Башҡортостан
+24 °С
Ямғыр
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2020, 16:00
Бөрйән бөркөтө еңеү менән ҡайтты!
22 йәшлек Алмас Ҡарағолов ниндәй уңышҡа өлгәште? Уны бергәләп ҡотлайыҡ!
Һарытауҙа “Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020” Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Уны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Йәштәре союзы һәм Һарытау дәүләт юридик академияһы ойошторҙо.
Конкурста Рәсәйҙең 42 төбәгенән 74 кеше ҡатнашырға ғариза биргән. Унда илдең барлыҡ юғары уҡыу йорттарынан да вәкилдәр булған. Көсөргәнешле ярышта конкурсанттар үҙҙәренең презентацияһын, ижади әҙерлеген күрһәтә, дефилела ҡатнаша.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, мәртәбәле конкурста республиканың намыҫын Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Алмас Ҡарағолов яҡлай. Сара һөҙөмтәһе буйынса, ул илдең иң яҡшы туғыҙ студенты иҫәбенә инә һәм “Волга буйы федераль округы студенттары мистеры-2020” титулына лайыҡ була. Шулай уҡ уға “Дуҫлыҡ мистеры” титулы ла бирелә.
Бөрйән районы бөркөтө Алмас Ҡарағоловҡа 22 йәш, буйы ла бәһлеүәндәрҙеке кеүек – 187 сантиметр. Әле агроинженерия һөнәренә I курста уҡып йөрөй. Ул спорт менән шөғөлләнә, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командаһының лидеры.
Алмасты еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"