Бәләкәй генә башҡорт ауылында мәсеткә килгән имам малайҙар менән таныша.
– Йә, исемдәрегеҙҙе әйтегеҙ әле миңә, – ти.
– Мин Дан! –ти берәү маһайып ҡына.
– Ярай, бик дан исем, – ти мулла ағай, мут йылмайып.
– Ви-ил? Тағы ниндәй исем булды әле был....
– Әстәғафирулла тәүбә! Ата-әсәң килһен әле миңә, дин ҡушҡан исемде, моғайын, табырбыҙ!
Шул ваҡиғаны бесәндә ялға ултырған саҡта һөйләп, бөтә ғаиләбеҙҙе көлдөрәм.
– Үәт әй, ҡурҡытҡан бит мулланы малайың. Ысынлап та, ниндәй генә исем ҡушып ҡуймағандар сәүит власы йылдарында, – ти атайым. – Энгель булһынмы, Фрунзе, Инесса, Индийә, Эрнест – Эрик, Эдуард – Эдик, Роберт – шулармы инде башҡорт исеме!
– Эһе, Роберт! Насармы минең исем, кем әйтте? – тип ҡолағын ҡарпайта, тырмаһын ныҡ ҡына тотоп беҙҙең малайыбыҙ. – Әһә, бына тыңлағыҙ әле – Роо-бберрт! Яңғыраймы?
– Эй, балаҡай! Исемең яңғыраһын өсөн ярты ғүмереңде һыуға һалырһың, – тип йылмая ҡарт олатаһы.
– Олатай, ә һинең исемең бит электән үк яңғырай! Һинең китаптарың күпме, бөтә Башҡортостанда булған гәзиттәр, журналдар һине баҫып тора. Ә һин әйтәһең “ярты ғүмер” тип.
Педучилищела уҡыған Зилә:
– Мин бер йыл һинең тураһында реферат яҙҙым, күп нәмә белдем. “Нурислам Шәйхулов” тип кенә яҙғайным башында, уҡытыусым, юҡ, улай ғына түгел. “Нурислам Шәйхулов – яҙыусы, журналист һәм йәмәғәтсе”, – тип төҙәтеп ҡуйырға ҡушты. Бына бит, ә һин йәш сағыңдан уҡ яҙа башланың бит. Һине Сафуан Әлибаев, Тайфур Сәғитов “беҙҙең остазыбыҙ булды” тип яҙғайны.
– О, Роберт, “р” хәрефенә башланған исем данлыҡлы булырға тейеш ул. Рудольф Нуриевте беләһең бит... Ана Рамазан ағайыбыҙ. Олатайым уны бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөргә әүәҫ булғанын белгән. Рәссам, утыҙы саҡ тулған, ә үҙе факультет деканы, – ти киленебеҙ.
– Ә ниңә олатай тураһында ғына һөйләйһегеҙ ул? Беҙҙең әсәйебеҙ талантлы Сәлимовтарҙың ғаиләһенән дәһә. Уның барлыҡ ағай-ҡустыһы бейергә оҫта булған. Тик ошо һуғыш йылдары, етешһеҙ донъя уларҙың һәләтен асырға ирек бирмәгән. Ә шулай ҙа әсәйемдең апайҙары Рәшиҙә Ялалетдинова, Таһира Ғүмәрова, ҡустыһы Мөхәррәм Сәлимов – һәр береһе сәхнә биҙәге булған, консерваториялар бөтмәһә лә... – тип ҡушыла әңгәмәгә Роберттың инәһе Зифа.
– Да-а, Роберт, һиңә бик тырышырға тура килә инде. Ниндәй заттан сыҡҡанһың бит. Мансур олатайың Һиҙиәтовты хәҙер ҡалала, районда белмәгән кеше юҡтыр, сым һуҙыусы Германияға барған делегация менән йөрөп ҡайтты, беҙҙең яҡтан кемдең шулай миҙалдары бар әле. Ләлә өләсәйең, икмәк комбинатында эшләп, республикала күренекле кондитер булып китте. Ул бешергән торттарҙың һәр береһен күргәҙмәгә ҡуйып һоҡланырға була.
– Ярар, ярар, ышандырҙығыҙ! Минең дә исемем яңғыраясаҡ. Тик ваҡыт бирегеҙ миңә, – тип Роберт тағы бер көлдөрә бесәнселәрҙе. Эш яңынан башлана, бесән йыйыу, кәбән ҡойоу күмәк кешегә күңелле генә мәл булып ҡала...
Бер нисә йыл үтеп китте. Ҡарт олатайҙары, фани донъяны ҡалдырып, Егәҙе ауылы зыяратында тыныслыҡ тапты. Тик уны ғаиләһе онотманы, һикһән йәше тулған йәйҙе бөтә туғандарын саҡырып, ҙур иҫтәлек байрамы үткәрергә булды. Был көн ауыл халҡы өсөн дә бик иҫтәлекле булды. Юбилей кисәһендә Нурислам Шәйхуловҡа иң аҙаҡҡы сыҡҡан “Суҡмуйыл” тигән китабы өсөн бирелгән Яныбай Хамматов исемендәге премияны Шәйхуловтар ғаиләһе мәктәпкә тапшырҙы.
Ә концертта юбилярҙың ейәне Роберт Әмировтың бейеүен иҫе китеп ҡарап ултырғанда, йәш бейеүсенең бейек сәхнәнән матур ҡош осҡандай һикереп төшөүенә бөтә халыҡ: “Аһ!” – итеп ҡалды һәм шул кисәнән бирле улар Робертты яратып ҡарай һәм телевизорҙан көтөп ала.
Роберт, ысынлап та, үҙенең исемен яңғыратты. ТНТ каналындағы тапшырыуҙа уның үҙенсәлекле бейеүе, үҙен ысын ирҙәрсә тотоуы, матурлығы, таһыллығы менән хайран ҡалдыра. Ҡала, район, республика гәзиттәрендә уның фотоларын таныйҙар, йәштәр ул алып барған түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй.
Роберт та бала саҡта бесәндә туғандары менән һөйләшкәндәрен онотмаған икән. Исемен үҙенең халҡы өсөн ят икәнен аңлап, мәсеткә барып, мулланан икенсе исем алғанын ишеткәс, бик һөйөндөләр. “Мин хәҙер Аллаһы Тәғәлә өсөн Роберт түгел. Саид булам”, – ти ул. Муллаһы башҡорт халҡынан булмағандыр инде, Саид түгел, Сәйет, тиер ине. Ярар, шулай булһын инде.
Роберт исемен генә түгел, үҙен яңынан тигәндәй ҡорған кеше ул. Ун-ун биш йәштәрендә бик һимереп тә киткәйне. Беренсе тапҡыр ТНТ каналында “Бейеү” шоуына барғанда хатта аҙаҡҡы төркөм бейеүендә футболкаһын систерә алмағандар уның. Ә икенсе барғанында ойоштороусы Егор Дружинин менән Мигель уның шул тиклем үҙгәреүенә аптырап ҡалғайны. Нисек, нисек шулай үҙгәреп була?
“Үҙ-үҙеңде тота алыу, дөрөҫ туҡланыу, тәм-томдан баш тартыу, режим, көн һайын күнекмәләр, үҙеңде йәлләмәү, аямау, алдыңа ҡуйған маҡсатыңды бер сәғәткә лә онотмау. Бына шул минең рецепт”, – тиер ине Роберт.
Егеттең нисек бейеүгә ылығып китеүе тураһында Роберттың әсәһе – Гөлназ Мансур ҡыҙынан һораштым. Әмировтар ғаиләһе Белорет ҡалаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләнә.
“Робертты брейк-дансҡа атаһы Салауат Алтынбай улы өйрәтте. Бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәһен, бик шаян ғына малай, бәлки, оҡшап та ҡуйыр, тиер ине. Мин эштән ҡайтһам, малайым келәмдәрҙе алып ташлап, брейк-данстың ҡыҙыҡлы алымдарын башҡара – баштүбән иҙәндә тороп, зыр әйләнә. Оҙағыраҡ әйләнә алһа, атаһына ла, үҙенә лә шул бәхет. Әйткәндәй, Салауат әле лә спорт менән шөғөлләнә, хәҙер ҡыҙыбыҙ Әҙилә менән.
Аҙағыраҡ һеңлем Әлиә Робертты брейк-данс түңәрәгенә мәжбүрләп тигәндәй алып барҙы. Ояла ине малайыбыҙ, саҡ йөрөп алып китте. Шунан башланды ла инде. Стәрлелә мәҙәниәт училищеһында уҡып йөрөнө, Өфөгә күскәс, Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында социаль хоҡуҡ юрисы һөнәренә уҡып сыҡты. Эш уға һәр ваҡыт табылып тора, бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ”, – тип яуапланы.
Бөгөн иһә яҡташыбыҙ – Белорет ҡалаһынан 27 йәшлек Роберт Әмиров ТНТ каналында барған “Бейеү” шоуында остаздарҙың береһенең командаһында ярышты дауам итә. Тырыш, ныҡышмал егет “Бейеү” проектында өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә ул “Топ-50” иҫәбенә инә, артабан, 2018 йылда, команда формалашҡанда төшөп ҡала.
“2014 йылда тәжрибәм юҡ, етмәһә, 30 килограмға ауыр инем. 2018 йылда яһалмалыҡҡа өҫтөнлөк биреүем сәбәпле хаталандым. Эфирҙы ҡараған дуҫтарым, туғандарым бөтәһе лә бер һүҙҙән “беҙ икенсе Робертты белә инек, ә ҡайҙа, нимә өсөн барғанын аңламаған, хис-тойғоһоҙ, күңелһеҙ егетте түгел” тип белдерҙе. Эйе, шулай булды ла: бейеүҙән, ошо мәлдән кинәнес алыр урынға, үҙемде дөрөҫ тотаммы, йөрөгән ҡыҙым ҡыҙғанмаҫмы, шоуға лайыҡмынмы тигән уйҙарҙан сыға алманым... Етмәһә, хейтерҙар эфирҙарҙан һуң теләһә ниҙәр яҙып кәйефемде бөтөрҙө. Ғөмүмән, күп нәмә ҡамасауланы”, – тине Роберт.
Һуңғы ике йылда ул үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләй, оҫталыҡ дәрестәре бирә, хип-хоп йүнәлеше буйынса үҫешә.
“Проекттың һуңғы миҙгеленә бөтөнләй яңы кеше булып барам. Остаздарға үҙемде яҡшы, ышаныслы тойоу мөмкинлеге биргән шәп бейеү ҡуясаҡмын. Әлегә бөтөн серҙәрем менән уртаҡлашмай торам. Тамашасыны бүләк көтә”, – тип белдерҙе бейеүсе.
Әйткәндәй, Егор Дружинин Робертты Е.И Замятиндың “Беҙ” китабы буйынса ҡуйған хореография спектакленә ҡатнашырға саҡырған. Беҙҙең өсөн ул матур бейегән кеүек булһа ла, егет үҙе бөгөнгө торошонан ҡәнәғәт түгел – ул драма актерҙары курсында ла шөғөлләнергә теләй. “Сочи ҡалаһында спектаклдәрҙә ҡатнаштым, әммә һөнәри оҫталыҡ һәм белем кәрәк тип иҫәпләйем”, – ти ул.
Тапшырыуҙы ҡарағандар бейеү конкурсының ни тиклем көсөргәнешле барғанын белә. Көнәркәшлек ныҡ көслө, әммә Роберт бирешмәҫ, маҡсатына өлгәшер, тип ышанабыҙ.