Гөлнара Вәлиева (Фәрхетдинова) менән осрашыу уйламағанда килеп сыҡты. Беренсе ҡараштан аңлашып, күптән күрешмәгән туғандар кеүек аралаша башланыҡ. Тормош юлыңда шундай кешеләр осраһа, йәшәүгә дәрт өҫтәлә. Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы – һоҡланғыс, илһөйәр, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, хәстәрлекле ҡатын һәм әсә.
Хәйер, барыһы тураһында ла ентекләберәк.
Тоҡомдары – Уран ырыуы башҡорттары
Гөлнараның күңеленә илһөйәрлек, моңһөйәрлек, башҡа бихисап матур хистәрҙе, әлбиттә, ата-әсәһе һалған. Мәсүрә менән Ҡәүи Фәрхетдиновтар Яңауыл районының Иҫке Көйөк ауылында йәшәгән. Әсәйҙәре оҙаҡ йылдар – ферма мөдире, атайҙары клуб мөдире булып эшләгән. Йәмәғәт тормошоноң ҡап уртаһында ҡайнап йәшәгән ата-әсәһенән күпкә өйрәнә балалары. Шулай уҡ илһөйәр, милләт яҙмышына битараф булмаған, әхлаҡ һәм әҙәп ҡанундары менән йәшәгән шәхестәр булып китәләр. Бөгөн уларҙың ҡыҙҙары Фира, Илһөйәр менән Гөлнара, улдары Әнфир ата-әсәһе күрһәткән һуҡмаҡтан атларға тырыша. Илһөйәр менән Гөлнара – Яңауыл районында иң әүҙем, үрнәк алырҙай, хеҙмәте, йәшәүе менән күптәргә өлгө булған ҡатын-ҡыҙҙар.
Ғөмүмән, Гөлнара тураһында һөйләгәндә, уны апаһы Илһөйәрҙе телгә алмау, апаһынан айырып һүрәтләү мөмкин түгелдер. Осор ҡоштоң ике ҡанаты һымаҡ, улар – тормош юлында бер-береһенә ныҡлы терәк, таяныс, кәңәшсе.
Ғаилә йәшәгән Иҫке Көйөк ауылының тарихы бик ҡыҙыҡ. Был урында төпләнер алдынан, башҡорттар йылға буйындағы урманды яндырған. Шундай ысул менән ауыл төҙөр өсөн урын таҙартҡандар. Шуға ла көйөк һүҙе ҡулланылған да инде. XVIII быуаттағы иҫәп алыу китабында теркәлгәнсә, был ауылдағы 11 йортта 74 башҡорт көн күргән. Ә 1816 йылда 15 йортта 56 ир-егет һәм 61 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Һигеҙенсе ревизияла иһә 21 йортта 161 кеше йәшәүе теркәлгән. Ә бына 1859 йылда 50 ихата һәм 364 кеше йәшәүе билдәле. Ауылда был осорҙа мәсет һәм мәктәп булған. Революциянан һуң 1920 йылда 183 йортта меңдән ашыу башҡорт йәшәгән. Йылдан-йыл ишәйгән халыҡ һанына ҡарап, был ауылда уңған, эшһөйәр кешеләр йәшәүенә инанаһың.
Фәрхетдиновтарҙың өйҙәрендә уҡыу культы көслө була. Белемгә тартылыу, уҡыуға һәләт Ҡәүи ағайҙың ҡанында булғандыр, күрәһең. Ул үҙе лә һәйбәт белем ала, балаларын да уҡытырға тырыша. Ҡыҙҙар бала саҡтан атайҙарына эйәреп эшкә лә йөрөй. Шуға ла Илһөйәр бәләкәй саҡтан китапханасы булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлау менән Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. 1976 йылда дипломлы белгес район китапханаһына эшкә ҡайта. Яңы үрҙәр яулау, бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән холоҡ юғары белем алыуға этәрә. Илһөйәр Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын ситтән тороп тамамлай. 1985 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңауыл үҙәк китапханалары системаһының директоры булып эшләй. Эшен ни тиклем яратып башҡарғанын Яңауыл үҙәк китапханаһының бинаһына аяҡ баҫыу менән тояһың. Бында һәр нәмә уйланып эшләнгән, уңайлы һәм яҡты, залдар зауыҡ менән биҙәлгән. Китап уҡырға килгән һәр кемдең, ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләп мөрәжәғәт иткән уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек.
Илһөйәр Вәлиева хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәт тормошонда әле лә әүҙем ҡайнай. Оҙаҡ йылдар район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Шуны ла билдәләп үтке килә: был совет – республикала юридик берәмек булып теркәлгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы.
Бер-береһенә терәк булып өйрәнгәндәр
Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, уның урынына район хакимиәте лә, хеҙмәттәштәре лә бер тауыштан Гөлнара Ҡәүи ҡыҙын килеүҙе һорай. Быға тиклем ул үҙен, балалар китапханаһы мөдире булараҡ, һәйбәт етәксе, алдынғы ҡарашлы белгес итеп күрһәтеп өлгөрә.
Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы Сарапул ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек техникумын тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Красноярск крайында эш башларға тейеш булһа ла, ауылдағы оло йәштәге ата-әсәһен уйлап, Яңауылға ҡайтырға ҡарар итә. Шулай итеп, тормоштоң киҫкен боролоштары барыбер кире уратып тыуған төйәгенә алып ҡайта уны.
Ваҡытлыса ғына, һәйбәт эш тапҡансы тип, китапханаға эшкә урынлаша йәш белгес, әммә китап донъяһына башкөллө сума. Апаһының кәңәшен тотоп Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының китапхана эше бүлеген тамамлай. 26 ауыл, балалар һәм ҡала китапханаларын берләштергән үҙәк китапханаға, бынан тыш, 2011 йылда Яңауыл районында ойошторолған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына етәкселек итә.
Бала саҡтан айырылмаҫ ике ҡанат Илһөйәр менән Гөлнара эштәрен бергәләп башҡара.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы – һәр кемгә терәк
Йәшерен-батырыны юҡ, күпселек төбәктәр өсөн хас эскелектән ыҙа сигә ауыл ҡатындары. Кемдеңдер ире эсеп ыҙалата, бәғзеләр үҙҙәре ошо һаҙлыҡҡа бата. Эскелектән иң ныҡ зыян күргәне – балалар. Был осраҡта ғаиләне һаҡлап ҡалыу, юлдан яҙлыҡҡан ата-әсәләр менән туранан-тура эшләү, һөйләшеү, аңлатыу эштәре алып барыу, кәрәк икән – дауалау мәсьәләләрен хәл итеүҙе ойоштора Илһөйәр Вәлиева.
Тағы ла уны борсоған йәнә бер мәсьәлә – районда балалар приютының булмауы. Әгәр эскән ата-әсә менән уртаҡ тел табып булмаһа, балаларҙы ғаиләнән алырға тура килә һәм уларҙы икенсе тарафҡа алып китәләр. Туған мөхиттән айырылыу, бынан тыш, икенсе тарафҡа оҙатылыу баланың психикаһын шаҡтай ҡаҡшата.
Был проблеманың барлыҡ аянысын күргәнгә, ҡатын-ҡыҙҙар советы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә. Ауыл биләмәләрендә “Һаулыҡ” клубтары ойошторолған, төрлө йола байрамдарын уңған, һәр яҡлап өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә үткәрәләр, оҫталыҡ дәрестәре алымын оҫта ҡулланалар. Әле пандемия осоронда ғына оло йәштәгеләр менән атҡарылған эштәрҙе бер аҙ кисектереп торғандар. Яҙғыһын иһә, хәлдәр көйләнгәс, үткәрәһе саралар бихисап буласаҡ, тип өмөтләнә ағинәйҙәр.
Китапхана – айырым бер донъя ул
Яңауыл китапханаһы – китап уҡыу, матбуғат менән танышыу үҙәге генә түгел, ә халыҡты рухи яҡтан байыҡтырған, үҙенә тартып торған ер ул. Бындағы бай музей менән танышып, башҡорт яҙыусыларының ижадын пропагандалау, Яңауыл еренең талантлы шәхестәре тураһында һөйләгән стендтарҙы ҡарап сыҡҡас, быға йәнә бер инанаһың.
– Беҙ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының эшен йәнләндереү өсөн бар тырышлыҡты һалдыҡ. Ауылдарҙағы һәр китапханасыны ошо эшкә ылыҡтырҙыҡ, сөнки тап улар халыҡты яҡшы белә, уларҙың тын алышы менән һәйбәт таныш. Шулай уҡ һәр мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Уҡыу йылы башланыу менән “Урал батыр” эпосы көндәре үткәрәбеҙ, эпосты яттан һөйләү буйынса конкурс ойошторабыҙ. “Сөмбөлә” байрамын балалар яратып, һағынып көтөп ала. Район хакимиәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Яңауыл башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаэль Яхин һәр башланғысыбыҙҙы хуплап тора, бергә-бергә иңгә-иң терәп эшләйбеҙ, – ти Гөлнара Вәлиева.
Китапхананың музейында Фәрхетдиновтарҙың шәжәрәһе урын алған. Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы был шәжәрәне эшләүгә күп көс һалған.
– Ғаиләбеҙҙең тамырҙары тәрән. Был шәжәрәлә документтар буйынса раҫланған нәҫел генә индерелде. Йылъяҙманы ҡартатайҙың ҡартатаһының атаһы Ғилметдиндән башлайбыҙ. Ғаиләлә Миңнейәр, Хисаметдин, Фәрхетдин, Шәбетдин, Фәттәхетдин, Бибишәрә исемле балалар булған. Ҡартатайҙың атаһы Фәрхетдин тормош иптәше менән ете бала үҫтергән: Харис, Нуркафия, Хәйбә, Мөхәмәтзыя, Зәки, Мәғәсүм, Факия. Беҙҙең ҡартатай Мөхәммәтзыяның ун бер балаһы була. Минең ата-бабаларым – Уран башҡорттары ырыуынан. Улар ерҙә эшләгән, аусылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Һәр ғаиләлә 7–12-шәр бала. Нәҫел ебен барлағанда, күп кенә асыштар яһаным. Баҡтиһәң, хатта ут күршеләребеҙ туған булып сыҡты, – тип шәжәрә төҙөү тарихын һөйләй Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы.
Ул 14 быуын нәҫелен барлаған. 450-нән ашыу кешенең исемен шәжәрәгә теркәгән. Фамилияға нигеҙ һалған Фәрхетдин XVIII быуатта йәшәгән. Хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның ике ҡатыны һәм 15 балаһы булған. Барлай башлаһаң, был шәжәрәлә Яңауыл районы ғына түгел, республика тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған исемдәр бар. Хәйер, уларға тағы бер әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Көтмәгәндә ошондай шәхестәр менән осрашыу – яҙмыш бүләге. Һәр яҡлап та өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар. Иң мөһиме – улар тыуған ерем, туғандарым, милләтем тип янып йәшәп, Яңауыл еренең ҡотон һаҡлай.