Ғәйнәямаҡ ауылында йәшәгән Наталья Сергеевнаның башҡорт халыҡ ижадына мөкиббән китеп, йөн тетеү, иләү, кейеҙ баҫыу серҙәрен үҙләштереүен белеп һоҡландыҡ һәм ғәжәпләндек
Башҡорт милли кейемен тегеү оҫталарының күптән түгел үткән “Тамға” халыҡ-ара конкурсында уның “Аҡ кейеҙ күлдәк” балалар кейеме коллекцияһына Польшала эшләп йөрөүсе билдәле рәссам-реконструктор Азат Ҡужин юғары баһа биргән һәм яҡташыбыҙҙы махсус приз менән бүләкләгән.
Оҫтаның төрлө ижад емештәре бихисап. Ул “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмә-фестивалендә ҡатнаша. Уның ижад өлгөләре Ғәйнәямаҡ ауылының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын да биҙәй. Наталья Сергеевна һәм республиканың башҡа кейеҙ баҫыу оҫталары тураһында БЮТ каналында “Аҡ кейеҙгә баҫһам” тип аталған фильм да күрһәткәндәр. “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы директоры Кәримә Кайдалова ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ул.
Ленинград ҡалаһында тыуып, Өфө ҡалаһында буй еткергән ҡыҙҙың бөтә күңеле менән башҡорт халҡы мәҙәниәтен үҙ итеүе һоҡланыу тыуҙыра. Өфө ҡалаһының 2-се художество мәктәбендә уҡыған сағында уҡ ул халыҡ кәсептәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә. Ә бөгөн иһә мәҙәниәт министрының үҙенә бүләк итерлек ғәжәйеп әйберҙәр ижад итә. Оҫтаның бейеүсе ҡыҙ һәм ҡурайсы егет төшөрөлгән кейеҙ картинаһын Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубын асыу тантанаһында Әминә Шафиҡоваға бүләк итәләр.
- Кейеҙ менән эшләгәндә бөтә донъяңды онотаһың, - ти Наталья Сергеевна. – Йөн менән эшләргә яратам. Йөндән дә, балсыҡ кеүек, нимә теләйһең, шуны әүәләп була. Кейеҙгә булған ҡыҙыҡһыныу миндә бала саҡта уҡ уянды. Әсәйем Киров исемендәге Урман хужалығы академияһында бергә уҡыған курсташы Хәлиҙә арҡаһында Ленинградтан Өфөгә күсә. Йәй көнө мин Хәлиҙә апайҙың әсәһе Йәмиғә әбейгә ҡунаҡҡа килә торғайным. Ул тирә-яҡҡа даны таралған оҫта кейеҙ баҫыусы һәм ҡымыҙ бешеүсе ине. Ошо кәсеп серҙәренә тап унан өйрәндем.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшләгән саҡта оҫталығымды тағы ла камиллаштырҙым. Пионерҙар йорто директоры Надежда Александровна Самойлова миңә кейеҙ эшенә ныҡлап тотонорға һәм түңәрәк асырға тәҡдим итте, бының өсөн мин уға бик рәхмәтлемен.
Кейеҙ баҫыу нескәлектәрен ул балаларға ла өйрәтә. Дәүләт символикаһын өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында тәрбиәләнеүсеһе Ильвина Муллағәлиева, Әлшәй районының кейеҙҙән эшләнгән гербын тәҡдим итеп, Рәсәй буйынса икенсе урынға лайыҡ була.
Наталья Сергеевна Ғәбиҙуллина әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, Ғәйнәямаҡ ауылында ике аҙыҡ-түлек магазины асҡан. Әммә буш ваҡытында ижад итеүен дауам итә. Ауылда боронғо йөн эшкәртеү ҡорамалын урынлаштырып, оҫтахана асырға хыяллана. Ире Филарис уға станокты йәй көнө эшләтеп ебәрергә вәғәҙә иткән. Сеймалды ҡайҙан алам, тип аптырарға түгел, үҙҙәре һарыҡ, кәзә аҫырай. Хужалыҡтары ҙур, умарталыҡтары бар, йәйен баҡса еләге үҫтереп һаталар.
Ғәбиҙуллиндар ете бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер инде дүрт ейәндәре бар. Өлкәндәре ғаиләле, ә бәләкәйҙәре – әсәһенең ярҙамсылары. “Тамға” конкурсына тәҡдим ителгән башҡорт кейеме коллекцияһын игеҙәк ҡыҙҙары Айгөл һәм Әҙилә күрһәткән. Улар үҙҙәре лә кейеҙҙән ҡабатланмаҫ ижад өлгөләре әҙерләүҙә ихлас ҡатнаша, тип беҙҙе таныштыра “Әлшәй хәбәрҙәре” район гәзитенең хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова.
Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре” район гәзите.