҫмала Башҡортостандың йөрәк тибешен тойомларға мөмкин. Гәзит материалдарында ҡтисад тармағы, сәйәсәт йүнәлеше, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙең сағылыш табыуы шуға асыҡ миҫал.
Азат Сәхәбиев белдереүенсә, гәзит-журналдарҙың һәр береһе әҙәм балаһын яҡшылыҡҡа һәм изге эштәргә әйҙәй, кешеләрҙе үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәргә саҡыра, һәр кемде уҡымышлылыҡҡа өндәй.
Әйткәндәй, хәҙер матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡ менән яҙылыу бара, ул 20 декабргә хәтлем оҙайтылды. Тап ошо көндәрҙә П2729 индексы буйынса хаҡ ни бары 1 386 һум 24 тин, уның өсөн түбәндәге һылтанманы файҙаланығыҙ: podpiska.pochta.ru/press/П2729, ә П3030 индексы (йома) – 732 һум 72 тин. Һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ, бының өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәһен беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас