Башҡорт донъяһы
22 Декабрь 2020, 18:30

Милләттәштәребеҙ ҡыуанды

Күргәҙмә материалдар алған өлкәләрҙә һәм крайҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ әлеге эште ойошторған Мәғариф һәм фән министрлығына рәхмәт еткерҙе.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһендәге дүрт мәктәпкә, Пермь крайының Барҙа районы үҙәгендәге Ғ. Туҡай исемендәге гимназияға һәм Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Һунарсы ауылы мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын биҙәү өсөн ҡулланма материалдар бүләк итте. Комплектҡа билдәле яҙыусыларҙың портреттары, гәзит-журналдар, башҡорт алфавиты һәм башҡа күргәҙмә материалдар инә.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре Нурия Иҡсанова, Сируси мәктәбе директоры, Силәбе өлкәһенең Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзаһы Әлфиә Ҡотлоғужина бүләк-комплекттарҙың берәүһен Арғаяш районының Күҙәш мәктәбенә алып барып тапшырҙы. Был ваҡиға тантаналы сара төҫөн алды.
“Туған телде өйрәнеү, мәктәп программаһының мотлаҡ предметтары кеүек үк, төплө ҡараш талап итә. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан бүләк ителгән материалдар башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусылар, балалар өсөн яҡшы ярҙам буласаҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа Силәбе өлкәһендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте әүҙем дауам итәсәкбеҙ”, - тип билдәләне Руслан Абдуллин.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының бүләк-комплекттары Силәбе ҡалаһының 6-сы, 8-се, 24-се мәктәптәренә лә тапшырылды.
Был күргәҙмә материалдар республикабыҙҙан ситтә башҡорт телен өйрәнеү эшенә булышлыҡ итәсәк. Әлеге бүләкте алған өлкәләрҙә һәм крайҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ әлеге эште ойошторған Мәғариф һәм фән министрлығына ҙур рәхмәт еткерҙе.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сайты.
Читайте нас