Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2020, 19:15

Ғәйнә еренең бәләкәс башҡорттары “Аҡбуҙат”ҡа шат!

"Кескәй милләттәштәребеҙгә тәрән һөйөү менән эшләргә тырыштыҡ", - ти баш мөхәррир Лариса Абдуллина.

Пермь крайы балалары өсөн “Аҡбуҙат” журналының башҡорт теленең ғәйнә диалектындағы махсус һаны нәшер ителеүе, бөгөн Ғәйнә ерендә ошо баҫманың исем туйы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Йәнле осрашыуҙарҙың береһе Барҙа районының үҙәк китапханаһында үтте. Сарала "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәнов, китапхана мөдире Лилиә Исакова, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир Наил Ғәбдүшев, Барҙа туған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альберт Мәхмүдов, урындағы китап һөйөүселәр, журнал уҡыусы бәләкәстәр ҡатнашты.
Сарала һүҙ башлыса балалар өсөн сығарылған баҫманың әһәмиәте хаҡында барҙы.
“Аҡбуҙат” журналының махсус нәшер ителгән әлеге 13-сө һанында ошо төбәктең арҙаҡлы башҡорттары Туҡтамыш Ижбулатов, Исмәғил Тасимов, төбәк географияһы, милли аштар тураһында мәҡәләләр, “Айна менән Ғәйнә” эпосының ҡыҫҡартылған варианты тәҡдим ителгән. Унан тыш, журналдың эске ҡушымтаһында Ғәйнә башҡорттары кейемендә милли ҡурсаҡтар баҫылған. “Батыр рухы” комиксында ике ырыу батыры осрашып, уҡ атыу, милли көрәш буйынса көс һынаша. Журналда шулай уҡ балаларҙың эштәре лә донъя күргән. Унан тыш, кескәйҙәрҙең “Ғәйнә – башҡорт ырыуы” китабы, крайҙың “Сулпан” өлгөлө балалар ансамбленең фотолары биҙәгән. Баҫмалағы барлыҡ материалдар телсе-ғалим Искәндәр Сәйетбатталов тарафынан башҡорт әҙәби теленән ғәйнә диалектына тәржемә ителгән.
"Беҙ Искәндәр Рәсүл улына, рәссамдарыбыҙ Азамат Ғариповҡа, Хаят Йәрмөхәмәтоваға, Артур Вәсиловҡа, Сергей Эйтвидҡа, Ирина Әхмәҙуллинаға, Рида Мөхәмәтшиға, Салауат Ғиләжетдиновҡа һәр материалға күңел биреп ҡарағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Журналды Башҡортостандан ситтә йәшәгән, әммә боронғо, шул уҡ ваҡытта заманса башҡорт халҡының бер өлөшө булған кескәй милләттәштәребеҙгә тәрән һөйөү менән эшләргә тырыштыҡ", – ти баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Был матур башланғыс Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырылды.
Фото: akbuzat.rbsmi.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас