Пермь крайы башҡорттары, дөрөҫөрәге, был төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары матур бүләк – улар өсөн махсус рәүештә нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналын алып һөйөнөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Балалар баҫмаһының был махсус һаны башҡорт теленең ғәйнә диалектында Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырылды.
“2000 дана журналды урындағы ҡоролтайҙар менән берлектә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙең мәктәптәренә, китапханаларына тапшырҙыҡ”, - тип һөйләне Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов.
Ә кисә Ғәйнә ерендә “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина менән осрашыуҙар һәм балалар баҫмаһының ғәйнә диалектында нәшер ителгән 13-сө һанының исем туйы үтте.
Лариса Хашим ҡыҙы балаларға журналдың махсус һаны ниндәй маҡсат менән нәшер ителеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ бәләкәстәр “Урал батыр” эпосы, шәжәрә төҙөү, уны белеү нескәлектәре тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Балалар баҫмаһының баш мөхәррире туған телде, тарихыңды белеү, тамырҙарыңды онотмау зарурлығын әйтеп, рухлы шиғырҙарын уҡыны.
Фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге Пермь крайы башҡорттары төркөмөнән.